Яуызлыҡҡа тәһәрәт кәрәкмәй03.10.2014
“Уҫаллыҡ — көс хоҡуғынан бүтән хоҡуҡты белмәгән томаналарға хас сифат”.
Фрэнсис Бэкон, инглиз ғалимы.
Берәүҙәребеҙ “көн үтһен, сабата туҙһын” тип, донъяға ҡул һелтәп, икенселәребеҙ бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрҙән сәсәп, өсөнсөләребеҙ яҡты көндә сыра яндырып йөрөгән арала ғүмер ебе нәҙегәйә, өҙөлөү сигенә етә бара. Уны көтөп йәшәү, әлбиттә, ярамайҙыр. Дин әһелдәре ахырызаман, ҡиәмәт көнөнөң бер саҡ етәсәге тураһында илтифат итеүселәргә тылҡый килһә лә, һүҙҙең баһаһы юйылған, вәғәздәргә ғәҙәти лекция тигәнерәк мөнәсәбәт нығынған заманда мифик ғәмәлдәр тураһында иҫкәртеүҙәр ҙә, вәғәҙә-өгөттәр ҙә күңелгә ҡуна алмай. Беҙҙә цинизм, тәкәбберлек, “мин”де өҫтөн ҡуйыу тантана итә. Борон замандарҙа йәшәгән бер ғәрәп мәғрифәтсеһенең: “Мин ҡурсыулымын, ташҡын мине йотмаҫ, ләкин ни ҡылырмын, халҡым сәсәй ҡалһа?” — тигән һүҙҙәренең тәүге өлөшөн генә ҡабул итә. Мөмкин булһа, тирә-яҡ донъянан күптәребеҙ тимер рәшәткәләр менән генә түгел, ҡәлғә диуары менән көпләнер, бүтәндәрҙең барлығын белмәҫ тә ине.
Һәйбәт кешеләр
ҡул ҡаушырһа...
Аралар боҙолошоу, әлбиттә, әҙәм балалары араһында була торған хәл. Әммә глобаль дошманлыҡ, яуызлыҡтың сәйәси күренешкә әүерелеүе — хәҙерге заман тыуҙырған сифат. Донъя һуғыштары ваҡытында бер дәүләттә йәшәүсе ҡәүемдәрҙең икенсе дәүләттәгеләрҙең боғаҙынан алыуын ниндәйҙер сәбәптәр менән аңлатып булһа, милләттәрҙең милләттәр, бер конфессияның бүтән конфессия менән дошманлашыуы, цивилизация-ара көсөргәнештең дөйөм нәфрәткә әйләнеүе — әлегә тиҙ генә сиселә алмаҫтай сер. Шуғалыр, донъялағы төрлө процестар ошо юҫыҡты анализлаусы белгестәр тарафынан фаразлау рәүешендә генә аңлатыла. Мәҫәлән, ғәрәп донъяһын, Исламды, мосолман менталитетын ифрат яҡшы белгән академик Евгений Примаков Исламдағы радикаль кәйефтәрҙең ҡапыл ғына көсәйеп китеүен мосолман дәүләттәрендә иҡтисади шарттарҙың хөрт булыуы һәм сәйәси мөхиттең үҙгәреүе менән бәйләй.
Ә инде ғәмәли ваҡиғаларға килгәндә, 2011 йылдың ҡыш уртаһында Тунис Республикаһы — Әл-Йөмһүриәт әт-Тунисиәлә башланып киткән сыуалыштар ғәрәп ҡәүеме һәм, ғөмүмән, мосолман халыҡтары йәшәгән илдәргә ифрат тиҙ таралды. Төньяҡ Африка, Яҡын Көнсығышты ялмап алған болалар ысындан да янғынға оҡшаш. Күренекле политологтар, халыҡ-ара конъюнктура буйынса белгестәр әлеге күтәрелештең сәбәптәрен дә, маҡсаттарын да аныҡ ҡына билдәләй алмай. Ә инде әле фетнә, әле инҡилап тип аталыусы сыуалыштарҙың сәйәси, иҡтисади үә дәүләти программаһы тураһында әлегә яҡынса фаразлауҙар ҙа юҡ.
