Абҙаҡтар уттан ҡурҡмай07.10.2014
Абҙаҡтар уттан ҡурҡмай
Белорет районының Абҙаҡ ауылында айырым янғын һағын асыу тантанаһы булып үтте. Уға әҙерлек былтыр яҙ уҡ башланғайны. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күп кенә әҙерлек саралары башҡарылды. Техниканы, янғын-техник ҡорамалдарын файҙаланыуға шарттар булдырыу, бинаны тейешле талаптарға ярашлы итеп әҙерләү, халыҡты лайыҡлы хеҙмәтләндереү өсөн бар хеҙмәткәрҙәрҙе лә алдан ныҡлап өйрәтергә тура килде. Һайлап алыу юлы менән эшкә алынғандар белемен камиллаштырыу өсөн өс ай баш ҡалала әҙерлек курсында уҡып ҡайтты.



Бөгөн бөтә талаптарға ла яуап биргән янғын һағы Абҙаҡ ауылын, “Абҙаҡ” тау саңғыһы үҙәген, Әбйәлил районының Мораҡай, Яңы Балапан, Йәнекәй ауылдарын һәм төрлө социаль объекттарҙы хеҙмәтләндереүгә әҙер. Уның бурысы – янғынға ҡаршы көрәшеү, иҫкәртеү саралары үткәреү һәм хәүеф урынына ваҡытында килеп етеү.
Һаҡ хеҙмәткәрҙәре йыл башында янғынға ҡаршы көрәшкә рәсми рәүештә баҫты. Үҙенең ҡыҫҡа ғына эшмәкәрлеге дәүерендә бүлек 25 тапҡыр ут һүндерергә сыҡҡан, юл-транспорт фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан, төрлө күнекмәләр үткәргән.
Бөгөн янғын һағында бөтәһе 15 хеҙмәткәр эшләй. Көтөлмәгән хәлдәр килеп сыҡҡан осраҡта “Урал”, “ЗиЛ” һәм Абҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәтенең “АРС-14” автомобилдәре һәм төрлө авария-ҡотҡарыу ҡорамалдары, янғындан һаҡланыу саралары әҙер тора.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының янғын һүндереү һәм авария-ҡотҡарыу эштәрен ойоштороу идаралығы начальнигы урын­баҫары Виталий Барзайкин, Абҙаҡ миҫалында Башҡортостан Президентының һәм Хөкү­мәтенең республикала янғынға ҡаршы хеҙмәт булдырыу тураһындағы ҡарарының тормошҡа ашыуын, был йүнәлештә ҙур эш алып барылыуын билдәне.
Абҙаҡтар уттан ҡурҡмайТантанала оператив хеҙмәт эшмә­кәрлегендә күрһәткән фиҙакәр һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн айырым хеҙмәткәрҙәргә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ведомство наградалары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Хакимиәт башлығының кадрҙар мәсьәләһе буйынса урынбаҫары Иван Пинящук, барыһын да иҫтә­лекле ваҡиға менән ҡотлап, көтөлмәгән хәүефле хәлдәрҙең әҙерәк булыуын, күберәк иҫкәртеү саралары ғына үткә­рергә яҙыуын теләне.
Янғын һағын асыу тантанаһында респуб­лика­ның янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәте отряды етәкселәре һәм башҡа рәсми ҡунаҡтар ҡатнашты, улар хужаларға ҡотлауҙарын һәм бүләктәрен тапшырҙы.


Вернуться назад