Күрше хаҡы – тәңре хаҡы08.10.2014
Күрше хаҡы – тәңре хаҡы
Тормош шулай ҡоролған – атай-әсәй, туғандар эргәһендә генә түгел, ә ете-ят кешеләр араһында ла ғүмер кисерергә тура килә әҙәм балаһына. «Йорт һатып алма, күрше һатып ал» тигәндәр бит элек-электән. Беҙҙең халыҡ уты һүнһә лә, тоҙо бөтһә лә күршеһенә ингән, ризығы менән бүлешкән, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашҡан, табышты ла уртаҡлашҡан.


Ҡунаҡ йыйһа, ике яҡ күршене та­бын­ға саҡырмау оло гонаһ һаналған, мунса яҡһа ла уларҙы ҡалдырмаған. Бигерәк тә янғыҙ ҡарт-ҡарсыҡтарҙың хәлен белешеп тороу изге бурыс тип ҡабул ителгән. Тимер ишектәр артына бикләнеп бөткән ҡала халҡынан айырмалы булараҡ, күрше хаҡын һаҡлау кеүек аҫыл сифат ауылдарҙа әле лә бөтмәгән.
Күптән түгел район үҙәк китап­ха­наһында ойошторолған «Резеда» ҡа­тын-ҡыҙҙар клубының сират­тағы ул­тыры­шында «Күрше хаҡын һаҡлап йәшәйек!» тип исемләнгән күркәм сара үтте. Уның маҡсаты — күршеләргә ҡарата мәрхәмәтлек хисе тәрбиә­ләү, туғанлыҡ ептәрен нығытыу һәм әхлаҡи тәрбиә биреү.
Байрамды китапханасы Фәнисә Әхмәтйәнова ойош­торҙо. Түбәнге Йәр­кәй ауылы абыстайы Гөлүсә Нуретдинова күрше хаҡына Аллаһы Тәғәлә тарафынан ниндәй юғары баһа бирел­гәнен, шулай уҡ үҙенең күршеләре тураһында ла һөйләп үтте.
– Үҙ диненең ҡанундарын хөрмәт иткән кеше күршеләре менән яҡшы мөғәмәләлә була, уларға игелек ҡыла һәм ауыр ваҡытта ярҙам итә. Ислам диненең өгөт-нәсихәттәре күршеләргә ҡарата булған мөнәсә­бәт-тәрҙең иң юғары урында булыуын иҫтә тота. Алла­һы Тәғәлә үҙенең Изге китабында күршеләргә иге­лекле булырға ҡушҡан һәм былай тигән: «Атай-әсәйҙәрегеҙгә, туған­дары­ғыҙға, етемдәргә, туған һәм туған булмаған күр­шеләргә, дуҫығыҙға, юл­да­шығыҙға һәм баш­­ҡаларға яҡшылыҡ эш­ләгеҙ».
Районыбыҙҙы тыуған яғылай яҡын итеп, ошон­да ғүмер кисергән, бар­лыҡ тырышлығын ба­ла­ларға белем биреүгә бағышлап, 40 йылға яҡын уҡытыусы булып эшләгән хөрмәтле Ғәлимә Ғәлиева үҙенең йәш сағында был тарафҡа килеп урынлашыуы, күршеләре менән дуҫ булып йәшәүе тураһында һөйләне.
Татыу йәшәгән күршеләр бик күп икән. Шулар араһында өлкән йәштәге Мәҡсүнә апай менән банк хеҙмәткәре Әлфирә апай 40 йыл бергә. Улар ғүмер юлындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Ысынлап та, йөрәге изгелек менән яҡтыртылған кеше күршеһенә һәр ваҡыт яҡшы мөнәсәбәттә була. Уға булдыра алғанса ярҙам итә, шат­лығына ҡыуана, ҡайғыһына көйөнә. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ғәҙел күрше­не шул тиклем юғары баһалаған, быны ҙур бәхеткә һанаған.
Кисә күршеләр тураһында йырҙар, шиғырҙар, әйтем-мәҡәлдәр, төрлө хик­мәтле хикәйәттәр менән байытыл­ды. Уның аҙағында төрлө саралар ойош­тороуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Гүзәл Сәлиховаға — Маҡтау ҡағыҙы, башҡа ҡунаҡтарға ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Бағыусылар — эшҡыуар Зөһрә менән Флүр Талиповтар ғаилә­һенә рәхмәт!
Тантана шундай һүҙҙәр менән тамамланды:

Күрше хаҡын һаҡлап йәшәйек,
Теләйек һәр саҡ изге теләк,
Сөнки беҙҙең барыбыҙға
Тик яҡшы кешеләр кәрәк,
Бик яҡшы күршеләр кәрәк.

Был кисә һәр кемгә күрше ҡәҙерен белеп йәшәргә этәргес булһын. Ғаилә эсендә, күршеләр араһында татыулыҡ булһа, илдәр менән илдәр, ҡитғалар менән ҡитғалар араһында ла дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәҫ.


Вернуться назад