Олимпия дәресе һабаҡтары07.10.2014
Олимпия дәресе һабаҡтары
Республика башҡорт лицей-интернаты уҡыусылары үҙенсәлекле яңылыҡ кисерҙе: улар өсөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса координаторы Вил Ғабдуллин һәм Өфөнөң “Дебют” балалар ижады үҙәге уҡытыусыһы Евгений Румак олимпия дәресе үткәрҙе.


Кикбоксинг һәм көрәш сәнғәте буйынса 24 тапҡыр донъя чемпионы Вил Ғабдуллин лицей егеттәре менән сәләмәт тормош алып барыуҙың мөһимлеге хаҡында әңгәмә ҡорҙо, йолаларҙы һанлап, ололарҙы ихтирам итеп йәшәү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, үҙ миҫалында “еңеүгә ынтылыу” төшөнсәһен аңлатты. Урамда ығы-зығыға тарымаҫ өсөн мәкерле уйлылар­ҙан алыҫыраҡ йөрөгөҙ тигәнерәк кәңәш-нәсихәт тә яңғыраны олимпия дәресендә. Өҫтәл хоккейы тренеры Евгений Румак спорттың күп төрлөлөгө, уның кешене тәрбиәләүе, сыныҡтырыуы, сабыр һәм ныҡыш­мал итеп үҫтереүе хаҡында һөйләне.
Сарала Вил Ғабдуллин уҡыусыларға бүләккә футбол, баскетбол туптары тапшырҙы.





Вернуться назад