Ғәлиәхмәт ауылында умартасылар династияһын уңышлы дауам итеүселәр байтаҡ. Шуларҙың береһе — Булат Бикбов. Бал бабай 40 йылдан ашыу бал ҡорто үрсетә.
Уның атаһы Шаһиморат заманында ауылда ғына түгел, тотош районда танылған умартасы була. Ата-бабаларҙың был кәсебенә ҡарата улында ла һөйөү тәрбиәләй. Ул саҡта башҡорт балына әллә ни иғтибар булмай: уны һатыуы ла ауырға төшә. Әммә үҙҙәре лә бал ҡортондай тырыш Бикбовтар юғалып ҡалмай: яратҡан шөғөлдәренә тоғро ҡала.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Булат Бикбов умартасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнә. Әйткәндәй, хозур тәбиғәт ҡосағында ултырған Ғәлиәхмәттә бал ҡорто үрсетеүе ауыр түгел. Эргәләге йүкә ағастары, шау-сәскәле болондар йыл дауамында нәҙекәйбилдәргә хуш еҫле тәмлекәс йыйырға булышлыҡ итә. Шуға күрә иң татлы бал тап Ғәлиәхмәт умартасыларында тигән дан тирә-яҡта күптән таралған.
— Һатыуға алып йөрөмәйбеҙ, өйөбөҙҙән килеп алалар, — ти умартасы олатай. – Әле 16 умартам бар, һәр береһенән яҡынса 30 килограмм бал сыға. Йүкә балы шифалы булыуы менән айырылып тора, шуға күрә уны һораусылар күп. Йышыраҡ Орск һәм Гай ҡалаһынан киләләр. Ҡасандыр атайҙары минең балды һатып алып ашаһа, бөгөн балалары, хатта ейәндәре тәмләй.
Күптәр етерлек итеп етештереп тә һатыуға сығара алмай интеккәндә, Булат Шаһиморат улының балына ихтыяждың шул тиклем ҙур булыуының серен һорамай булдыра алманым. “Сере ябай: тырышлыҡ, ихласлыҡ һәм таҙалыҡта”, — тип яуап ҡайтарҙы ул. Таҙалыҡ тигәндә әңгәмәсем балға шәкәр өҫтәмәүҙе күҙ уңында тота.
Шуныһы ҡыуаныслы: ҡасандыр атаһынан күскән шөғөлгә бөгөн тәжрибәле умартасы улдарын да өйрәтә. Фәрит, Юлай һәм Баязиттың үҙ умарталары бар. Шулай ҙа атайҙарына ярҙамлашыу һәм ҡорттарҙы тәрбиәләү серенә нығыраҡ төшөнөү ниәтенән улар бында йыш килә. Атанан күргән уҡ юнған, тип бушҡа әйтмәйҙәр бит.