Яңы телевидение миҙгелен республиканың төп телеканалы техник үҙгәртеп ҡороуҙар менән башланы.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында техник йыһазландырыуҙы яҡшыртыу эҙмә-эҙлекле алып барыла. Эксперттар әйтеүенсә, үҙгәртеп ҡороу бик кәрәк. Программаны эфирға сығарған техника НD форматы өсөн ҡулайлаштырылған.
– Ҡағиҙәгә ярашлы, эш осоронда тапшырыуҙарҙы туҡтатып торорға кәрәк тә бит. Әммә телевидениены бер айға ябыу мөмкин түгел. 2 октябрҙә “Сәләм” программаһы техник етешһеҙлектәр арҡаһында эфирға сыға алманы. Тамашасыларҙан ошоға бәйле шылтыратыуҙар күп булды, — ти телевидение студияһы директоры Азамат Әлмөхәмәтов. — Халыҡты республика тормошо тураһындағы мәғлүмәттән мәхрүм итергә хаҡыбыҙ юҡлығын аңлайбыҙ. Бөгөн телевидение студияһын яңыртыу буйынса көсөргәнешле эш бара. Етешһеҙлектәр өсөн алдан уҡ ғәфү үтенәбеҙ.