Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын, хөрмәтле ҡәрҙәштәр!03.10.2014
– Әс-сәләмү-ғәләй­күм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәт­ле мосолман ҡәрҙәш­тәр! Бөгөн – изге зөл­хизә айының туғы­ҙынсы Ғәрәфә көнө. Иртәгә мосолман­дар­ҙың иң ҙур байрамын – Ҡорбан ғәйетен – ҡаршылайбыҙ. Ул өс көн дауам итәсәк. Ибраһим ғәләйһис-сә­ләм ваҡытынан беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән оло, бөйөк байрам менән Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты исеменән барығыҙҙы ла ихлас күңелдән тәбрикләйем.
“Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал!” – тип бойорған Аллаһ Тәғәлә изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Әл-хәмдү лил-ләһ, был ғәмәлдәрҙе үтәгәндәр йылдан-йыл арта бара, мосолман ҡәрҙәштәребеҙ күпләп иман юлына баҫа.
Аллаһтың ризалығын өмөт итеп ҡорбан салыу зөлхизә айының 10-сы, 11-се, 12-се көндәрендә башҡарыла. Был ғәмәл Хаҡ Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә шөкөр итеү, фәҡирҙәргә ярҙам ҡулы һуҙыу, Раббыбыҙҙан гонаһтарҙы юйыуын, һаулыҡ, бәрәкәт бире­үен һорау ниәтендә атҡарыла. Изге ғәйет көндәрендә игелектәребеҙ ишәйә, иманыбыҙ яңыра, күңелдә мәрхәмәт, килер көндәргә ышаныс арта. Алдағы яҙмаларымда телгә алып үтеүемсә, әл-хәмдү лил-ләһ, ҡорбан салыусылар күбәйә. Хаҡ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә инаныуҙы, йомартлыҡты сағыл­дырған был ғәмәл хаҡында пәйғәмбәре­беҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең бихисап хәҙисе бар. Ҡорбан ғәйетендә мосолмандар мәжлестәр уҙғара, бүләктәр бирешә. Туған­дар, яҡындар менән күрешеү тормошҡа ҙур бәрәкәт бирә. Ҡорбан салдырған ғаиләгә килгән сауаптың иһә иҫәбе-хисабы юҡ. Йортҡа иман нуры инә, ул өйҙә генә түгел, күңелдәрҙә тамырлана, шул уҡ ваҡытта доға мәрхүмдәрҙең рухын яҡтырта.
Мөбәрәк зөлхизә айы – хаж ҡылыу мәле. Белеүегеҙсә, ул – Ислам диненең бишенсе терәге. Ошо көндәрҙә Ер йөҙөндә йәшәгән бер миллиард ярым самаһы мосолмандың вәкиле булараҡ, уларҙың бер нисә миллионы изге Ҡәғбәтулла янында хаж ғибәҙәтен үтәй. Аллаһ Тәғәлә беҙгә был ғәмәлде фарыз иткән икән, бында, тимәк, бөйөк хикмәт ята. Изге сәфәр әҙәм балаһын һәр яҡлап тәрбиәләй. Раббыбыҙҙың рәхмәтен өмөт итеп, хаж ғибәҙәтен үтәгән кеше гүйә ки яңы тыуған шикелле гонаһтан паклана, уның күңеле, рухы яҡтыра. Элек был ғәмәлде атҡарып ҡайт­ҡандарҙың күбеһе халыҡтың яҡын кәңәшсеһе­нә, фекер биреүсеһенә, рухи етәксе­һенә әйләнгән, ғилем бирә башлаған, иман йорттары төҙөгән. Хәҙерге хажиҙарыбыҙ ҙа ата-бабабыҙҙың изге юлын дауам итһен, халҡыбыҙ, милләтебеҙ, телебеҙ мәнфәғәтендә хеҙмәт күрһәтһен, Аллаһ уларҙың сәфәренә еңеллек бирһен, ҡылған ғәмәлдәрен ҡабул ҡылһын, Ватанына һау-сәләмәт ҡайтырға насип әйләһен, иншаллаһ.
“Мосолман башҡа ҡәрҙәшенә тел менән дә, ҡул көсө аша ла зыян килтермәҫ”, – тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Ул мәрхәмәтлелеге, шәфҡәтлелеге менән айырылып тора, ризығынан фәҡирҙәргә өлөш сығара, яҡшы кәңәш-фекере илә эргә-тирәһендәгеләрҙең күңелен үҫтереп йәшәй. Иншаллаһ, ошо күркәм сифаттар Ҡорбан ғәйетендә тағы ла артһын, йөҙҙәрҙәге иман нуры сағыуыраҡ балҡыһын, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, күркәм һүҙ-теләк аша йөрәктәргә дәрт, ышаныс өҫтәп йәшәргә насип ҡылһын. Донъябыҙ имен, аралағы мөнәсәбәттәребеҙ татыу, көндәребеҙ тыныс булһын. Ҡорбан ғәйете мөбәрәк килһен, киләһе байрамдарҙы ла ҡыуаныс-шатлыҡ менән ҡаршы алайыҡ, иншаллаһ! Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад