Мәләүездә ҡала көнө һәм СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Харис Йосоповтың 85 йыллыҡ юбилейы айҡанлы дзюдо буйынса асыҡ турнир үткәйне.
Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә район хакимиәте Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов менән берлектә ойошторған сараның төп маҡсаты был төр көрәш менән шөғөлләнеүселәрҙең оҫталығын арттырыу, мәктәп уҡыусыларын сәләмәт тормош алып барырға саҡырыу булды.
Ярышта 2000 – 2002 йылғы, әҙерлектәре биш кюнан да кәм булмаған, тән ауырлығы 42 – 81 килограмм тәшкил иткән йәш спортсылар ҡатнашты. Улар араһында Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Дәүләкән, Ишембай райондарынан үҫмерҙәр ҙә бар ине.