Бородино яланы күңелдәрҙе яуланы08.10.2014
Бородино яланы күңелдәрҙе яуланы
Сентябрҙә Мәскәү өлкәһенең Можайск районындағы «Бородино яланы» дәүләт музей-ҡурсау­лығы биләмәһендә «Бородино көнө-2014» халыҡ-ара хәрби-тарихи тергеҙеү фестивале булды.


Тиңдәр араһында тиңбеҙ

Дөйөм майҙаны 11 мең гектар билә­мәлә һәр ҡарыш ер хәтер һаҡлай. Һауаһы илаһи ҡөҙрәт менән тулышҡан музей-ҡурсаулыҡтың тупрағы 1812 йыл­да тарихи Бородино һуғышында һәләк булған яугирҙәрҙең ҡаны менән һуға­рылған. Был ерҙәргә бынан 202 йыл элек ата-бабаларыбыҙҙың ҡан-тире аҙ таммаған.
1812 йылдың 26 авгусында (7 сен­тябрендә) булған Бородино һуғышында 1-се Башҡорт атлы полкы ла ҡат­наша. Француздарҙың ҡыҫымы аҫтында Мәскәүгәсә сигенеп килгән Рус армия­һының арьергардында атаман М.И. Платов етәкселегендәге Дон казактары кор­пусында ҡыйыу хәрәкәт итә улар. Полк Бородино һуғышы барған көндә тарихи һуғыштың уртаһында ҡайнашмаһа ла, Рус армияһының уң флангыһындағы Маслов нығытмаларында үҙ позицияһын уяу һаҡлай, дошманды тылға үткәрмәү өсөн күҙәтеүҙә тора, рейдтарҙа ҡатнаша. Бородино һуғышының иртәгәһенә позицияларын ҡалдырып, маневр яһаған Рус армияһының тылында француздарға ҡар­шы бәрелештәргә кереп, уның иғти­барын төп көстәрҙән ситләтә.
Башҡорт яугирҙәренең үҙҙәренә ҡу­йыл­ған бурысты намыҫ менән үтәү­ҙәрендә тарихсыларҙың да, мемуар яҙыу­сыларҙың да шиге юҡ. Юҡҡа ғына баш командующий фельдмаршал М.И. Ку­тузовтың нәҡ Мәскәү янындағы һу­ғыштар өсөн башҡорттарға: “Минең һөйкөмлө башҡорттарым, бик яҡшы һуғышаһығыҙ, маладис!” — тип маҡтап өндәшкән һүҙҙәрен халҡыбыҙ, ике быуат­­тан ашыу ваҡыт үтһә лә, күңеле түрен­дә ҙур баһа итеп һаҡлап, йырға һалып йәшәмәй.
Быйылғы фестивалгә әҙерлек йыл һуҙы­мында барҙы, ҡатнашыу өсөн саҡы­рыу ҙа ваҡытында килде. Финанс ҡыт­лығын кисереү, ярҙам өмөт иткән ба­ғыу­сыларыбыҙҙың беҙҙән бөтөнләй сит­ләшеүе хәлде бер аҙ ауырлаштырһа ла, “1-се Башҡорт кавалерия полкы – “Любизар” хәрби-тарихи клубы” ағза­лары, был сарала мотлаҡ ҡатнашырға тейешлегебеҙҙе аңлап, маҡсатыбыҙҙан тайпылманыҡ. Ата-бабаларыбыҙ ике быуат элек нәҡ ошо урында эҙҙәрен ҡалдырған, ғәзиз ҡанын, хәләл тирен түккән, Ватанды һаҡлар өсөн йәнен аямай яуҙа айҡашҡан. Беҙ ҙә үҙебеҙҙе тиңдәр араһында тиң тойоп, мотлаҡ ҡатнашырға, урыҫ ғәскәрҙәре сафында үҙ урыныбыҙҙы алырға, ятып ҡалғансы, атып ҡалырға тейешбеҙ, тип ниәтебеҙгә ынтылдыҡ.
