10 октябрҙә, “Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй проектына ярашлы, Башҡортостан урмансылары исемендәге паркта биләмәне тәртипкә килтереү һәм ағас ултыртыу буйынса акция уҙғарыла.
Сара республиканың Урман хужалығы министрлығы һәм ҡала хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте комитеты ярҙамы менән “Мехуборка” компанияһы тарафынан ойошторола. Акцияла теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала. Урманды сүп-сарҙан таҙартыуҙан тыш, үҙеңдең ағасыңды ултыртыу мөмкинлеге лә бар. Экологик өмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бирсәткә, сүп-сар йыйыу өсөн тоҡсай, үҫентеләр менән тәьмин ителә.
Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Ә уның аҙағында ҙур мәҙәни-күңел асыу программаһы көтә.