Ҡорбан байрамы айҡанлы07.10.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡын Ҡорбан байрамы менән ҡотланы:


“Хөрмәтле Башҡортостан Респуб­ликаһы мосолмандары!
Һеҙҙе Изге Ҡорбан байрамы менән ихлас ҡотлайым!
Быуаттар дауамында был байрам заманыбыҙҙы мосолман донъяһы халыҡтарының бай тарихы һәм мәҙәниәте менән бәйләгән исламдың әхлаҡи ҡиммәттәрен сағылдыра. Был көндәрҙә дингә инанған һәр кешенең күңеле миһырбанлылыҡ һәм ғәҙеллек, яҡыныңдың хәлен уртаҡлашыу, уның хаҡында хәстәрлек күреү кеүек изге тойғолар һәм яҡты уйҙар менән һуғарыла.
Башҡортостандағы мосолман өммәтенең күп яҡлы эшмәкәрлеге лә яҡшы эштәргә йүнәлтелә. Бөгөн яңы мәсеттәр төҙөлә, дини белем биреү системаһы үҫтерелә. Йыл һайын хаж ҡылына, мәсеттәрҙә тыуған ерҙең именлеген һорап доға ҡылына. Мосолмандар ғаилә нигеҙҙәрен нығытыуға, хәйриәлекте үҫтереүгә, экстремизм һәм дини дошманлыҡ күренештәренә ҡаршы тороуға булышлыҡ иткән шарттар тыуҙырыуға тос өлөш индерә.
Һеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм тыныслыҡ, барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!”


Вернуться назад