“...Башҡорт илен, уның ҡалаларын, ғилем биреүсе мәсет-мәҙрәсәләрен, яҙма ҡомартҡыларҙың көлөн күккә осороп, кешеләрен ҡырып уҙған татар-монголдарҙың ҡара яуы оло һәләкәт килтерә”, тип яҙҙы Яныбай Хамматов “Ҡара яу” тигән романына инеш һүҙҙә һәм ошолай дауам итә: “Туҡтамыш хандың өс йөҙ меңлек ғәскәрен эҙәрләп барышлай, Башҡортостанды ике тапҡыр иңләп үткән Аҡһаҡ Тимерҙең вәхшилеге лә Сыңғыҙ хан яуызлыҡтарынан кәм булмаған. Башҡортостандың шундай мәңге мандымаҫтай оло һәләкәткә еткерелеүенә Аллаһы Тәғәләнең ҡаты ҡәһәре төшөүме, әллә беҙ белмәгән бүтән төрлө сәбәп бармы?”
Ете-һигеҙ быуат әүәлге тетрәндергес ваҡиғаларҙы “Ислам дәүләте” тип аталған ультрарадикаль хәрәкәттең ҡоласлана барыусы фронты менән сағыштырырға теләүҙән түгел “Ҡара яу” әҫәрен хәтергә алыу. Заман башҡа, ҡәүемдәрҙең дәүләтселек формалары бүтәнсә. Шул уҡ ваҡытта афәттәр араһында оҡшашлыҡты ла күрмәү мөмкин түгел. Эш-ғәмәлдәрҙә бәйһеҙлек, әхлаҡ һәм игелек ҡанундарын инҡар итеү, фанатиклыҡ, йыртҡыслыҡ...
Теге ваҡытта ла монголдар туплаған ҡара яуға ҡаршы торорлоҡ һәм хатта уны һүндерерлек көстәр булған, әммә тарҡаулыҡ, үҙ-ара низағ, хакимдарҙың аңлашылмаған тәкәбберлеге ошо мөмкинлектәрҙе юҡҡа сығара килгән. Хәҙерге шарттарҙа радикаль Ислам, фашизм, террорлыҡ донъя дәүләттәренең бергәләп эшләй алмауы арҡаһында шашына. Инглиз публицисы һәм дәүләт эшмәкәре Эдмунд Берк әйтмешләй, “яуызлыҡ тантана итһен өсөн бер генә шарт — һәйбәт кешеләрҙең ҡул ҡаушырып ултырыуы кәрәк” икән.
Рәсәй йәмәғәтселегенең иғтибары әлеге мәлдә Украиналағы фажиғәле хәлдәргә йүнәлтелгән. Һәм был тәбиғи, сөнки күптән түгел генә бер илдә йәшәгән халыҡтар инек. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ғәйәт ҙур яфалар күргән, ҡорбан килтергән ошо ҡәүемдең ҡарынында “фашизм” рәүешендәге яуыз бала яралыр тип кем уйлаған? Рәсәй халыҡтары аңына “фашизм” яуызлыҡ символы булып мәңгелеккә һеңеп ҡалған. Хәйер, күрше Украинала нацизм менән фашизмдың хасил булыу билдәләрен, уларҙы иҫкәртеү сараларын ошо илдәге Рәсәй илселеге, махсус хеҙмәттәр күрергә һәм бойомға ашырырға тейеш ине. Хәҙер иһә Рәсәй күршеһендә дошмансыл, уртаҡ һүҙ таба алмаҫтай, хеҙмәттәшлек ептәрен өҙгән дәүләткә юлыҡты.
