Нефтекамала оператив-эҙләү сараһы барышында наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре байтаҡ наркотик таба. Ваҡиғаға бәйле енәйәт эше ҡуҙғатыла. Әле тикшереү дауам итә.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 29 сентябрҙән 3 октябргә тиклем Нефтекама ҡалаһының үҙәк дауаханаһына 39 кеше ағыуланып мөрәжәғәт иткән. Билдәһеҙ матдә үҙәк нервы системаһына кире йоғонто яһаған. Тейешле ярҙам күрһәтелгәндән һуң был кешеләрҙең барыһы ла, артабан дауаланыуҙан баш тартып, медицина учреждениеһынан сығыуҙы хуп күргән.
Йыл башынан республикалағы хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары тарафынан 25 килограмдан ашыу синтетик матдә тартып алынған. Тәртип һаҡсылары наркотик һатыу йәки ҡулланыу осраҡтары хаҡында хәбәрҙар булған граждандарҙы (8-347) 250-20-30, 8-800-347-20-30 һандарын йыйып, “ышаныс телефоны”на шылтыратыуҙарын һорай.