Башҡорт ауылы Башкирканы юҡһынып08.10.2014
Башҡорт ауылы  Башкирканы юҡһынып
Туғандаш Украиналағы ҡан ҡойош йөрәктәрҙе әрнетеп, төрлө уйҙарға һала. Фашист затлы кешеләр ватандаштарын да, милләттәштәрен дә аямай. Хатта балаларҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, әсәләрҙе, оло йәштәгеләрҙе ҡыралар... Тотош ауылдар юҡҡа сыға.
Бөгөн һуғыш барған Украина ерендә Башкирка тигән ауыл булған. Әле ул ни хәлдә, тағы фашистар ҡорбанына әйләндеме икән? Ә бит унда башҡорттар йәшәгән. Был ауыл тураһында миңә Шишмә районының Ҡушҡыуаҡ ауылынан бажам — Бөйөк Ватан һуғышы яугире Мәхмүт Йосоп улы Байбурин һөйләгәйне.


Баһадир кәүҙәле Мәхмүт Байбурин разведка ротаһында хеҙмәт иткән. Ул Украинаны, Белоруссияны, Европа илдә­рен фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан. “Тел” алырға йыш ебәрә торғайнылар. Фашист офицерын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫ­тырып ҡына алып ҡайта торғайным”, — тип һөйләне ул бер осрашҡанда.
...Шулай бер ваҡыт “тел” алырға бар­ғас, эш тауыш-тынһыҙ ғына килеп сыҡ­май. Ауыл Советы бинаһын фашистар үҙҙәренең хәрби штабы итеп фай­ҙа­ланғaн икән. Йортҡа барып инеүгә, өҫтә­ренә ике һаҡсы ташлана. Мәхмүт йоҙроғо менән береһенең түбәһенә ҡундыра, ләкин теге сүгеп, йәнен фиҙа ҡылғанда ҡысҡырып өлгөрә. Тауышҡа бер офицер, ике немец һалдаты килеп сыға. Офицер пистолетын Мәхмүттең маңлайына килтереп терәй. Мәхмүт ҡулдарын артҡа ҡуйып тора ла башы менән тегенең маңлайын төкөй. Фашист, аңын юғалтып, иҙәнгә сүгәләй. Ә ике һалдатты йәше­ренеп торған беҙҙең разведчиктар “тыныс­ландыра”.
Тышта тауыштар ишетелә башлау менән беҙҙекеләр, тәҙрә аша ташланып, ҡайтыр яҡҡа юл ала. Шулай ҙа эҙһеҙ генә ҡотола алмайҙар. Мәхмүттең аяғы ҡаты йәрәхәтләнә. Уның итегенең эсе тулы ҡан була, әммә атлауын дауам итеп, “тел”де штабҡа килтереп тапшыра. Ул бик ҡиммәтле мәғлүмәттәр бирә. Ә Байбурин­дың батырлығы орден менән баһалана.
Госпиталдән сыҡҡас та Мәхмүт хеҙ­мәтен дауам итә. Тик башҡаса уны раз­ведкаға ебәрмәйҙәр, фашистарҙан азат иткән ерҙә ҡалдыралар. Урманда ҡасып йөрөгән немец һалдаттарын эҙәрлекләү һәм юҡ итеү төркөмөнә эләгә ул.
Бер мәл янып ятҡан самолет төтөнөнә ышыҡланып йүгергән ике фашисты тотоп алалар. Шунда Мәхмүт Башкирка тигән бер ауылға тап була, ләкин бында бер кем дә күренмәй. Фашистар ауылды тотошлайы менән яндырған булып сыға. Ауылдан тик мейестәр, торбалар ғына һерәйеп тороп ҡалған. Бажа бер йорт ихатаһы янына килә, ни күрә, аяҡ аҫтында умарталар аунап ята, солоҡ умартаһы ла бар. Ә бал ҡорттары һаман гөж килеп бал ташый. Был күренешкә тап булған Мәхмүттең йөрәге әрнеп китә, күҙҙәренә йәш тула. Ул бөтә умарта­ларҙы ла үҙ урындарына күтәреп ултырта, түмәр умартаһын бер бағанаға бәйләп ҡуя. “Бал ҡорттары мине таныны, ахыры, береһе лә саҡманы”, — тип һөйлә­гәне хәтерҙә.
Бында умарталар ҙа, мейестәрҙең формалары ла беҙҙең башҡорттоң мөхи­тен хәтерләткәнен тойоп, кемделер ос­ратырға уйлаһа ла, ауылда берәүҙе лә таба алмай. Ул, күрше ауылға барып, был турала һораша. Баҡһаң, Дон буйында гигант күмер ятҡылыҡтары асыл­ғас, бөтә илдән шахтерҙарҙы йыйғандар икән. Хатта ғаиләләре менән күсеп килеүселәр булған. Күрше ауылдың инәйе Башкирка ауылында Башҡорт­остан кешеләре йәшәүе тураһында һоҡ­ланып һөйләгән: “Бал айыртҡанда баш­ҡорт­тар беҙҙең ҡасабаның кеше­ләрен дә бал менән һыйлай торғайны, ә балдан ҡойолған “һарилкалары” эсеп туйғыһыҙ тәмле була торғайны”.
Әле ни хәлдә икән был башҡорт ауы­лы? Бажамдың һөйләгәндәре иҫемә төшә лә, йөрәк һыҡрап ҡуя. Бөгөн унда барған фажиғәләрҙе ишетһә, Мәхмүт илар ине. Ул бит был илде ҡотҡарыу өсөн ҡан түгеп һуғышҡан. Хәҙер бажам яҡты донъяла юҡ инде. Һуғыш яралары уны иртәрәк алып китте шул. Уның тормош иптәше Зәкиә Байбурина ла — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Сталинград һуғышында ҡатнаш­ҡан. Бик күп орден-миҙалдарға лайыҡ булған.
Ҡушҡыуаҡ ауылына барғас, Мәскәүҙә нәшер ителгән “Еңеү һалдаттары”, “Утлы саҡрымдар”, “Һуғышта һәм һуғыштан һуң” тигән китаптар ҡулыма килеп эләкте. Уларҙа Зәкиә апайҙың батырлыҡтары тураһында ла яҙылған. Ә “Гвардияның һөжүме” тигән китапта старшина Зәкиә Байбуринаның 1942 йылда хәрби шәфҡәт туташтары курсын тамамлап, фронтҡа китеүе тураһында әйтелгән һәм фото­һүрәте бирелгән. Унда уның капитан Евгений Немовты, ҡаты яраланғас, фашист бомбалары аҫтынан плащ-палаткаға һа­лып миналар баҫыуы аша һөйрәп алып сығыуы тураһында бәйән ителә. Ә капитанды госпиталгә һалғас, ул уға үҙенең ҡанын бирә.
Зәкиә Ғәбделвәли ҡыҙы һуғыштан һуң Шишмә хәрби комиссариатында эшләй. Ошо мәлдә Мәхмүт Байбурин уны осрата ла инде. Ике яугир Ҡушҡыуаҡта татыу ғаилә ҡороп йәшәне. Өс ул үҫтереп, кеше иттеләр. Быйыл уларҙың икеһенә лә 90 йәш тулған булыр ине.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан был ике данлы шәхесте тағы ла бер тапҡыр баш эйеп иҫкә алғы килә. Урындары йәннәттә булһын.


Вернуться назад