Көнбайыш һәм уның ярандары Рәсәйҙе уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарына ҡайтарыу ниәтен бойомға ашыра башлағандай. Иҡтисади санкциялар, сәйәси яңғыҙлыҡта ҡалдырыу — ҙур программаның бер өлөшө генә. Ил етәкселәренең тыныс күренергә тырышыуы, мыйыҡ ҡабартыуы, армияның һуғыш уйындары күңелдә тамырлана барған хәүеф тойғоһон тарата алмай. Ҙур һуғыш, ғәҙәттәгесә, хәрбиҙәр ҡулы менән түгел, бәлки сәйәсмәндәр ихтыяры менән әҙерләнә. Америка Ҡушма Штаттары ҡоласлы һуғыштың тәүге операцияһын Югославияла һынағайны. Унан сират Иракҡа етте. Артабан инде — Афғанстан, Ирандың ядро программаһына бәйләнеү, Европала ракетаға ҡаршы ҡоролмаларҙы ғәмәлдә Рәсәйгә зыянлы итеп планлаштырыу, Сүриәлә фетнәселәрҙе дәртләндереү... Бер үк ваҡытта Рәсәйҙең стратегик ҡоралдарын тиҙләтеп ҡыҫҡартыу өсөн һәр төрлө хәйләләр. Рәсәйҙе халыҡ-ара низағтарға йәлеп итергә тырышыу һәм дипломатик ике йөҙлөлөк. Йәнә лә илебеҙҙең эске сәйәсәтендә лә АҠШ мәнфәғәттәрендә эшләү миҫалдары тулып ята. Һәр хәлдә, үҙ оборона комплексыбыҙҙы емереп, беҙ бер мәл сит дәүләттәр сәнәғәте файҙаһына эшләй башлағайныҡ. Әйткәндәй, Икенсе донъя һуғышы алдынан Советтар Союзы фашистик Германия сәнәғәтен сеймал менән ахырғы сәғәткә тиклем тәьмин итеп торған.
Әммә мин бөгөнгө һүҙҙең асылынан ситләшә төштөм шикелле.
Яу юҡ, тимә — яр аҫтында
Донъяға янаған ҡурҡынысты Украинала нацизм һәм фашизмдың нығына барыуы менән генә сикләү дөрөҫ булмаҫ ине. “Яу юҡ, тимә — яр аҫтында” тигәндәй, яуызлыҡты Днепр ярҙарынан ғына эҙләмәйек, ул әлегә ситтәрәк, ләкин уның Рәсәйгә ҡурҡынысы яҡыная бара. “Ираҡ һәм Леванта ислам дәүләте” тип билдәлелек алған хәрәкәт хәҙер “Ислам дәүләте” рәүешендә йөрөй һәм яуызлыҡтың да яңы — фанатик, аяу белмәҫ төрөн кәүҙәләндерә. Улар фашистар һымаҡ уҡ, юҡ, фашистарҙан да арттырып, үлем сәсергә ярата. Ләкин, фашистар үҙҙәре үлемдән ҡурҡһа, “Ислам дәүләте” һалдаттары өсөн “дин өсөн” шаһит китеү — ожмахҡа инеү менән бер. ИД боевиктары Ираҡ менән Сүриә араһындағы сикте юйҙы һәм баҫып алынған ерҙәрҙә шәриғәт ҡанундары буйынса йәшәй торған хәлифлек булдырҙы. Урлашып тотолғандарҙың унда ҡулын киҫәләр, ҡатын-ҡыҙ өйҙән ир-атһыҙ сыға алмай, тәмәке менән хәмер тыйылған, намаҙға һуңлаған өсөн зинданға эләгеүең бар. Боевиктар христиандар менән шиғыйҙарҙы ғына түгел, рухташ сөннәләрҙе лә көн һайын күпләп ҡыра. Аяҡ-ҡулынан дарға ҡаҙаҡлап ҡуйыу, тереләй күмеү, баш киҫеү һәм ошо йыртҡыслыҡтарҙы, ғорурлыҡ менән, фотоларҙы — “Twitter”ға, видеороликтарҙы “You Tube” сайтына һалыу — уларҙың яратҡан шөғөлө.
