72 йылдан һуң “күрештек”08.10.2014
72 йылдан һуң “күрештек”
Атайым Зәкәриә Әфтәх улы Вәхитов мине биш йәштә генә ҡалдырып, 1941 йылдың һалҡын ҡышында һуғышҡа китте. Ул Красноусол ҡасабаһында төҙөлгән 219-сы уҡсылар дивизияһының 710-сы полкына эләгә. Тәүге мәлдә өсмөйөшлө хаттары йыш килеп торҙо, уларҙы әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым.


Хаттарынан күренеүенсә, полкта райондан байтаҡ ҡына кеше булған. Раевканан Николай Звягинцев һәм Куркин (исе­ме яҙылмаған), Стәрлебаштан Йән­гәрәй Ғәлиев, Зиннәт Ғөбәйҙуллин, Мәҡ­сүттән Миңләхмәт Булатов, Хәлекәй­ҙән Абдрахман Ғәлиев, Йомағужанан Ғафур Шәймәрҙәнов, Шәкәрҙән Ғәли (фа­ми­лияһы яҙылмаған), Табылдынан Нурмө­хәмәт Ҡарабаев, Ғә­ҙелша Дауы­товтарҙы телгә ала. Бәлки, әйтеп үтелгән иптәш­тәренең дә балалары, ейәндәре билдә­һеҙлектә йәшәйҙер һәм ошо яҙма бу­йынса уларҙың яҙмышын асыҡлай алыр­ҙар, тип ышанам.
219-сы дивизия, 1942 йылдың яҙына төҙөлөп бөтөп, 12 майҙа “Аҡкүл” стан­цияһынан фронтҡа, йәғни көнбайышҡа табан, юл ала. Май аҙағында тәғә­йенләнгән дислокация урынына — Воронеждан көньяҡҡараҡ Дон буйына урын­лашып, 5 июлдә фронт сафына баҫалар. Тап ошо көндәрҙә фашист ғәскәрҙәренең 1942 йылғы ҡот осҡос һөжүме башлана. Төп маҡсат — Волгаға сығыу һәм Сталинградты алыу. Тарих менән ҡыҙыҡһынғандар яҡшы белә: был осор Ҡыҙыл Армия өсөн 1941 йылдан да ауырыраҡ була, дала киңлектәренә сығып алған немец армияһы тимер аждаһа һымаҡ юлындағы бөтә нәмәне емереп, яндырып алға бара. Сталиндың «Бер аҙым да артҡа сигенеү юҡ!» тигән 227-се бойороғоноң шул көндәрҙә сы­ғыуы ла хәлдең ниндәй көсөргәнешле булыуын дәлилләй.
Оҙаҡламай ауылға «Рядовой Зәкә­риә Әфтәх улы Вәхитов 1942 йылдың 16 авгусында һәләк булды, Воронеж өлкә­һенең Колодежное ауылы эргәһендә ер­ләнде» тигән ҡағыҙ килде. Әсәйем Рәзифә мине ҡосаҡлап, һығылып-һы­ғылып илаһа ла, был хә­бәргә ышанғыһы килмә­не, көттө, һу­ғыш бөткәс тә өмөтөн өҙмәне.
Мин инде, бала кеше, бигерәк тә мөғжизәгә ышандым: бәлки, берәй хата киткәндер, бәлки, атай әсир­леккә эләккәндер ҙә ҡайтып төшөр әле, тип өмөтләндем. Ҙурайғас, ҡәберен эҙләп табыу теләге тынғы бирмәне.
Йылдар үтте, тормош дауам итте. Үҙем өйләнеп, өс бала үҫтерҙем. Өлкән улым Замир медицина институтын тамамлап, юллама буйынса ҡасандыр Шайморатов дивизияһы һуғышып, немец илбаҫарҙарынан ҡотҡарған Липецк өлкәһенең Тербуны районына барып урынлашты. Тербуны ауылының урта мәктәбендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған музей эшләй, Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнеш тоталар, азатлыҡ өсөн ғүмерҙәрен фиҙа ҡылған башҡорт яугирҙәре тураһында иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлайҙар.
Хоҙайҙың амин тигән сағына тура килгәндер, Тербуны районы атайым һәләк булған Воронеж өлкәһе менән сиктәш булып сыҡты. Тик ул яҡта Колодежное исемле ауылдар күп кенә икән. Шулай ҙа эҙләй, хаттар яҙа торғас, быйыл Замир олатаһының туғандар ҡәберлегендә ерләнгән урынын барып табып, фотоға төшөрөп, ҡәберенән бер ус туп­раҡ алып ҡайтты. Уның әйтеүенсә, ул яҡтарҙа һәйкәлдәрҙе һәм ҡәберҙәрҙе бик тәрбиәләп тоталар һәм тарихҡа һаҡсыл ҡарайҙар. Бөтә ерҙә лә шулай булһын ине. Урындағы тыуған яҡты өйрә­неү менән шөғөл­ләнгән тарихсылар Замирға 219-сы дивизияның 1942 йыл­дың авгусында ҡаты алышта ҡатнашыуы тураһында бәйән итәләр.
...Фашист ғәскәрҙәренең Сталинградҡа һөжүм иткән частарын көсһөҙләндереп, ситкә йәлеп итер өсөн, Жуковтың күр­һәтмәһе буйынса Воронеждан көньяҡ­ҡараҡ, Паулюс армияһының һул яҡ флангында, совет ғәскәрҙәренең ялған һөжүмен ойошторорға ҡушыла. Әлбиттә, мылтыҡ менән генә ҡоралланған пехо­таның тауҙа нығынып алған дошманға ҡаршы һөжүме артиллерия уты менән дә, танктар менән дә (авиация тураһында әйтеп тораһы ла юҡ) яҡшылап нығы­тылмай. Һөҙөмтәлә Сталинградты немец илбаҫарҙарынан һаҡлап ҡалыу өсөн аяуһыҙ һуғышҡан меңәрләгән һалдат яу яланында башын һала. Ирекһеҙҙән «Штрафбат» фильмының һуңғы серияһы иҫкә төшә. Ә иң фажиғәлеһе шул: фашис­тар бер нисә ай буйына яралыларҙы һәм мәйеттәрҙе йыйып алырға ирек бирмәй. Хатта «Ҡыҙыл тәре» сани­тарҙарына аталар. Тик 1942 йылдың аҙағында, дошман сигенә башлағас ҡына, мәйеттәрҙе йыйып, бер урынға ерләйҙәр. Әлбиттә, быларҙы ишетеүе бик ҡыйын булды, әммә яҙмай булдыра алмайым — әлеге көндә фашизмды аҡларға маташ­ҡандарға яуап һүҙем был.
Шулай итеп, атай һуғышҡа киткәндән һуң 72 йыл үткәс, ҡабаттан күрешкән кеүек булдыҡ, мәрхүмдең дә рухы тыныс­ланып ҡалғандыр, моғайын. Бынан һуң ир-егеттәрҙе тыуған ерҙәренән айырып, балаларын етем ҡалдырған ҡан ҡойғос һуғыштар булмаһын ине, тигән теләктә ҡалам.


Вернуться назад