Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иң “өлкән” проекттарының береһе булған “Йома” тапшырыуы 1991 йылда тәүге тапҡыр эфирға сыҡҡайны. Ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡытта мең самаһы тапшырыу әҙерләнгән. 4 октябрҙә – Ҡорбан ғәйетендә – республикабыҙҙың төп каналында көн дауамында “Йома”ның элекке сығарылыштары, уның тарихына, рухиәтебеҙгә бәйле яҙмалар күрһәтелеүе көтөлә. Күркәм байрамын билдәләгән дини тапшырыуҙың элеккеһе һәм бөгөнгөһө хаҡында ҡыҙыҡһынып, уның алып барыусыһы Морат хажи ЛОҠМАНОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– “Йома”ға уҙған быуаттың аҙаҡтарында – йәмғиәттә дингә ҡараштың ҡырҡыуыраҡ торған сағында – нигеҙ һалынған. Ҡатмарлы осорҙа, әлбиттә, яңы проектты тормошҡа ашыра башлауы еңелдән булмағандыр...
– Ысынлап та, был башланғысты “революцион аҙым” тип атарға мөмкин. Тапшырыуҙы башлар өсөн юғарынан рөхсәт алырға булғас, ундағы етәкселәр араһында бер аҙ икеләнеп ҡалыусылар осрай. Шул саҡта Юғары мөфтөй Тәлғәт хәҙрәт Тажетдиндың яҡлап һүҙ әйтеүе мәсьәләнең ыңғай хәл ителеүенә йоғонто яһай.
“Йома” – Башҡортостанда ғына түгел, ә барлыҡ Рәсәйҙә Исламды яҡтыртҡан тәүге дини телевизион проект. Тәүге тапшырыуҙарҙы хөрмәтле журналист Шәүрә Ғилманова алып бара. Аҙаҡ иһә был урынға ир-ат – Йәркәй хажи Яҡшыдәүләтов – килә. Йор һүҙле тел оҫтаһы, абруйлы журналистың “Йома”ны үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Алып барыусы вазифаһында ғалим дәрәжәһенә күтәрелә ул. Ғөмүмән, шул быуын ағайҙарыбыҙҙың, апайҙарыбыҙҙың динле, көслө ихтыярлы булыуына һоҡланмау мөмкин түгел. Үҫмер ваҡытымдан Йәркәй хажиҙың тапшырыуҙарын ҡалдырмайынса, йотлоғоп ҡарап барҙым. Хәҙер инде үҙемдең “Йома”ны алып барыуыма тиҫтә йыл булып китте. Эшемдә остазымдың өлгөһөнә эйәрергә, башланғыстарҙы дауам итергә тырышам.
– Тапшырыуҙың йылдар дауамында әһәмиәтен юғалтмауының сәбәбен ниҙә күрәһегеҙ?
– Динебеҙ тураһында әйтер һүҙ ифрат күп. Мәғлүмәттәр иҫкермәй ҙә, ялҡытмай ҙа. Ниндәйҙер тема, герой эҙләп баш ватаһы түгел – улар яныбыҙҙа. Халҡыбыҙ элек-электән Аллаһ Тәғәләнән көс алып, вәғәз-нәсихәттән ғәйрәтләнеп йәшәгән. Шунлыҡтан да “Йома” йылдар дауамында әһәмиәтен юғалтмай, киреһенсә, көндәлек ихтыяжға әйләнеп бара. Кеше, үҙе лә һиҙмәйенсә, беҙҙән яҡшылыҡҡа йүнәлеш алһын, тибеҙ.
– Белеүебеҙсә, тапшырыуҙа төрлө быуын өсөн кәрәкле мәғлүмәт бирелә. Майҙанды тағы ла киңәйтеү ниәте юҡмы?
– Өлкән йәштәгеләргә тәғәйенләнгән рубрикалар йолалар рәүешендә сыға. Йәштәрҙе тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Ғөмүмән, тапшырыуҙар халыҡтың ихтыяжына, дини аң-белеме үҫешенә ярашлы әҙерләнә. Бөйөк Мәжит Ғафуриҙың
“Бер аҙым алға баҫам да
Әйләнәм мин артыма –
Ҡайҙа баҫҡандар икән тип,
Күҙ һаламын халҡыма”
тигән шиғырындағылай, халыҡтан уҙып китергә лә, артта ҡалырға ла ярамай. Саҡ ҡына алдараҡ юл күрһәтеп барыу зарур. Күберәк Диниә назараттарындағы, мәсеттәрҙәге яңылыҡтар менән таныштырабыҙ, ауыл халҡы тормошон яҡтыртабыҙ. Ҡатын-ҡыҙ өсөн айырым “Серҙәштәр” тип аталған рубрикабыҙ бар.
Командировкаға ҡайҙа ғына сыҡһаҡ та, ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле фекерле, яҙмышлы кешеләргә тап булабыҙ. Ауыл халҡы күпләп йыйылып китә, аралаша, шунлыҡтан сәфәрҙәребеҙ ҙур байрамға әйләнә.
Халыҡтың дингә ихтыяжы ҙур булыу сәбәпле “Йома”ның рейтингы юғары. Етәкселек тә, әл-хәмдү лил-ләһ, беҙгә ҙур иғтибар бүлә, эш өсөн яҡшы шарттар тыуҙыра.
Майҙанды киңәйтеүгә килгәндә, белеүегеҙсә, халыҡтың һорауы буйынса “Әл-Фатиха” тип аталған урыҫса тапшырыу булдырылды. Ул “Йома”ның күсермәһе түгел, үҙ алымдары, маҡсаттары бар. Тапшырыу, әлбиттә, тағы ла үҫергә, тармаҡланырға тейеш. “Сәңгелдәк”тән юл алған “Тамыр” хәҙер ҡайһылай ҙурайып, тотош телеканалға әйләнде бит, шуның шикелле беҙ ҙә аныҡ маҡсаттар менән йәшәргә бурыслы. Тәү сиратта тапшырыуҙың географияһын киңәйтеү ниәте бар: төрлө ерҙә йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙҙең тормошон яҡтыртыу, шулай уҡ ғалимдар, балалар өсөн айырым рубрика асыу яҡшы булыр ине. Халыҡта бит дингә бәйле һорауҙар бик күп. Уларҙы төплө итеп тикшереп, яуап бирергә, үҙебеҙгә бағланған ышанысты аҡларға тейешбеҙ.