Тыуа-тыуғандан йыр-моң бишегендә тирбәлеп үҫәбеҙ. Әсәйҙәребеҙ көйләгән, йөрәктең нескә ҡылдарына үтеп ингән матур йыр кәйефте күтәрә, ҡайғы- хәсрәтте оноттора. Шуға ла әҙәм балаһы йә үҙе көйләп йөрөй, йә үҙе йыр тыңлай. Зауыҡлы тамашасы уның көйөнә генә түгел, һүҙҙәренә лә иғтибар итеүсән. Һуңынан башҡарыусыһы менән ҡыҙыҡһына.
Күптән түгел радиоалғысты асып ебәрһәм, берәү моңлана:
Һорама минән, хәлең нисек, тип һорама,
Сабыр итәм генә.
Ә күңелем осрашыуҙар көтә
Һинең менән, йәнем.
Егет йырлап бөткәс, алып барыусы: “Һеҙҙең өсөн үҙе йырсы, үҙе шағир, үҙе композитор Фәлән Фәләнов үҙенең ижад емешен башҡарҙы”, – тип әйтеп ҡуйҙы.
Бәй, был билдәле шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина һүҙҙәренә Салауат Низаметдинов яҙған “Күҙҙәремә ҡара” йырының үҙгәртелгән варианты бит! Ул уҙған быуаттың 80-се йылдарында хитҡа әүерелде, әле лә яратып башҡаралар. Уның төп нөсхәһе былай:
Һин һорама, хәлең нисек, тиеп,
Йәшәйем мин сабыр итә-итә.
Белгең килһә минең хәлгенәмде,
Күҙҙәремә ҡара, шул да етә.
Һин һорама, һағындыңмы, тиеп,
Күңел һаман осрашыуҙар көтә.
Белгең килһә минең хәлгенәмде,
Күҙҙәремә ҡара, шул да етә.
Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа талантһыҙҙарҙың юлын бикләп торған быуа йырылдымы ни! Яңы егермеһе тулған йәштәр элекке кеүек йә йырсы, йә шағир, йә композитор ғына булып йөрөмәй. Йә заводта, йә врач булып йөрөгәндәрҙең дә, ғүмере уртаһына етәрәк, Хоҙай ошондай ғәжәп талантын аса. Шулай итеп, улар ошо исемде бергә йөрөтә.
Бындай “таланттар” янында Рим Хәсәнов, Нур Дауытов, Салауат Низаметдинов, Заһир Исмәғилев кеүек тиҫтә йыл самаһы махсус белем алып, миллионлаған сәнғәт һөйөүсе күңелендә үлемһеҙ йырҙары менән урын алған композиторҙарҙың таланты хатта тоноҡланып ҡалғандай тойола. Ҡайһы ваҡыт профессиональ сәнғәт әһелдәренә ҡарағанда “уникаль таланттар” радиотапшырыуға йышыраҡ саҡырылған кеүек.
Хәҙергеләр бөтәһен дә белеп тыуған. Баҡһаң, йыр яҙыу өсөн махсус уҡыу ҙа, нотаны өйрәнеү ҙә мөһим түгел. Йә урта белем, йә ауыл хужалығы техникумы дипломы ла баштан ашҡан. Теге шиғырҙан – бер юл, икенсеһенән ике һөйләм күсереп, үҙҙәренсә бер аҙ үҙгәртеп алһалар – яңы йыр әҙер! Унан башлана гастролдәр…
Мәҡәләне яҙып бөткәндә генә радиоға осрашыуға йәнә бер талант әһелен саҡырғайнылар. Алып барыусы сәнғәтебеҙ күгендә тағы бер сағыу йондоҙ гөлт итеп балҡыуын иғлан итте.
– Таныш булығыҙ, һеҙҙең алда үҙе йырсы, үҙе шағир, үҙе композитор Фәлән Төгәнов!
Ғәжәп: 20 йәшлек кенә егет ҡасан был тиклем һөнәрҙәргә уҡып, ни арала ҡатмарлы сәнғәт төрҙәрен үҙләштереп өлгөрҙө икән? Бәлки, радиожурналистарға һүҙ көсөнә иғтибарлыраҡ булырға кәрәктер, ә…