Үҙәк сығымдарҙы күтәрешәсәк08.10.2014
Кисә Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин килде. Ул Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Рөстәм Мәрҙәнов менән осрашыу ваҡытында социаль объекттарҙы төҙөүгә шәхси инвесторҙарҙы йәлеп иткән төбәктәр яңы йылдан федераль бюджеттан субсидия алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ тип белдерҙе.


– Бөгөн бөтә социаль объекттар ҙа Рәсәй субъекттары ҡарамағында. Уларҙы төҙөүгә һуңғы йылдарҙа федераль ҡаҙнанан сығымдар бүленмәне. 2015 йылдан иһә хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк. Балалар һауыҡтырыу учреждениелары, инвалидтар өсөн реабилитация үҙәктәре һалыу һәм башҡа социаль объекттар өсөн аҡса бүленәсәк, – тип һөйләне Максим Топилин.
Осрашыу мәлендә Максим Топилин менән Рөстәм Мәрҙәнов республиканың социаль сәйәсәте өлкәһендә хәл итәһе мәсьәләләр тураһында һөйләште. Тиҙҙән “Граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү тураһында”ғы федераль закон үҙ көсөнә инәсәк. Ул халыҡҡа социаль хеҙмәт күрһәтеүҙә яңы мөмкинлектәр бирә.
Бынан тыш, Максим Топилин Волга буйы федераль округында үткәрелгән видеоконференцияла ҡатнашты, Мөмкин­лектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәгендә, Өфө протез-ортопедия предприятиеһында, “Фармстандарт – Өфөвита” ойошмаһында булды.



Вернуться назад