Быйылғы йылдың Рәсәйҙә лә, респуб­ликабыҙҙа ла Мәҙәниәт йылы тип аталыуын иҫәпкә алып, ҡулыбыҙҙан, кө­сө­­бөҙ­ҙән килгәнсә халҡыбыҙҙың мил­ли мәҙәни үҫешенә үҙ өлөшөбөҙҙө ин­дерергә ҡа­натландыҡ. “Бородино” хәр­­би-тарихи фес­тиваленә тиклем дә, ситтән ярҙам ал­майынса, май-июнь айҙарында ике тапҡыр Францияға ба­рып, Европаны азат итеүгә 200 йыл тулыуға арналған халыҡ-ара фести­валдәрҙә уңышлы сы­ғыш яһаныҡ. Августа Венгрияның Будапешт һәм Бугац ҡалаларында үткән Бөтә донъя төрки һәм һун халыҡтарының Бишенсе ҡорол­тайында милләтебеҙҙе ла­йыҡ­лы күрһәт­тек. Беҙ унда тарихи сыға­наҡтарға таянып, үҙ ҡулдарыбыҙ менән теккән милли кейемдәребеҙҙе, ҡурайыбыҙҙы, ҡумыҙыбыҙҙы ғына күр­һәтеп тамаша ҡылып йөрөмәнек, ә милли йөҙөбөҙ, аш-һыуыбыҙ, аралашыу ҡеүәһе менән дә тиңдәр араһында тиң булып, халыҡ дипломатияһы кимәлендә булмы­шыбыҙҙы таныттыҡ.
Юлға сығыр ваҡыт еткәс, төрлө сә­бәптәр менән барырға теләк белдер­гәндәр һаны кәмей төштө, ләкин са­­фы­­быҙ бушап ҡалманы, өс башҡорт яугире сифатында Учалы ҡалаһынан Мәжит Ибраһимов, Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан Ғиндулла Шәйәх­мәтов һәм ошо юлдарҙың авторы Илдар Шәйәхмәтов ваҡытлыса юл-поход ҡы­йын­лыҡтарын кисерергә әҙер инек.
Беҙҙең менән бергә фестивалгә тарихсы Рәмил Рәхимов етәкселегендә «Өфө пехота полкы» хәрби-тарихи клубынан һигеҙ кеше барҙы. Әҙерлек сара­ларының иң мөһиме — ике клуб ағ­за­ларын да автотранспорт менән тәьмин итеү. Был сетерекле мәсьәләне Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм туризм министрлығының Патриотик тәрбиә биреү үҙәге үҙ өҫтөнә алды. Ҙур булмаһа ла, 19 урынлыҡ автобус бире­леүе, һыбайлы башҡорттарҙы кәүҙәлән­дереү өсөн ике ат алып торорлоҡ аҡса бүленеүе походтың уңышлы башланырына өмөт уятты. Әлбиттә, пехота полкы егеттәренең поход йыһаздары, әйбер­ҙәре менән бәләкәй автобус салоны лыҡа тулғанын күргәс, поход тирмәбеҙҙе ҡалдырып китергә тура килде. Төркө­мөбөҙ ҙур булмағас, ҡаҙан, усаҡ яғыу ҡорамалдарын да алып торманыҡ.
2 сентябрҙә юлға сыҡтыҡ. Беҙҙең өсөн хәҙер иң мөһиме — һауа торошо то­тороҡло торһон да, һөжүмгә барырға ике атыбыҙ булһын, ә ҡалған ваҡ-төйәк ҡыйынлыҡтарға беҙ түҙеп тә, еңеп тә өйрәнгәнбеҙ. «Сталкер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте водителдәре Олег менән Илдар бер-береһен алыштыра-алыштыра Өфө — Ҡазан — Түбәнге Новгород — Владимир юлынан Мәскәүгә ҡарай елдерҙе.
3 сентябрь. Бер тәүлек үтеүгә Мәскәү өлкәһенең Можайск ҡалаһын үтеп, Бородино ауылы янына килеп тә еттек. Тәүҙә Бородино музейы алдында туҡталдыҡ. Беҙҙе өлкән ғилми хеҙмәткәр Лариса Березовая бик йылы ҡаршы алды. Музейға буш ҡул менән килмәгәнбеҙ, үҙебеҙ ме­нән алған «Ватандаш», «Башҡортостан панорамаһы» журналдарын, Республика Хәрби Дан музейы тарафынан ебәрел­гән хатты тапшырҙыҡ.
Көн кискә ауышыуға үҙебеҙгә тәғәйен­ләнгән урында усаҡ тоҡандырып, авто­бусы­быҙҙы ла ағастар ышығына уңайлы ҡуйып, тәүге төндө ҡаршыларға әҙер­ләндек. Беҙгә бында тағы биш көн, биш төн уҙғараһы бар ине.