Фанатиктар көндәлек йыртҡыслыҡтар менән генә ҡәнәғәтләнмәй, улар “хәлифлектең” киләсәк быуынын тәрбиәләү хәстәрлеген дә күрә. Ошо маҡсатта баҫып алынған биләмәләрҙә 15 йәштән кесе малайҙарҙы шәриғәт ҡанундарына һәм “ысын мосолмандарҙың” тормош юлына күндереү лагерҙары ойошторола. Һәм бына һөҙөмтә: Vice News яңылыҡтар каналы күрһәткән документаль видеола туғыҙ йәшлек малай, уҡыуҙы тамамлағас, “урыҫтарға, американдарға — иманһыҙҙарға ҡаршы һуғышҡа китәм”, ти. Әгәр бер ниндәй ҙә сара булмаһа, “Ислам дәүләте”нең нәфрәт һәм ҡан менән тотош быуынды тәрбиәләүе ихтимал. Балалар лагерҙары менән бер рәттән боевиктар өсөн күнегеү үҙәктәре эшләй, һәм уларҙа Европа дәүләттәре, АҠШ һәм Рәсәйҙең бер нисә мең гражданы һабаҡ ала. Сит дәүләттәрҙән рекруттар социаль селтәрҙәр аша ғәрәп телендә генә түгел, бәлки инглиз, урыҫ, алман һәм бүтән телдәрҙә саҡырыла. Уҡыу үткәс, яңы фанатиктар, сит ил паспорттарын кеҫәгә һалып, йә Ираҡ менән Сүриәлә һуғышырға ҡала, йә, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыс менән дәртләнеп, тыуған илдәренә ҡайта.
Шуны ла иҫкәртәйек: ҡара кейем кейеп, американ, инглиз журналистарын бөтөн донъяға күрһәтеп салып йөрөгән боевиктар — хәтәр көс, һәм улар фәҡир башкиҫәрҙәр өйөрө генә түгел. ИД Ираҡта һәм Сүриәлә ғәйәт бай нефть ятҡылыҡтарын, нефть эшкәртеүсе заводтарҙы ҡулға төшөрҙө. Төркиәнең көньяғына килтереп һатылған нефть радикалдарға көн һайын бер миллион доллар табыш килтерә. Бынан тыш, ҡайһы бер ислам дәүләттәренән дә ярҙам ҙур. Ираҡ армияһы, ҡаса һәм тарҡала торғас, “Ислам дәүләте” боевиктарына миллиардтарса долларлыҡ ҡорал, шул иҫәптән 260 бронетранспортер, бик күп истребителдәр, вертолеттар ҡалдырған.
Кеше ҡайғыһы йыраҡтамы?
Матбуғат, телевидение һәм радио хәбәрҙәре аша әлеге хәлде белә тороп та, күпселек ватандаштарыбыҙ “Ислам дәүләте” ҡайҙалыр алыҫта тип ышанып йәшәй. “Кеше ҡайғыһы — йыраҡта”. Шуға инанғанбыҙ. Ләкин хаталанабыҙ: ҡайғы тупһабыҙ төбөндә. Рәсәй Сүриә менән Ираҡ хөкүмәттәре армияларына хәрби техника һата, һәм был хәл иһә ИД етәкселәренең зитына тейә. Яуап та үҙен оҙаҡ көттөрмәне — Интернетта 3 сентябрҙә боевиктарҙың Владимир Путинға йүнәлтелгән мөрәжәғәте хасил булды. Унда фанатиктар Чечняла һуғыш асыу менән янай, һәм был иҫкәртеүҙе етди ҡабул итергә кәрәк. Урыҫтар һәм американдар менән һуғышырға әҙерләнгән малайҙы онотмайыҡ. Ираҡтың төньяғы беҙгә бигүк алыҫ та түгел. Йәнә үҙебеҙҙә Кавказ бар, һәм ундағы мөжәһидтәр бер ҡайҙа ла юғалмаған. Урыҫ телле йөҙҙәрсә боевик әлеге мәлдә “Ислам дәүләте” биләгән ерҙәрҙә күнекмә үтә. Сүриәләге тәүге алты меңлек контингенттың өстән бер өлөшөн, эксперттар баһалауынса, Чечня менән Дағстан егеттәре тәшкил итә. Ошо боевиктарҙың республикаларҙағы ячейкаларҙы көсәйтмәҫен кем әйтә ала? Шуныһы, ИД рекруттары араһында славяндар ҙа арта бара.
