Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов Республика йортонда төбәктәге күренекле эшмәкәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Йәмғеһе 54 кеше бүләкләнде.
– Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһендә бөгөн республика социаль-иҡтисади үҫештең барлыҡ төп күрһәткестәре буйынса эҙмә-эҙлекле алға бара, был күрһәткестәр әүәлге йылдарға ҡарағанда байтаҡҡа яҡшыраҡ һәм ил буйынса уртаса кимәлдән юғарыраҡ, — тине Сергей Молчанов. — Иҡтисади йәһәттән Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылар иҫәбендәбеҙ. Етештереүҙәге бурыстарҙы уңышлы үтәйбеҙ, халыҡтың тормошон яҡшыртыу йәһәтенән әүҙем эш алып барабыҙ. Башҡортостанда йыл һайын тиҫтәләрсә социаль объект сафҡа инә, торлаҡ күләме арта.
Сергей Молчанов бүләкләнеүселәрҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов исеменән ҡотланы. Сарала хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булған Владимир Дмитрюк “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе менән бүләкләнде, Салауаттағы “Нефтехимик” ял һәм ижад үҙәгенең “Йылмайыу” өлгөлө ансамбле етәксеһе Марина Костригина “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.