Асыуын тыя белгән кеше – иң көслөһө03.10.2014
Мосолман урынлы-урынһыҙ ярһып китмәй, нәфсе ҡотҡоһона бирелмәй. Әгәр ҙә кемгәлер, нимәгәлер хәтере ҡалһа, бының сәбәптәре хаҡында фекер йөрөтөп, ғәфү итергә тырыша. Был – уның өсөн ҙур дәрәжә.
“Арағыҙҙан кемдәрҙе күптәргә көсө етерлек кеше тип һанайһығыҙ?” – тип һораған бер саҡ Пәйғәмбәребеҙ сәхәбәләренән. “Дарманы ташып торғандарҙы”, – тип яуап­лаған улары. “Дөрөҫ түгел, – тигән Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм. – Асыуы килгәндә үҙен тыйып ҡала белгән кеше көслө була. Ундайҙарға Аллаһ яза биреп бармаҫ. Телен тыя белгәндең дә етешһеҙлектәрен йәшереп ҡалдырыр”.
Әҙәм балаһы асыулы килеш ниндәйҙер эш баш­ҡа­рыуҙан һаҡ булырға тейеш. Ошондай ваҡыттарҙа күпме ғаилә тарҡалғаны, енәйәт ҡылынғаны, балаларҙың етем ҡалыуы һәм башҡа бәлә-ҡаза хаҡында һәр кем уй­ланырға тейеш. Бер-береңә ҡарата түҙемле, сабыр була белмәй башлаһаң, араға иблис килеп ингән тигән һүҙ.
Мосолманда булырға тейешле төп һыҙаттар – дингә ысын күңелдән бирелгәнлек, баҫалҡылыҡ менән бер бөтөнгә әйләнгән ғилем, кеше хаҡын таныу, байып кит­кәндә саманы юғалтмау, фәҡирлеккә төшкәндә, мохтажлыҡ килгәндә башҡаларға ҡарата ла түҙемле булыу, ярҙам күрһәтеү.

Әжерен арттырып бирер

Әлбиттә, бәндә фәрештә түгел. Ҡайһы берҙәрҙең тәбиғәте зәғифлек менән тулы, күңеленең аҙашып киткән саҡтары ла була. Тик бындай саҡтарҙа ул тәүбә итә белергә тейеш.
“Матур һүҙең, ғәфү итә белеүең кемгәлер битәрләй-битәрләй саҙаҡа биреүҙән яҡшыраҡ, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Әгәр ҙә кеше Исламды ҡабул итһә, Аллаһ уның элекке гонаһтарын ярлыҡар, һәр изгелегенә әжерен ундан ете йөҙ тапҡырға тиклем арттырып бирер”.


Вернуться назад