Ғәзизәгә һеңлекәш алып ҡайттылар. Ҡыҙыҡай бәпесте әллә ни оҡшатып етмәне.
— Ниңә һөйләшә, атлай белгәнен алманығыҙ инде? — тип уфтанды ул. — Ни уйнап булмай, ни йүнле исеме юҡ.
Әсәһе бәпәйгә Кәримә тип “йүргәк исеме” ҡушҡан да ул, атаһы оҡшатмай.
Дуҫ ҡыҙҙары Ғәзизәнең һеңлеһенә исем һайлаша башланы.
— Әйҙә, Эльвира тип ҡушығыҙ, — тине Эльвира.
Лиана, Анжела, Альбина, Флорида, Карина, Регина, Адель — тағы әллә ниндәй исемдәр әйтеп бөттө әхирәттәре. Ғәзизә быларҙы түкмәй-сәсмәй өләсәһенә һөйләне.
— Беҙ башҡорт бит, балам, — тине өләсәһе. — Үҙебеҙҙең дә матур, мәғәнәле исемдәребеҙ күп.
Атаһы ла, әсәһе лә бының менән ризалашты. Бәпескә исемде Һәҙиә тип ҡуштылар.
— Әбейҙәр исеме ҡушҡанһығыҙ бит, — тине Ғәзизәгә Рузанна.
— Әбейҙәр ҙә заманында бәпәй булған, — тип өләсәһенең әйткән һүҙҙәрен ҡабатланы Ғәзизә. — Һәҙиә “бүләк” тигәнде аңлата. Ә Һәҙиә Дәүләтшина тигән инәй шундай шәп китаптар яҙған. Һеңлем дә аҡыллы, талантлы булһын тигән теләк менән уға шундай исемде ҡуштыҡ.
Гүзәл СИТДИҠОВА.