Йыл башынан алып Башҡортостанда алданған өлөшсөләр иҫәбендәге 28 кешегә торлаҡ бирелгән.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алһыу Ғәйнетдинова рәйеслегендәге эш төркөмө ултырышында төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан граждандарҙың хоҡуғын яҡлау мәсьәләһе тикшерелде. Һөйләшеүҙә шулай уҡ төрлө ведомстволар, һалым хеҙмәте, прокуратура һәм төбәктәрҙәге башҡарма власть органдары вәкилдәре ҡатнашты.
Алданған өлөшсөләрҙең мәсьәләләрен ҡарау буйынса эш төркөмө ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың бойороғона ярашлы ойошторолғайны. Уның ултырыштарында округ төбәктәрендәге төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу мәсьәләләре ҡарала, зыян күргән граждандарҙың проблемаларын законлы хәл итеү юлдары билдәләнә.
Әле округта проблемалы объекттарҙы асыҡлау буйынса ҙур эш башҡарылған. Һәр төбәктә ошо мәсьәләне хәл итеү планы һәм графиктары эшләнгән, финанслау күләме һәм сығанаҡтары раҫланған. Бынан тыш, ярҙамға мохтаж граждандарға мәғлүмәт биреү, аңлатыу хеҙмәте күрһәтелә.
Ултырыш йомғаҡтары буйынса 1 ноябргә тиклем төбәктәргә һәр объект буйынса төҙәтмәләр индерелгән план-графиктарҙы, өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе эш төркөмөнә тәҡдим итеү бурысы ҡуйылды. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, йыл башында округ буйынса 119 проблемалы объект, 9,7 мең алданған өлөшсө иҫәпләнгән. 15 мартта уҙғарылған инвентаризация һөҙөмтәһендә бындай объекттарҙың — 42 процентҡа, алданған өлөшсөләрҙең 22 процентҡа артыуы асыҡланған булһа, 15 сентябргә был һандар 16 берәмеккә һәм 9,5 процентҡа кәмегән.