Әхлаҡтың нигеҙ ташы ҡайҙа?03.10.2014
Файҙа, төшөм алыу теләге хөкөм һөргән әлеге заманда әхлаҡ хаҡында һүҙ йөрөтөүе ауыр. Шулай ҙа боҙ ҡасандыр уйылыр тигән ышаныс ҙур.


Бөйөк педагогтар әйтмешләй, кешене өс-биш йәшлек сағында тәр­биәләп өлгөрмәһәң, һуңлауың ихтимал. Беҙҙә был йәһәттән эш нисек тора? Бер-бер артлы яңы ҡасабалар үҫеп сыҡҡан баш ҡа­ла­быҙҙа балалар баҡсаһы, китап магазиндары, мәк­тәп­тәр, парктар етешмәһә лә, сауҙа-күңел асыу үҙәктәре күпләп ҡалҡып сыҡ­ҡанда, күңелгә әхлаҡ төшөнсәһе һалыу тураһында уйлауы ла урынһыҙ кеүек.
Йәһүдтәрҙә атаһы яңы тыуған сабыйҙы ҡулына алыу менән: “Һин – аҡыллы, тәүфиҡлы, киләсәктә ҙур кеше буласаҡһың”, – тип әйтә икән. Ә табиптар кескәйҙәрҙе әсә ҡарынында ятҡанында уҡ әҙәп ҡағиҙәләренә өйрәтә башлауҙы хуп күрә. Тәртиптең атай-әсәйҙән, олатай-өләсәйҙән башланыуы иһә һәр кемгә билдәле.
Мин ишле ғаиләлә үҫтем. Атай-әсәй өлкәнәйгәс, уларҙың бурыстарын өлкән апайым менән ағайым ниндәйҙер кимәлдә башҡарып алып китте. Ваҡ балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн өлкәндәр менән бер ҡатар эшләнеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белем алыуға һәләтле булһалар ҙа, уларға уҡыу форсаты теймәне. Апайым менән ағайым беҙҙе насарлыҡтан аралап ҡына торҙо, әҙәпкә өйрәтте, ғилемгә ынтылыш һалды. Үҙебеҙ генә түгел, ә беҙҙән бәләкәйерәктәр һәм ҡушылған эш һө­ҙөмтәһе өсөн яуаплылыҡ тойоуҙы талап ит­те­ләр. Кесе йәштән үк өй йыйыштыра, иҙән һеперә, йөн тетә, мамыҡ сирата, ҡаҙ-өйрәк себештәрен ҡараша, көтөүҙән мал-тыуарҙы ҡаршылай инек һәм башҡа шундай көнкүреш хеҙмәттәрендә ҡатнашып үҫтек. Ҡыҙҙар, ҙурая төшкәс, шәл сите бәйләргә өйрәнде.
Тиҙәк һуғырға йөрөнөк, картуф, сөгөлдөр утау­ҙан ҡалманыҡ. Йәш балалы еңгәбеҙгә лә ярҙам итергә өлгөрҙөк. Минеңсә, хеҙмәт яратҡан кеше­нең күңеле таҙа була, уның башбаштаҡлыҡ ҡылып, тәртипһеҙләнеп йөрөргә ваҡыты ҡалмай. Хәҙер иһә балаларҙы эшләтеүҙән тыялар. Бының менән һис тә риза түгелмен. Булдыҡһыҙ, ялҡау баланың булыуынан булмауы яҡшы. Шул уҡ ваҡытта аңлы ял итеүгә, белем алыуға, төрлө яҡлы үҫешкә кәртә булырҙай ауыр эш менән йәш быуындағы кешелек сифатын иҙеүгә, әлбиттә, ҡырҡа ҡаршымын.
Башланғыс класта рәсем дәресендә уҡытыусы Етегән йондоҙ һүрәтен төшөрөргә ҡушҡайны. Атайым һөйләгән әкиәттәр күңелемдә шул образда һеңеп ҡалғандыр инде – дәфтәр битен тултырып сүмес яһаным. Уҡытыусы “икеле” ҡуйҙы. Быны күреп атайым һуҡранып ҡуйҙы. Унан етәкләп урамға алып сыҡты. Тышта – аяҙ төн, йондоҙҙар... “Етегәнде күрәһеңме? – тине атайым. – Ул тап һин төшөргән сүмескә оҡшаған. Афарин, дөрөҫ эшләгәнһең. Шу­лай ҙа икенсе юлы сүмесеңдең ян-яғына йондоҙҙар төшөрөп ҡуй – уҡытыусың да аңлар”. Йоҡлап кит­кәнсе йондоҙҙар тураһында һөйләштек. Өлкәндәр ошолай бала менән аралашып, кәңәшләшеп, аңла­шып йәшәһә, йәш кешенең холҡо бер ваҡытта ла боҙолмай.
