“Башҡортостан” гәзитенә 1952 йылдан даими яҙылам, һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алам.
Башынан алып аҙағынаса уҡып сығам. Миңә ундағы яҙмаларҙың барыһы ла оҡшай. Ҙур әҫәрҙәрҙән өҙөктәрҙе, шулай уҡ хикәйәләрҙе яратам. Тик ни өсөндөр һуңғы осорҙа “Хат юлға саҡыра”, “Өлгөрбай яҙмалары” һирәк сыға башланы. Һайран ауыл Советында 36 йыл секретарь булып эшләп, пенсияға сыҡтым. Ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесемен, ошо вазифала эшләүемә быйыл 20 йыл тулды. “Башҡортостан” гәзитенән айырылырға иҫәбем юҡ. Милләттәштәремде лә рухи аҙыҡтан мәхрүм ҡалмаҫҡа саҡырам.