Өлгө булды йәшәлгән һәр көнө07.10.2014
Өлгө булды йәшәлгән һәр көнө
Залда дауаханаларҙа ғына күҙәтелгән етди, әммә бик йылы тынлыҡ урынлашты. Фигураларҙың тыҡ-тыҡ иткән тауышы ишетелә – Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре араһында шахмат буйынса ярыш старт алды.


Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына 46 йыл ғүмерен бағышлаған, ал-ял белмәй ихлас хеҙмәт иткән Наилә Өмөт­баеваның яҡты иҫтәлегенә бағыш­ланған II Республика шахмат тур­нирында 25 һаулыҡ һаҡлау уч­реждениеһынан 50 хеҙмәткәр көс һынашты.
Үҙенсәлекле сараға килгән һәр ҡунаҡ Наилә Хажи ҡыҙын иң йылы, һөйөү тулы һүҙҙәр менән хәтерләй. Нескә күңелле, оло йөрәкле гүзәл зат булараҡ, кеше өсөн ҡайғыра ла, шатлана ла белгән ул. Дуҫта­рын, яҡындарын, коллегаларын иғ­тибарлылығы, ойоштороу һәлә­те, үткерлеге менән хайран ҡалды­рып, уларға бихисап ярҙам күрһәт­кән.
Йәш сағынан ауырлыҡтарға би­решмәй, һынауҙарҙа сыныҡҡан ханым шахматты ла оҫта уйнаған. Тормош иптәше Вил Ғайса улы ме­нән дә 1961 йылда Белорет районында тап уйын мәлендә таныша.
Өлгө булды йәшәлгән һәр көнө– Наилә Хажи ҡыҙы коллективы, ғаиләһе өсөн ныҡлы таяныс, рух, илһам, шатлыҡ сығанағы булды. Бик алсаҡ, талапсан, матур ине. Ғүмерен кешегә ярҙам итеп үт­кәрҙе. Һәр өлкәлә лә һалдат кеүек иң алғы һыҙыҡта килде, – тип иҫкә ала Вил Ғайса улы ярты быуат бергә йәшәгән тормош иптәшен.
Наилә Өмөтбаеваның маһирлы­ғына, клиника-диагностика лабора­торияһы табибы, профсоюз ко­ми­те­ты рәйесе вазифаһында түк­кән хеҙмәтенә иҫтәлек итеп турнирҙы Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙ­мәткәрҙәре профсоюзының Баш­ҡортостан ойошмаһы Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник да­уаханаһы менән берлектә үткәрҙе. Еңеүсегә Наилә Өмөтбаева исе­мендәге күсмә кубок тапшырылды. Уны Ейәнсура районының Иҫәнғол үҙәк дауаханаһы исеменән уйнаған Зөмәрә Бирҙеғолова яуланы. Ко­ман­далар араһында беренсе урын­ды “Һаҡмар” республика шифа­ха­на­һы, икенсене – Кушнаренко, өсөн­сөнө Белорет районы үҙәк клиник дауаханалары алды.
Ҡасандыр Белорет ҡалаһының шахмат буйынса чемпионы исе­менә лайыҡ булған, республи­ка­ның һаулыҡ һаҡлау өлкәһе та­ри­хын­да яҡты эҙ ҡалдырған, йәшәйеше изгелек, именлек төшөнсәләрендә ҡоролоп, иле, халҡы өсөн янып йәшәгән Наилә Өмөтбаеваның йы­лы иҫтәлеге уйын таҡтаһылай аҡлы-ҡаралы тормошта уңыш, яңы бейеклектәр яуларға дәрт өҫтәп торасағына шигебеҙ юҡ.


Вернуться назад