“Ислам дәүләте” фанатиктарына Ираҡтың да, Сүриәнең дә үҙаллы ҡаршы тора алмаҫы хәҙер мәғлүм инде. АҠШ, уға ҡушылған Франция авиацияһы ла көсһөҙ булып сыҡты. Барак Хөсәйен улы Обама боевиктарға ҡаршы ҡоро ер ғәскәрҙәрен ебәрергә теләмәй. Рәсәйгә лә был мәсьәләлә һүҙ менән генә сикләнергә ярамай. Дипломатик демагогия Гитлерға хакимлыҡҡа юл асты, Камбоджалағы йыртҡыслыҡҡа, Руандалағы геноцидҡа килтерҙе. Килер быуындар бер мәл: “Хәлифлектең нығыныуына улар юл ҡуймай ала ине, әммә үҙ ығы-зығыһынан бушай алманылар”, — тип әйтмәҫме?
Һүҙ сурыбыраҡ китһә лә, мәсьәләгә дөйөм, социаль-сәйәси күҙлектән ҡарарға тырышайыҡ. Ғәрәп донъяһында ҡуйырып киткән ваҡиғаларҙың төпкөл сәбәптәрен, дәртләндереүсе көстәрен асыҡларға тырышыу дауам итә. Болаларға Америка Ҡушма Штаттары менән уларҙың ҡулдаштарының ғәрәп нефтенә һәм газына ҡанығыуы, тип баһа биреү мәсьәләне ябайлаштырыу булыр ине! Америка, Британия, Алман һәм Франция сәнәғәт корпорациялары шундай ҡеүәтле ки, улар Мысыр, Ливия, Йәмән һәм бүтән илдәрҙә эшләргә ынтылған көндәштәрен күтәрелеш-һуғышһыҙ ҙа ҡыҫырыҡлап сығарырға һәләтле.
Сәйер, әммә үҙ илеңдә илһеҙ ҡалып, алтынға күмелеп тә, хәйерсе булып, даръяларҙа йөҙөп тә сарсап йәшәргә мөмкин икән. Ғәрәп илдәре һәм, ғөмүмән, мосолман донъяһы халыҡтары хәҙер байтаҡтан инде шул хәлдә. Нефть һәм газ сәнәғәте ныҡ үҫешһә лә, ғәрәп илдәренең иҡтисады бары сеймал һатып килем алыуға ҡоролған. Нефть һәм газ, әлбиттә, ғәрәптәрҙең хакимлыҡ итеүсе кландарына аҡыл етмәҫлек төшөм килтерә. Йәнә лә шуны өҫтәргә кәрәктер: мәҙәниәте, фәне бик борондан килһә лә, ғәрәптәр хәҙер артта ҡалған, наҙан халыҡ. Уларҙы нефть һәм газ сығарыуға яҡын да юлатмайҙар, был тармаҡтағы топ-менеджерҙар һәм хеҙмәткәрҙәр — англосакстар, ә ябай эшселәр — һиндтар, пакистандар һәм ҡытайҙар. Төшөм — шәйехтәргә.
