Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте07.10.2014
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хеҙмәттәре һәм оҙаҡ йылдар һөҙөмтәле эшләгәне өсөн Федераль медицина-биология агентлығының 142-се медицина-санитария часындағы бүлек мөдире Клименко Виктор Владимировичҡа “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы” тигән маҡтаулы исем бирелде.

* * *
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы, Мәләүез районы хакимиәте башлығы Вахитов Малик Шакир улы — “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены, “Нефтегазспецстрой” фирмаһының экскаватор машинисы Әғләмов Хәниф Әхмәтзәки улы, Илеш районындағы Ҡәҙер ауыл Советы башлығы Ғәббәсов Рәйес Ғата улы, Салауат ҡалаһындағы балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Голышева Ольга Борисовна, Асҡын мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе Дәүләтбаев Рөстәм Әхәт улы, “Уралтрубопроводстройпроект” проект фирмаһының техник директоры Заһитов Нәғим Рим улы, “Теремстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте мастеры Мәрҙәнов Александр Етегән улы, Әлшәй районы хакимиәте башлығы Мостафин Дамир Радик улы, Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ төҙөлөшө фондының баш бухгалтеры Рәхимова Ирина Владимировна, Нуриман районы хакимиәте водителе Тажетдинов Роберт Шәмсиәхмәт улы, “Өлкәндәр өсөн халыҡ университеты” социаль үҙәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Хәйҙәров Рафиҡ Ғилмийәр улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.



Штутгарт музыка академияһы студенты Хәмиҙуллин Рөстәм Рәүеф улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы”, Мәскәү ҡалаһындағы “ЦНИИЭП жилища” асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры урынбаҫары Магай Анатолий Алексеевичҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы”, “Рампа” журналы редакцияһы директоры (баш мөхәррире) Тонконогий Игорь Валерьевичҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы”, Межгорье ҡалаһындағы “Төҙөүсе” мәҙәниәт йорто директоры Егоров Владимир Николаевичҡа, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусыһы Зәйнәшев Тәфтизән Хәким улына, Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайының үҙешмәкәр сәнғәт коллективы етәксеһе Зөбәйерова Әлфиә Шәмсетдин ҡыҙына, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостандағы тарихи-демонстрация залы мөдире Минаев Юрий Васильевичҡа, Башҡортостандағы һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандарының (пенсионерҙарҙың) “Ҡанатлы гвардия” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Шмырин Сергей Георгиевичҡа, “Красноусол” шифаханаһы директоры урынбаҫары Юлмөхәмәтова Рәмзиә Шакирйән ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, Өфө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Дүсәлимова Лира Сабир ҡыҙына, “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Кәлимуллин Ирек Батыршәйех улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы”, Ҡариҙел районынан шәхси эшҡыуар Әүҙийәров Рәмил Сәлимйән улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман сәнәғәте хеҙмәткәре”, “Уралагротехсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Әхмәтшин Илшат Фәиз улына, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Строй-Лидер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте маляры Әхмәтова Рәйсә Рафиҡ ҡыҙына, Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Биглов Дамир Хәзип улына, Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең баш архитекторы Ғабдуллин Илдар Сәлихйән улына, “Керамика” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Ғөбәйев Сәлим Сәрүәр улына, Иглин юл төҙөкләндереү-төҙөү идаралығы начальнигы Маликов Олег Вил улына, Өфө ҡалаһындағы “Интерстройсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Миңләхмәтов Булат Рәфҡәт улына, Өфө ҡалаһы хакимиәтендәге архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса баш идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Хәбибуллин Илдар Мөнир улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе”, Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының табип-гастроэнтерологы Бакирова Гөлшат Хәмиҙулла ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы”, “Красноусол” шифаханаһының баш ашнаҡсыһы Исмәғилева Лира Хөрмәт ҡыҙына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.


Вернуться назад