Атайым һабантуйҙарҙа бил бирмәй көрәште, әле Ырымбур, әле Һамар яҡтарына барып ҡайта ине. Ат ҡыуыу йәшенә етеүем менән мине лә эйәртә башланы. Ҡәҙерлемдең йырлап-бейеп, уйындарҙа ҡат­на­шып алған бүләктәрен муйыныма аҫып алам да арбаға барып ултырам. Унда һуңынан атайым көрә­шеп алған һарығын килтереп һала. Юлда ауылдың, ер-һыу атамаларының тарихын һөйләй, йырлай. Әңгәмәләшеп ҡайтҡас, юлыбыҙ үтә ҡыҫҡа тойола...
Белем менән әҙәп айырылғыһыҙ. Бала ҡайҙа яҡшылыҡ һәм ҡайҙа насарлыҡ икәнде белеп, ишетеп үҫергә тейеш. Быны аныҡ миҫалдар, шулай уҡ гәзит-журнал, китаптар аша аңлатырға була. Бала­ның “Ни эшләп шулай?”, “Ни өсөн?” тигән һорау­ҙарын яуапһыҙ, иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. “Белем алырға тейешһең, ҡыҙым!” – ти ҙә тылҡый торғайны атайым. Әгәр ул шулайтмаһа, башҡа йәштәштәрем урта мәктәптән ситләшеп бөткәндә, икенсе районда яңғыҙ уҡып бөтөр инемме һуң?! Тап ата һүҙе һәм өлкән апайымдың талабы белемдең мөһимлегенә инандырҙы. Ғөмүмән, йәштәргә күбе­рәк белем бирергә тырышырға кәрәк, һәр төрлө ғилем уға тормош юлында мотлаҡ кәрәгер. Шул уҡ ваҡытта бала өсөн өйҙәге һәм мәктәптәге психик шарттарҙың сәләмәт булыуы мөһим.
Мин Мәскәүҙәге белемде камиллаштырыу институттарына, Рәсәй ҡалаларының ҙур китапханаларына барыр алдынан уларға ҡағылышлы мәғлүмәт менән мотлаҡ танышып китә торғайным. Ирем Аҫылғужанан төрлө белешмә ала инем. Сит илгә сыҡҡанда ла ошо ғәҙәтемә тоғро ҡалдым, сөнки кешеләр араһында һүҙһеҙ-өнһөҙ йөрөүҙе өнәмәйем, башҡортто “маңҡорт” тип атауҙарынан ҡурҡам. Иле­мә һоҡланып, ошо халыҡ вәкиле булыуыма ғорур­ланып йәшәүем миңә әхлаҡи талап ҡуя, яуаплылыҡ өҫтәй. Үҙ көсөңә, белемеңә ышанып, уны ғүмер буйы камиллаштырып йәшәгәндә генә башта теләһә ниндәй боҙоҡ уй тыумай.
Башҡа кешегә ҡарата мөнәсәбәт тә ғаиләлә яра­ла. Баҫалҡы холоҡло әсәйем беҙҙе “Үҙеңде белгең килһә, кеше менән иреш”, “Тәүфиҡһыҙлыҡ яҡшыға алып бармай” тип тыйыр ине. Өлкәндәрҙең тупаҫ­лығы, бер-береһе менән һүҙ көрәштереүе, әрлә­шеүе, башҡаларҙы тикшереүе, яманлап һөйләүе баланы әҙәпһеҙлеккә, әхлаҡһыҙлыҡҡа өйрәтә.
Мәктәптә уҡығанда Литва ҡыҙы Данга Стасявичюте менән хат алыштым. Бындай аҙымды хуп күреүем дә ғаиләбеҙҙә яралды. Атайым өйөбөҙҙә туҡталған төрлө милләт кешеләре менән уларҙың телендә һөйләшер ине. Нәғим ағайым, киномеханик Николайҙың моторисы булғанлыҡтан, урыҫ телен яҡшы белде. Башҡа халыҡтарға, улар­ҙың мәҙәниәтенә ошондай йылы мөнәсәбәттең дә әхлаҡи тәрбиәлә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Бүтән милләттәр, уларҙың йолалары менән ҡыҙыҡһынған, шул уҡ ваҡытта үҙенең милли асылын онотмаған ғилемле кешене һәр ерҙә яраталар, ихтирам итәләр. Сит илгә, йортҡа барғанда ла әҙәпле булыу мөһим. Шул ерҙең, ғаиләнең ҡағиҙәләренә күнергә, әҙәп һаҡларға кәрәк.
