Ҡәҙерлебеҙҙе ныҡ яратабыҙ!31.01.2012
Минең өләсәйем, Сәриә Аҫылғужина, башланғыс кластарҙа уҡытыусы булып эшләгән. Мәғариф отличнигы, хеҙмәт ветераны тигән исемдәре бар. Өләсәйем яҡшы хеҙмәте өсөн бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙарын, төрлө йылдарҙағы фотоларҙы ҡәҙерләп һаҡлай.
Пенсияла булһа ла, бер ҙә буш ятмай ул. Ауылдың ветерандар советын етәкләй, беҙгә өйгә эштәрҙе башҡарырға ярҙам итә, дәрестәргә лә бара.
Өләсәйебеҙҙе ныҡ яратабыҙ. Йыл да тыуған көнөндә бүләктәр менән һөйөндөрәбеҙ: һүрәт төшөрәбеҙ, шиғыр ятлайбыҙ, йырлайбыҙ, бейейбеҙ. Ҡәҙерлемә оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйем!
Таңатар АҪЫЛҒУЖИН,
Мораҙым мәктәбе уҡыусыһы.
Бөрйән районы.


Вернуться назад