Төбәкте күтәргән “ҡара алтын”08.10.2014
Төбәкте күтәргән “ҡара алтын”
Республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгенә юлланғанда һәр ваҡыт ундағы иҡтисад ҡеүәтенә, тормоштоң яҡшылығына, юлдарҙың, йорттарҙың төҙөклөгөнә һоҡланаһың. Халыҡ тырышып эшләй, киләсәктең яҡты булырына ышаныс менән йәшәй. Тотороҡло хәлдең нигеҙендә, һис шикһеҙ, бында ғүмер иткән кешеләргә электән үк хас булған уңғанлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш, берҙәмлек сифаттары, төбәк хаҡында күрелгән хәстәрлек һөҙөмтәһе ята.

“Башнефть” йәмғиәтенең респуб­ликаның киң мәғлүмәт саралары вә­кил­дәре өсөн ойошторған сират­тағы сәфәре әле әйтеп кителгән фекерҙең дөрөҫлөгөнә тағы ла бер тапҡыр инандырҙы. Мөһим сара төньяҡ-көн­байыш төбәктең генә түгел, ә барлыҡ Башҡортостандың, илдең тарихында әһәмиәтле урын тотҡан Девон неф­тенең сыға башлауына 70 йыл тулыуға арналғайны.
Сәфәр “Туймазы-Арена” спорт комп­лексындағы ярышты ҡарауҙан башланды. Унда Туймазы районы хакимиәте башлығы Кубогына хоккей буйынса Бөтә Рәсәй асыҡ турнирына һәм “Башнефть-Добыча” структура бүлексәләренең хоккей командалары араһындағы ярышҡа старт бирелде. Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар – Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфийәнов, “Башнефть” йәм­ғиәтенең разведкалау һәм сығарыу буйынса беренсе вице-президенты Ми­хаил Ставский, “Башнефть-Добыча” йәмғиәтенең генераль директоры Владимир Ильясов, “Туй­ма­­зы- нефть” идаралығы етәксеһе Шамил Миңғолов, “Башнефть” йәмғиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе – департамент директоры Василий Максимов саҡырылғайны.
Төбәкте күтәргән “ҡара алтын”– Ҡалабыҙҙың тормошона яңы һу­лыш өҫтәгән әлеге боҙ һарайы бер йыл элек асылғайны, – тип бил­дәләне сығышында район хакимиәте баш­лығы Айҙар Суфийәнов. – “Башнефть” йәмғиәтенең ҙур ярҙамы менән булды­рылған арена хоккей, фигуралы шы­уыу үҙәгенә әйләнде. Бөгөн унда республика, Бөтә Рәсәй ярыштары уҙа. Ҡалабыҙҙың “Девон” хоккей командаһы ла ошо ваҡыт арауығында үҙен күрһәтеп өлгөрҙө, Башҡортостан чемпионатында ҡат­нашты, турнирҙар­ҙа көсөн даими һынай. Ғөмүмән, яҡшы шарттар булдырылған стадиондары, бассейндары, хоккейсыларҙы әҙерләү залы, универсаль майҙансыҡтары булған “Туймазы-Арена”ла әле 60-ҡа яҡын спорт төрө менән шөғөл­ләнәләр. Был, әлбиттә, тотош ҡала, эргә-тирәләге райондарҙың тормошона ыңғай йоғонто яһай: халыҡ сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай, йәш быуынға дөрөҫ юл күрһәтә.
Етәкселәр, турнирҙы асыҡ тип иғлан итеп, спортсыларға уңыштар, яңынан-яңы еңеүҙәр теләне. Балалар араһында Өфөнөң “Салауат Юлаев”, Ҡазандың “Бейек тау”, Нефтекаманың “Торос”, Ижевскиҙың “Сталь”, Орск ҡалаһының “Көньяҡ Урал”, Туйма­зы­ның “Девон” коман­даларының майҙан­ға сығыуы былтыр ғына төҙөлгән боҙ һарайының йылдам, аныҡ маҡсатлы эшмәкәрлек алып барыуын, Рәсәй кимәленә сығыуҙы асыҡ сағылдырҙы.
Төбәкте күтәргән “ҡара алтын”Әйткәндәй, Туймазылағы боҙ һара­йынан тыш, башҡорт нефтселәре башҡа тиҫтәләрсә мөһим социаль объекттарҙы төҙөү һәм ремонтлау эшендә ҙур ярҙам күрһәтә. Бындай биналар араһында мәктәптәр, дауаханалар, поликлиникалар, балалар баҡсалары, мәҙәниәт йорттары бар. Ошондай маҡсатҡа компания һуңғы алты йылда ғына ете миллиард һум самаһы аҡса бүлде. Ғөмүмән, “Башнефть” үҙенең финанс-иҡтисади ҡаҙаныштарын күрһәтеп кенә ҡалмай, ә төбәк халҡының төп ихтыяждарына ҙур иғтибар бүлә. Эштең һөҙөмтәһен республиканың күп район һәм ҡалаһы тормошонда күрергә була.
Артабан Октябрьский ҡалаһына юлландыҡ. Унда тағы ла бер мөһим ваҡиға – тармаҡтың ветерандары менән осрашыу – көтә ине. Тап 70 йыл элек нефть фонтаны урғылып сыҡҡан ҡалҡыулыҡтағы 100-сө скважина янында уҙғарылған тантаналы сараға өлкәндәр генә түгел, тотош ҡала халҡы, киләсәген ошо өлкә менән бәйләргә йыйынған студенттар килде.
