Хужалыҡ ныҡ булһа...07.10.2014
Ауыл эшсәндәренең мәшәҡәте баштан ашҡан. Бөртөклөләрҙе йыйып бөтөр-бөтмәҫтән ҡышҡа әҙерлекте лә башларға кәрәк. Быны “Йондоҙ” йәмғиәте миҫалында ла күреп беләбеҙ. Шөкөр, хужалыҡ күҙгә күренеп нығына, машина-трактор паркын яңырта, сәсеүлек майҙанын киңәйтә. Бына туғыҙ йыл инде уға Юрис Латипов етәкселек итә. Хужалыҡтың бөгөнгө хәлен, ниндәй һулыш менән йәшәүен Юрис Хәйҙәр улынан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр. Шуға ла һүҙҙе уның үҙенә бирәйек.

– Хужалыҡта 60 кеше эшләй, тимәк, һәр береһе ошонда социаль яҡтан ҡурсаланыуға өмөт итеп килгән. Шуны иҫәпкә алып, мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышабыҙ. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында биреп барырға ынтылабыҙ, игенләтә лә алалар, техника кәрәкһә лә мөрәжәғәт итәләр. Малсылыҡты үҫтереү отошло, тип мал һанын арттырабыҙ, хәҙер 700-ләп башҡа еткерҙек, ә һауын һыйырҙары — 300 баш.
Ауыл хужалығында һәр эш шулай бер-береһенә ялғанып бара инде ул. Мине йәштәрҙең эшкә килмәүе борсой. Әле ярай ҙа оло йәштәгеләр ҡотҡара, ә улар хаҡлы ялға сыҡһа, кемдәр менән ҡалырбыҙ?
Һуңғы осорҙа ил Хөкүмәтенең ауыл хужа­лығына иғтибарҙы арттырыуы һәйбәт. Һөт өсөн субсидия бүлеүҙәре лә тармаҡты үҫтерергә мөмкинлек бирә. Техника, ашлама һәм яғыулыҡ мәсьәләләрендә лә ярҙамһыҙ булмай. Ауылдарҙы бөтөрмәйбеҙ тибеҙ икән, эш урындарын булдырыу йәки һаҡлап ҡалыу — тәүге бурыс. Юғиһә халыҡ үҙенә ҡулайыраҡ ергә күсенә. Бына ошо мәсьәләләр хаҡында уйлап, хужалыҡты артабан да нығытырға тигән маҡсат менән йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ, – тип тамамланы һүҙен Ю. Латипов.

Фәнис ҒӘББӘСОВ яҙып алды.





Вернуться назад