Билдәле булыуынса, 2014–2015 йылдарҙа Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына Рәсәй рәйеслек итә, шуға ярашлы, бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһында сит ил делегациялары ҡатнашлығында Йәштәр инновация форумы асыла.
Республика Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан һәм Ҡытай ғалимдарын ҡабул итә. Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, “Рәсәй йәштәр союзы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостан Хөкүмәте ойошторған йыйында Рәсәйҙең ҙур ҡалалары вәкилдәре лә ҡатнаша. Эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен наносистемалар индустрияһы, ауыл хужалығы, энергетика, тәбиғәтте һөҙөмтәле файҙаланыу, мәғлүмәт технологиялары һәм медицина өлкәһендәге алдынғы тәжрибәләр тәшкил итә. Шулай уҡ “ШОС илдәренең фән һәм инновациялар өлкәһендәге хеҙмәттәшлегенең үҫеш мөмкинлектәре” тигән түңәрәк өҫтәл була. Өфөлә тәүге тапҡыр ШОС киңлегендә иҡтисадты үҫтереүҙә фән менән инновацияларҙың әһәмиәте хаҡында фекер алышыу ҙа ойошторола.
Өфөгә шулай уҡ абруйлы Зворыкин премияһының алты лауреаты килде. Улар үҙенсәлекле уйлап табыуҙарын тәҡдим итә. Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттары ла ике инновация проекты менән таныштырыу мөмкинлеген алды. Проекттар бәйгеһендә “Иң яҡшы инновация продукты”, “Иң яҡшы инновация проекты” һәм “Иң яҡшы инновациялы идея” кеүек номинацияларҙа өсәр еңеүсе билдәләнәсәк.