Казактар – шәп күршеләр

Тыуған илдән йыраҡта сит-ят ерҙә күп хәл-ваҡиға һинең кем менән күршеләш булыуыңдан, уларҙың мәҙәни кимәленән һәм рухи зауығынан да тороуын күптән беләм инде. Был йәһәттән беҙ дуҫта­рыбыҙҙан ифрат уңдыҡ. Килеп урынла­шыуыбыҙҙы көткәндәй, иң беренсе бу­лып аҡланда усаҡ тоҡандырған олпат кәүҙәле Кубань казагы Олег Иванович Яцына ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Ул — Тверь ҡалаһынан. Беҙ уның менән 2011 йылдан бирле яҡшы таныш. Әлеге күре­шеүгә кем нығыраҡ шатланғандыр, иллә-мәгәр үҙем яҡын туғанымды ос­рат­ҡандай булдым. Ә инде юлға сығыр алдынан 84 йәшен тултырған атайымдың, Ғиндулла Ширияздан улының, үҙен бик яҡшы кәйефтә тойоп, 70 йәшлек Олег Иванович менән бер-береһенә итәғәтле өндәшеп һөйлә­шеү­ҙәре бер туған ағай-эненең күре­шеүен хәтерләтте.
Һул яҡтан иһә Һамар ҡалаһынан кил­гән казактар төркөмөнә баш булып күптәнге танышым Григорий Филипков урын алған. Уның менән танышыуы­быҙға ла ете йылдан ашыу. Башҡорт­останға, башҡорт халҡына һоҡланыуын һис йәшермәй. 2007 йылда, башҡорт­тарҙы хөрмәт итеү йөҙөнән, үҙенең 12 йәшлек бәләкәй ҡыҙын башҡорт яугире итеп кейендереп, Бородиноға алып килгәне әле лә хәтерҙә.

