Сәйәсәт мәктәбенә рәхим ит!08.10.2014
Өфөлә Рәсәй сәйәсәте мәктәбендә уҡыу башлана. Сәйәси “майҙансыҡта” белемен камиллаштырырға теләгән йәштәргә (23-тән 35 йәшкәсә) 18 октябргә тиклем анкета тултырыу һәм һайлап алыу комиссияһына үҙ проектыңдың резюмеһын тәҡдим итеү шарт.


Башҡа йылдарҙан айырмалы, быйыл сәйәсәт мәктәбендә уҡыу “Туризм һәм хеҙмәт күрһәтеү” темаһына арнала. Был аңлашыла ла. Киләһе йыл Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары үтә. Мөһим сара сиктәрендә баш ҡалала тиҫтәгә яҡын ҡунаҡхана сафҡа инәсәк. Тимәк, ҡунаҡхана индустрияһын һәйбәт белгән, был тармаҡтағы сәйәсәтте аңлаған кадрҙарға ихтыяж тыуасаҡ.
— Бөгөн сәйәсәт төшөнсәһе кире мәғәнәгә эйә булып, ябай кешеләр аңында ул һайлау, мәғлүмәти һөжүм, “ҡара пиар”ҙы файҙаланыу менән ауаздаш. Минеңсә, сәйәсәт — иң элек йәмғиәт, уның үҫеше хаҡында хәстәрлек күреү, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү, — тине Башҡортостандағы Рәсәй сәйәсәт мәктәбе директоры Рөстәм Әхмәҙинуров. — Дәрескә килеүселәр халыҡ, дәүләт власы органдары менән эш итеү йәһәтенән белем ала.
Әле мәктәптә уҡырға теләгәндәрҙе өс һайлау этабы көтә. Һынауҙарҙы уңышлы уҙған 35 кеше ҡабул ителәсәк. Респуб­ликаның төрлө ҡунаҡхана комплекстарында стажировка үтеү ҙә ҡаралған. Проекттарға килгәндә, улар башлыса туризм, хеҙмәтләндереү, ҡунаҡсыллыҡ тармағына арналырға тейеш. Башҡортостандың Белогорск райо­нына (Ҡырым Республикаһы) шефлыҡ күрһәтеүен иҫәпкә алып, ике төбәк араһындағы хеҙмәттәшлек даирәһен камиллаштырыуға йүнәлтелгән проекттар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ, ти белгестәр.



Вернуться назад