Бер заман йәштәр араһында “Бөтә кеше кеүек булырға теләйем!” тигән девиз бар ине. Мәҫәлән, берәү тәмәке тартһа, башҡалар уны ҡабатланы. Ғөмүмән, “өйөр”ҙән айырылмаҫҡа тырыштылар. Хәҙер иһә йәштәр, киреһенсә, бер-береһенән айырылып тороу хаҡында яҙылмаған ҡанун буйынса йәшәй кеүек. Нимә генә ҡыланмайҙар: сәсен, тыр­наҡтарын төрлө төҫкә буяйҙар, ярым яланғас йөрөй­ҙәр, телдәрҙе бутап һөйләйҙәр... Шул сәбәпле төрлө төркөмдәргә, секталарға берләшәләр. “Һеҙҙең атай-әсәйегеҙ бармы?” – тип һорағы килә уларҙан. Был өлкәндәр балаһы тураһында уйлаймы икән? Әхлаҡ­лы, тәртипле кешене выждан тойғоһо ғазапларға тейеш бит.
Атайым менән әсәйем бер-береһен бик ныҡ яратты, ихтирам итте. Уларҙың йылы мөнәсәбәте, берҙәм тормош көтөүе беҙҙең өсөн ҙур үрнәк булды. Ғаиләлә күркәм мөнәсәбәт һаҡлау тәрбиә эшендә яҡшы һөҙөмтә бирә. Иреш-талашлы тормошта иһә зиһен тарҡала, булған аҡылың да һайыға. Бындай осраҡта әҙәплелек хаҡында һөйләү урынһыҙ, бала ғәмһеҙгә, моңһоҙға әүерелә.
Бер танышыбыҙ ҡыҙына ҙур итеп өй һалып бирҙе, уны матурланы, йыһазландырҙы. Балаһы шатлан­ған­дыр инде, тиһәм... “Уға бер ни ҙә кәрәкмәй, – тип көрһөндө танышым. – Ҡыуанмай ҙа, шатланмай ҙа. Донъянан төңөлөп ҡуймаһа ярар ине, тип ҡурҡам…” Ысынлап та, хәҙерге йәштәр араһында “Атайҙыҡы мал түгел, үҙемдеке йәл түгел”, “Үгеҙ үлһә – ит, арба ватылһа – утын” тип вайымһыҙ көн үткәргәндәр күп. Улар эштә ары-бире ваҡыт уҙғарып, ялдарын тоҙһоҙ рәүештә ҡотороп күңел асыуға йәки көнө буйы йоҡлап, әҙер аш менән ризыҡланыуға ҡора. Өл­кәнәй­гән ата-әсә иһә баҡсала бил бөгә. Бындай осраҡта әҙәплелек ҡайҙан булһын?!
Мөхәббәттең баһаһын тойоу, ялған менән ысын һөйөү араһындағы айырмалыҡты белеү, тойғо өсөн яуаплылыҡ, ирлек, ҡатын-ҡыҙлыҡ хаҡындағы төшөн­сәләрҙе өйрәтеүгә мәктәптә ҙур иғтибар бүленергә тейеш. Гуманитар фәндәрҙә быны раҫлаған миҫал бихисап. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге мәктәп реформалары нигеҙендә дәреслектәр күберәк сәйәсәткә яраҡлашты, тәрбиә сәғәттәре ҡыҫҡартылды. Ғаилә ағзаларына, уҡытыусыларға киләсәк быуындың әх­ла­ҡи йөҙөн һаҡлау өсөн тырышырға, хатта көрә­шергә ҡала.
Әлеге заманда маркетинг селтәре буйынса ба­йырға маташҡандар үрмәкес ауына эләккән себенде хәтерләтә. Бер яҡтан, беҙгә суҡмар күрһәтеп торған Европа илдәрен байыталар, икенсенән, был ауҙа үҙенән юғары торған ватандаштарының алдағына ышанып, отолалар, бурысҡа баталар. Бындай осраҡтар кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе боҙа, иң ҡурҡынысы – шәхесте юҡҡа сығара. Мәр­хәмәтһеҙ, шәфҡәтһеҙ кеше бәғерһеҙ, ҡанһыҙ була, башҡалар өсөн яуаплылыҡ тоймай. Уның әхлаҡи йөҙө ҡара. Тәүфиҡлы кеше иһә алдап, урлап, үҙ-үҙен кәмһетмәй, башҡаларҙың “икмәген” ашап, дәрәжәһен төшөрмәй.
Республикабыҙҙа, шул иҫәптән баш ҡалала, иман йорттарының артыуы әхлаҡһыҙлыҡҡа кәртә булыр, тип өмөтләнәйек. Уларҙа ойошторолған төрлө изге саралар халыҡты ылыҡтырырына, дини асылыбыҙ­ға ҡайтарырына ышанайыҡ.