Ғәрәп илдәрендә бер-береһенә ялғанған болаларҙың маҡсаты, тыштан ҡарағанда, диктатураларға һәм социаль ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы йүнәлтелгән һымаҡ күренһә лә, был охлократия талабы ғына булып сығыуы ихтимал. Унан һуң ваҡиғаларҙың артабан ни рәүешле үҫеш аласағын һәм халыҡты урамға алып сығыусы режиссерҙарҙың кем булыуын аныҡлауы әлегә ауыр.
Шул аңлашыла: беҙ сәйер заманда, логика ҡанундарына һыйып етмәгән осорҙа, йәшәйбеҙ. Илдәр иҡтисади һәм сәйәси маҡсаттар нигеҙендә интеграция барышына йәлеп ителгән һайын, милек, идеология, дин, хатта раса буйынса айырымланыу тиҙләнә бара. Аналитиктар бай “төньяҡ” менән фәҡир “көньяҡ” араһындағы ҡотолғоһоҙ низағ, Ислам менән христиан донъяһының килешә алмаҫлыҡ ҡаршылыҡтары, ғәрәптәрҙең бүтән милләттәргә ҡарата дошмансыллығы тураһында торған һайын йышыраҡ яҙа. Был фаразлауҙарҙың барыһын да етди ҡабул итмәгән хәлдә лә, уларҙа хәҡиҡәт орлоҡтарының булыуын инҡар итеү мөмкин түгел.
Ундай телдә һөйләшергә яҙмаһын
Халыҡтың идара итеүсе даирәләргә ҡаршы сығышы әлегә башлыса ғәрәп илдәрендә — Мысырҙа, Алжирҙа, Йәмәндә, Мавританияла, Иорданияла бара. Күп конфессиялы Ливанда ла хәл көсөргәнешле. Урта диңгеҙ аша сығып, сыуалыштар Албанияға ла күсте. Һәм, ваҡиғалар мосолмандарҙың бүтән донъя менән ҡапма-ҡаршы тороуы рухында дауам итһә, уның Сүриә, Төркиә аша Кавказға һәм Урта Азияға ла килеп етеүе ихтимал. Рәсәй уларға ғафил ҡала алмай. Сөнки ил эсендәге милләт-ара көсөргәнешлек күренештәре милли мөнәсәбәттәр сәйәсәтен камиллаштырыуҙы, уларҙы хәстәрлекле иғтибар үҙәгендә тотоуҙы талап итә.
Ислам, милләт-ара мөнәсәбәттәр, социаль тиңһеҙлектең тәрәнәйә барыуы донъяны дөйөм һәләкәткә яҡынайта. Талиптар, “Әл-Ҡағиҙә”, Ираҡ менән Сүриәләге әлеге ҡан ҡойош, Ҡытайҙағы уйғыр сепаратистары, “Бөйөк Албания”ны төҙөү ниәттәре, Фәләстан менән Израиль, Ирандың Көнбайыш менән тартыштары, үҙебеҙҙең Төньяҡ Кавказ республикалары...
Дауам итеү кәрәкме? Ҡитғалар, илдәр төрлө булһа ла, маҡсаттар төрлөсә яңғыраһа ла, ошо хәрәкәттәрҙең үҙәгендә логик уртаҡлыҡ һиҙелә. Ул донъяның хәҙерге ҡоролошонан ҡәнәғәт булмау, һәр халыҡтың мәртәбәһен тиң күреүҙе талап итеү. Был — маҡсаттарҙы идеаллаштырып күҙ алдына килтергәндә. Ләкин ваҡиғаларҙың сценарийын яҙыусылар сәхнәгә уларҙы икенсерәк итеп ҡуйыуы ла ихтимал.