Яугир етеҙ булғанда, яҡшы ат табыла

Төштән һуң, буш ваҡыттан файҙа­ланып, үҙебеҙгә кәрәкле аттар тура­һында белешеү өсөн алты саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Беззубов ауылында урынлашҡан крәҫтиән (фермер) хужа­лығына барып ҡайтыр өсөн Мәжит менән юлға сыҡтыҡ. Урман-яландар аша үткән был тура һуҡмаҡ миңә 2011 йылдан бирле таныш. Беҙҙең маҡсат — икебеҙгә лә ике көн рәттән һыбай йөрөрлөк ат белешергә, һөйләшеп ха­ҡын килешергә. Аттар беҙ башҡорт бул­ған өсөн генә бушҡа бирел­мәй бит, муҡсайымда малҡайҙарҙы ике көнгә ҡуртымға алып торорлоҡ бер аҙ аҡса ла бар. Үрҙә телгә алыуымса, был ярҙамды Башҡорт­остандың Йәштәр сәйә­сәте һәм спорт министрлығының Патриотик тәр­биә биреү үҙәге күрһәтте. Ошо поход­ҡа әҙерләнгән осорҙа аттарға түләү өсөн бер генә бағыусы-эшҡыуарҙы ла таба алмай аҙапланғанда, хәл иткес ҙур ярҙам булды ул, маҡсатыбыҙға дәрт, ҡеүәт өҫтәне. Бының өсөн уларға ҙур рәхмәт.
Ысыҡ ярып, ҡуйы үләндән барғанда күн итектәребеҙ еүешләнһә лә, сәфәр һөҙөмтәле булды. Ат һарайында беҙҙе хужалыҡ етәксеһе Иван Прокутин үҙе ҡаршы алды. Миңә ул күптән таныш. 2011 йылдан бирле уның «Мерлин» ҡу­ша­матлы башҡорт тоҡомло атын менеп, Бородино уйындарында ҡатна­шып килдем. Әле лә бына шул атты ҡулға төшөрөү ниәтенән һөйләшеп килештек, дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙы күрҙек, уларҙы наҙлап, муйындарынан иркәләп һөйҙөк. Иван Прокутин — йәштәшем. Ул оҙаҡ һатыулашмай ғына миңә — «Мерлин»ды, ә Мәжиткә «Ястреб» ҡушамат­лы бер көрән айғырын эйәрләргә рөхсәт итте. Үҙебеҙҙең эш-ниәтебеҙгә яуаплы ҡара­уыбыҙҙы, ышаныслы егеттәр икәне­беҙҙе белдереп, тәғәйен хаҡты ла алдан түләп ҡуйҙыҡ. Аттарҙы 6 сентябрҙә иртән үҙе­беҙ килеп аласаҡбыҙ. Ҡанатланып, яҡшы кәйеф менән ҡайтып киттек.
Бына шулай төндө ҡаршыларға әҙер­ләнгән мәлдә кеҫә телефоныма Останкино телеүҙәгенең Рәсәй йәмәғәт те­ле­­видениеһы каналынан «Ҙур ил» программаһында ҡатнашыуымды һорап шылтыраттылар. Студия мөдире Фуат Ҡадимов иртәгәһе көнгә Мәскәүгә килеп, башҡорттарҙың 1812 йылда һәм бөгөнгө Бородино уйындарында ҡатнашыуы тура­һында интервью биреүемде һора­ны. Форсаттан файҙаланып, бер уңайҙан өсәүләшеп Мәскәүҙе лә күрербеҙ тигән уй менән, башҡорт халҡының хәрби үткәнен, клуб эшмәкәрлеген дә һөйләр өсөн ризалыҡ бирҙем.
Күк йөҙө шундай аяҙ, ай ҙа йөҙөн тулыландырып, баҙыҡ нурҙарын төнгө ялан өҫтөнә төшкән ысыҡ тамсыларында бал­ҡыта. Шундай илаһи бер серле тыныс­лығы менән ҡаршыланы беҙҙе Бородино яланының тәүге төнө. Көнөбөҙ ҙә бушҡа үтмәне. Мәжит Ибраһимов һәм води­телдәр үҙҙәре алып килгән палаткаларҙа ял итһә, Ғиндулла Ширияздан улы менән мин, булғанына шөкөр ҡылып, автобус салонындағы урындыҡтарға ятып серем итеүҙе хуп күрҙек. Ни тиһәң дә, беҙ курортта түгел, ә яуға килгән, күпте күреп, күпте кисергән поход яугирҙәре!

