Республика мосолмандары иң ҙур байрамдарҙың береһе булған Ҡорбан ғәйетендә фарыз ғәмәлдәрҙе хәленән килгәнсә атҡарырға тырыша. Изге көндәрҙең йылдан-йыл күркәмерәк, ихласыраҡ уҙыуы айырыуса ҡыуаныслы.
Үрге Йәркәйҙәге “Тәүбә” мәсетенә ғәйет уңайынан өлкәндәр, йәштәр, балалар бик күп йыйылды.
– Мөбәрәк байрамды изге теләктәр, ниәттәр менән ҡаршылайбыҙ, – тине сығышында Илеш һәм Баҡалы райондарының имам-ахуны Рөстәм хәҙрәт Абушахмин. – Аллаһ ризалығы өсөн салған ҡорбандарыбыҙ ҡабул булһын. Изге байрам халыҡ араһында татыулыҡты, дуҫлыҡты арттыра, туғанлыҡ хистәрен нығыта. Барсабыҙға ла именлек, тыныслыҡ, бәхет юлдаш булһын.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рубин Ғәлимов та халыҡты байрам менән ихлас ҡотланы. Сығыштарҙан һуң ғәйет намаҙы уҡылды, ҡорбан малдары салынды.
Ошондай уҡ ғәмәлдәр райондың һәр ауылында уҙғарылды. Халыҡ мәсеттәрҙең киләсәктә лә кешеләрҙе туплар рухи маяҡ булыуына, иман, берҙәмлек бәрәкәтендә төйәктәрҙең именлегенә өмөт-ышаныс белдереп таралды.