Үҙ тарихының тәүге мең йыллығында Ислам донъя сәйәси сәхнәһендә, донъя мәҙәниәтендә һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә төп урынды биләгән. Был осор, һис шикһеҙ, Ислам цивилизацияһының сәскә атҡан дәүере булғандыр. Ул донъя күләмендәге — полиэтник, күп расалы, ҡитға-ара цивилизация төҙөгән. Ҙур хәрби ҡеүәткә һәм иҡтисадҡа эйә булыуҙан тыш, Ислам донъяһы фән, сәнғәт, фәлсәфиәтте үҫтергән. Европа мосолмандарҙан фән һәм сәнғәткә генә өйрәнеп ҡалмаған, бәлки, ниндәйҙер кимәлдә, Ислам цивилизацияһына мәҙәни йәһәттән буйһоноулы хәлдә булған.
Ләкин донъяла бер нәмә лә мәңгелек түгел. Тора-бара Европа халыҡтары һиҙелерлек алға сыҡҡан. Ренессанс, бөйөк географик асыштар, реформация Көнбайышҡа хәлде үҙгәртеүгә, индустриаль үҫеш машинаһын ҡуҙғатып ебәреүгә булышлыҡ иткән. Ошо объектив процесты инҡар итеү мөмкин булмаһа ла, Ислам донъяһы уны оҙаҡ ваҡыт танырға теләмәгән. “Иманһыҙ варварҙар”ҙы һанға һуҡмаған йәмғиәт уларҙан нимәгәлер өйрәнеү ихтималын күҙ алдына ла килтермәгән. Көтмәгәндә артта ҡалыуҙың сәбәптәрен боронғо һәйбәт традицияларҙан тайпылыу менән аңлатҡандар.
Хәҙер донъя сәйәсәтенең берҙәм субъекты булараҡ Ислам донъяһы тураһында һүҙ алып барыу мөмкинме? Быға ыңғай яуап бирергә лә була, кире яуапҡа ла урын бар.
Ислам донъяһы — ҡатмарлы күренеш. Әле ер йөҙөндә 1,3 миллиард мосолман йәшәй. Рәсәй халҡының һәр унынсы кешеһе — мосолман. Донъяның һәр илендә тиерлек мосолман общинаһы бар. Утыҙ биш илдә мосолмандар халыҡтың күпселеген тәшкил итә, йәнә егерме туғыҙ илдә уларҙың йоғонтоһо ҙур, егерме һигеҙ илдә Ислам дәүләт йәки рәсми дин тип таныла. Шул уҡ ваҡытта Ислам донъяһы — бик фәҡир. Ун һигеҙ ғәрәп иленең дөйөм эске тулайым продукцияһы бөгөн Испанияныҡынан аҙыраҡ. Ислам рәсми дин тип танылған һәммә дәүләттәрҙең эске тулайым продукцияһы Францияныҡынан кәм.
Заманса аң һәм фәндең Ислам мөхитенә үтеп инеүе бөгөн дә ғәжәп ҙур кәртәләргә төртөлә. Донъялағы ғалимдарҙың бер проценты ғына — мосолман. Израилдә генә фән менән шөғөлләнеүселәрҙең һаны бөтөн Ислам донъяһындағынан күберәк. Ислам илдәрендә фәнгә тәғәйенләп аҡса ғәмәлдә бүленмәй, инженерлыҡ белеме юҡ дәрәжәһендә.
Ислам традиционалистары быларҙың береһен дә күрмәй ҙә, танырға ла теләмәй. Уларҙың төп дошманы — АҠШ, йәғни “Оло шайтан”, “Кесе шайтан” ролендә — Израиль. Күп кенә мосолман илдәрендә был дәүләттәрҙең ҡайҙа икәнлеген дә белмәйҙәр, әммә ғәҙәтләнгән ҡараш йәшәп килә.
Ислам донъяһының ҡайнап китеүенә күп сәбәптәр йоғонто яһай. Кешелек үҙ тарихында йәнә бер ҡатмарлы ла, фажиғәле лә осор кисерә. Мартин Лютер Кинг: “Фетнә, нигеҙҙә — һүҙен әйтеп тә ишеттерә алмағандарҙың теле ул”, — тигән. Ундай телдә һөйләшергә яҙмаһын.