Заман тыуҙырған тағы бер мәсьәлә – ке­шелектең йә милләттең юғары элитаһы. Бөйөк фәйләсүф һәм математик Пифагор (Әфләтүн) йәмғиәттең ябыҡ юғары социаль ҡатламы, Аллаһ тарафынан һайлап алынған төркөмө хаҡында хыялланған. Платон иһә “О государстве” тигән китабында йәмғиәтте дүрт категорияға бүлеп ҡарай: 1. жрецтар, фәйләсүфтәр, матди байлыҡ артынан ҡыумаған сәнғәт һәм әҙәбиәт кешеләре; 2. батшалар, яу­гир­ҙәр; 3. сәйәсәткә ҡыҫылмайынса, матди байлыҡты үҫтереү менән шөғөл­ләнгән һатыусылар; 4. бер ниндәй байлы­ғы булмаған ирекле граждандар. Платон ке­үек үк, Һиндостанда ла кешеләрҙе дүрт кастаға бүлгәндәр. Шулай итеп, бер-бе­ре­һенең барлығын белмәгән дәүләттәр Ер йөҙөндә йәмғиәттең берҙәм “юғары ҡат­ла­мы”н тыуҙырған. Уларҙың һыҙатында төп үҙенсәлек – ябыҡлыҡ, үҙ талаптарына яуап бирмәгәндәр менән бөтөнләй аралашмай йәшәү.
Пифагор үҙенең йәмғиәтенә ағза итеп уҡыусы­ларҙы аҡыл һәләтенә ҡарап туплаған. Ҡалғандар, бөгөнгөсә, кешенең сығышына иғтибар иткән. Фәйләсүфтәр, шағирҙар, сәнғәт эшмәкәрҙәре, атлеттар халыҡ хөрмәтен яулаған, әммә уларҙы сәйәсәткә яҡын юлатмағандар. Яңылыш килеп эләккәндәре лә хәл иткес вазифаға ултыртылмаған. Тора-бара бик ныҡ байыған һатыусылар ҙа, яҡшы белем алып, элитаға үрмәләгән, әммә Октябрь революцияһы был ҡатламды тамырынан юҡҡа сығарған. Ябай кеше ҡарашынан ситтә, йомоҡ йәшәү рәүешен һайлаған “юғары ҡатлам” бөтөнләй икенсе төрлөгә әйләнгән.
Хәҙерге элитаны аңлауы ҡыйын. Цивилизациямы ул, әллә рухи йәһәттән түбән тәгәрәүме (мәҫәлән, яланғастар, сихырсылар, күрәҙәселәр)? Улар яҙыл­ған һәм яҙылмаған ҡанундар буйынса халыҡтан йәшерен йәшәй, йәндәре ни теләй, шуны эшләй. Финанс менән идара итеүселәр, ҙур сәнәғәт хужалары, олигархтар, медицина һәм фән өлкәһендәге эш­ҡыуар­ҙар, модельерҙар, мөһабәт һарайҙарҙы биҙә­гән дизайнерҙар “элита королдәре” тип иҫәпләнә. Был төркөмгә рухиәт кешеләре индерелмәй. Шу­ныһы ҡыҙыҡ: элита кешеләре титул, миҙал, бүләк ярата, бер-береһенән уҙышып, шул наградаларҙы хәйерселәүгә әүәҫ.
Рәсәйҙә элекке аристократия юҡ хәлендә. Большевиктар уның тамырын ҡоротҡан. Илдең хәҙерге элитаһы партия эшмәкәрҙәренең юғары ағзалары йәки криминаль авторитеттар нигеҙендә аяҡҡа баҫтырылған.
Халыҡтың йә милләттең элитаһы тигәндә, белемле, әхлаҡи күңеле таҙа, эшсән, рухлы, көслө ихтыярлы, ҡыйыу, иле, теле, халҡы тип йән атҡан ғаиләле кешене генә илдең, дәүләттең “юғары төркөмө” тип ҡабул итергә була. Мәскәүҙә тотороҡло ғаиләлә өс бала табып, икене уллыҡҡа өҫтәп алып, бер нисә телдә һөйләшкән, уңышлы эшләгән йәштәр күбәйә бара. Улар илдең элиталы төркөмөн булдырырға нигеҙ эҙләй, минеңсә.
Ғөмүмән, йәш быуынды намыҫҡа, кешенең иң яҡшы, иң юғары сифатына тап төшөрмәй, намыҫ ҡушҡанса йәшәргә өйрәтергә бурыслыбыҙ.

Миңниса БАҺУМАНОВА,
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары
йәмғиәте идараһы ағзаһы
.



Вернуться назад