Дуҫтарыбыҙға – лайыҡлы бүләктәр

4 сентябрь. Иртән иртүк йыуынып, сәй ҡайнатып, яңы көндө ҡаршылау менән Мәжит менән икәүләп йола буйынса Колочь йылғаһына барып, һыу ҡойоноп ҡайтыу сәләмәт тәнебеҙгә рух ныҡлығын өҫтәне. Быйылғы ямғырлы йәй йылға-күлдәрҙә иркенләп һыу инергә форсат бирмәгәс, хәҙер инде һыуынған урман йылғаһында ҡойоноу үҙенә күрә бер күңел йыуанысы, танһыҡ булып тойолдо.
Шул арала яныбыҙға Мәскәү ҡала­һынан беҙҙең клуб ағзалары — ике йыл элек кенә ғаилә ҡороп йәшәй башлаған Әминә менән Алексей исемле дуҫтары­быҙ килеп етте. Бындай шарттарҙа яҡын дуҫтар менән күрешеү — үҙе бер ғүмер. Ике йәш йөрәктең бергә ғаилә ҡороп ебәреүҙәре лә бик ҡыҙыҡлы. 2012 йылда Малоярославец ҡалаһында үткән тер­геҙеү фестивалендә танышҡайны улар. Әминә — Красноусолдан, “Өфө пехота полкы” хәрби-тарихи клубы ағзаһы. Алексей – Воронеж егете. Ул – Черномор сот­няһы клубында шөғөлләнгән казак.
Өйләнешкәс, Алексей беҙҙең клуб ағза­һы булырға теләк белдерҙе, шуға күрә уны Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы ағзабыҙ булараҡ ҡабул иттек. Бөгөн ул Ырымбур казактарының обер-офицеры мундирында килгән, Әминә иһә башҡорт милли кейемендә.
Бер генә көнгә ҡунаҡҡа килгән Алексей менән Әминәгә улар лайыҡ булған «Бородино һуғышына — 200 йыл» һәм клуб бүләген – «Башҡорт халҡының хәрби даны, 1812 — 2012» исемле юбилей миҙалдарын тапшырырға тейешбеҙ. Шул маҡсатта барыбыҙ ҙа «Өфө пехота полкы» лагерына килдек. Тантаналы шарттарҙа 2012 — 2013 йылдарҙа беҙ­ҙең сафтарҙа әүҙем ҡатнашҡандары, баш­ҡорт халҡының хәрби тарихына хөр­мәт менән ҡарағандары, уны про­паган­далауға ихлас ярҙам иткәндәре өсөн дуҫтарыбыҙҙы миҙалдар менән бүләк­ләнек.

Мәскәүҙе лә күрҙек беҙ

Дуҫтарыбыҙ менән хушлашып, Мәс­кәү ҡалаһына саҡырылыуыбыҙҙы иҫтә тотоп, өсәүләп юлға сыҡтыҡ. Можайск ҡалаһы­нан Мәскәүгә ике сәғәтлек юл. Метрола бер нисә станцияны үтеп, телеүҙәккә килеп етеүебеҙгә, Фуат Гамид улы урамға уҡ сығып ҡаршы алды. Студияла булған әңгәмә, әлбиттә, башҡорт халҡының 1812–1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында ҡатнашыуҙарына, патриотик тәрбиә мәсьә­ләләренә, “Бородино көнө” фес­тива­ленең әһәмиәтенә арналды. Был каналды ҡараған Рәсәй халҡына ғорурлыҡ менән «Төньяҡ амурҙары» тигән исем алған ата-бабаларыбыҙҙың 1812–1814 йылдарҙағы данлы юлы тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙем, ҡурайымды алып, «Любизар» көйөн уйнап ишет­терҙем, йырҙың легендаһын һөйләнем.
Студиянан сыҡҡас, Можайск ҡалаһы­на барасаҡ һуңғы автобусты көткән арала, Еңеү паркы алдындағы майҙанда Беренсе донъя һуғышының 100 йыл­лығына бағышланған ҙур һәйкәл янына килдек. Мәскәү беҙҙе, байып барған ҡояштың алтын нурҙарын балҡытып, йылы оҙатты. Ҡараңғы төшөүгә үҙ усағы­быҙ янына ҡайтып еткәндә беҙҙе тағы ла бер төркөм яуҙаш Дон казактары ихлас ҡаршылап тора ине.



(Аҙағы бар).


Вернуться назад