Уҡытыусыларҙың һөнәри байрамы һәм Республика көнө уңайынан Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында 2014 йылдың иң яҡшы педагогтарына Рәсәй, Башҡортостан Мәғариф министрлыҡтарының аҡсалата бүләге тапшырылды. Сарала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова, республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов һәм башҡалар ҡатнашты.
“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ойошторолған бәйгелә уңыш ҡаҙанған 35 белгестең һәр береһе Үҙәк ведомствоның грамотаһы һәм 200 мең һумлыҡ премия менән бүләкләнде. Республиканың башҡорт һәм урыҫ теле уҡытыусылары араһында үткәрелгән конкурс еңеүселәре (барлығы – 50 кеше) Башҡортостан Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһына һәм 50-шәр мең һумлыҡ премияһына лайыҡ булды. Ә биш йылға тиклем стажы булған 25 йәш белгес 40-ар мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам алып ҡыуанды.
Бәйге шарттарына килгәндә, уҡытыусының эшмәкәрлегенә ентекле байҡау яһала, балаларҙың белем кимәле, район, ҡала, төбәк олимпиадаларында ҡатнашыуы тикшерелә, түңәрәк, махсус курстар алып барыу һөҙөмтәһе лә күҙ уңында тотола. Үҙ һөнәрен яратып, еңел булмаған эшен күңел һалып башҡарған педагогтар бындай дәүләт ярҙамын ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итте.