– Был тарихи урындың тотош Башҡортостандың, илдең иҡтиса­дында өлөшө баһалап бөткө­һөҙ, –тине сығышында “Башнефть” йәм­ғиәтенең разведкалау һәм сығарыу буйынса беренсе вице-президенты Михаил Ставский. – 1944 йылда табылған ошо Девон нефте “Туймазынефть” идара­лы­ғының табышын ике тапҡырға арттырыуға булышлыҡ иткән. Уның, һис шикһеҙ, Бөйөк Ватан һуғышында еңеп сығыуҙа, унан һуңғы йылдарҙағы үҫештә өлөшө ҙур. Әле лә компания күберәк ошондай элекке ятҡылыҡ­тарға таянып эшләй, ышаныслы алға бара. Былтыр, мәҫәлән, йыллыҡ табышыбыҙ 16 миллион тонна тәш­кил итһә, быйыл был күрһәткестең 18 миллион тоннаға етеүе ихтимал.
Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Шмелев Девон нефтенең урындағы халыҡ өсөн әһә­миәтен юғары баһаланы.
– Данлыҡлы 100-сө скважинанан урғылып сыҡҡан “ҡара алтын” Октябрьский ҡалаһына нигеҙ һалды, – тине ул. – Ошонда нефть ятҡылығы табылғас, ике йылдан күркәм ҡала төҙөлә башлай. Хәҙер инде Октябрьский иҡтисад, мәғариф, мәҙәниәт үҫеше буйынса алдынғы үҙәккә әй­ләнде. Бының өсөн иң ҙур рәхмәтебеҙ һеҙгә, хөрмәтле ветеран­дарыбыҙ! Заманында ошо ерҙе күтәреүгә ҙур тырышлыҡ һалып, фи­ҙакәр хеҙмәт күрһәтеп, әллә күпме быуынды яҡты юлға сығарҙығыҙ.
“Башнефть-Добыча” йәмғиәтенең генераль директоры Владимир Ильясов, был һүҙҙәрҙе ҡеүәтләп, нефтсе-ветерандар башлаған күп яҡлы эштең киләсәктә лә маҡсатҡа ярашлы дауам итеренә ышаныс белдерҙе.
– Бөгөн “Туймазы-Арена”ла балалар араһында уҙғарылған хоккей турнирын ҡарағанда башҡарған эше­­беҙ­­­- ҙең халыҡ өсөн ни ҡәҙәр ҙур әһәмиәткә эйә икәнлегенә тағы ла бер тапҡыр инандыҡ, – тине ул. – Сәкән тотоп боҙға сыҡҡан балаларҙың төбәгебеҙ­ҙең данын тағы ла арттырырына ныҡлы ышанам. “Башнефть” йәмғиә­те, шундай ҙур, барлыҡ шарттары булған боҙ һарайы төҙөп, райондың ғына түгел, барлыҡ рес­публиканың, илдең үҫешен тәьмин итте. Бындай ҡаҙаныштың нигеҙендә ҡатмарлы заманда ошо ерҙә нефть сығарыуҙа арымай-талмай эшләгән өлкән бы­уындың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Улар араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, Социалистик Хеҙ­мәт Геройҙарының, төрлө орден кавалерҙарының булыуы менән айырыуса ғорурланабыҙ.
Тантанала һәр кем өлкән быуынға йылы һүҙҙәрен әйтте, матур те­ләк­тәрен еткерҙе. Мәғлүм булыуынса, “Башнефть” йәмғиәте ветерандарға гелән шулай иғтибар, хөрмәт күрһәтә, уларҙы компанияла ойошторолған сараларға даими саҡыра. Өлкәндәр өсөн әлеге тантана айырыуса ҡәҙерле ине.
– Ҡыуанабыҙ ҙа, тулҡынланабыҙ ҙа, – тип белдерҙе тиңдәштәренең уртаҡ тойғоһон ветеран Рәшит Мә­мәтов. – Эш шарттары әлеге менән сағыштырғанда бөтөнләй башҡа ине. Ауырлыҡтарға ҡарама­йынса, намыҫ­лы хеҙмәт иттек. Коллектив шул ҡәҙәр дуҫ, татыу булды. Компанияның бө­гөн­гө юғары ҡаҙаныштары өсөн ихлас күңелдән һөйөнәбеҙ. Йәш хеҙмәт­тәштәремә уңыш­лы эш, заман биргән мөм­кинлектәрҙе тулыһынса файҙа­ланып, илебеҙ мәнфәғәтендә һәр саҡ алға барыуҙарын теләйем.
Ветерандар быуат төпкөлөндә ҡалған күңел хәтирәһен тағы ла яңыртты был көндө: ете тиҫтә йыл элек төньяҡ-көнбайышҡа яңы һулыш өргән, Октябрьский ҡалаһына нигеҙ һалған, “Туймазынефть” идаралы­ғы­ның табышын ике тапҡырға арттыр­ған Девон нефтенең данлыҡлы 100-сө скважинаһы ҡабаттан “эшләп” китте. Уны ҡабыҙыу хоҡуғы былтырғы һөнә­ри конкурс еңеүсеһе Рушан Хәсәновҡа бирелде. Унан ветерандар йәш быуын менән берлектә скважина янына шыршы үҫентеләре ултыртты. Был аллея тарихын онотмай, киләсәген хәстәрләп йәшәгән нефтселәрҙең ҡаҙаныштарын, яҡты маҡсаттарын сағылдыра кеүек.





Вернуться назад