Арабыҙҙа исеме есеменә тап килгән кешеләр етерлек. Шуларҙың береһе – Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияның башланғыс кластар уҡытыусыһы Гүзәл Сәлихова.
Ул беҙҙең мәктәпкә, Кушнаренко педагогия училищеһын тамамлап, пионервожатый булып килгәйне. Иң тәүҙә сибәрлеге, ихласлығы, матур йырлауы менән һоҡландырҙы. Тиҙ арала уҡыусыларҙың барыһын да исемләп белеүе, талантлыларҙы эҙләп табып, төрлө сараларға йәлеп итеүе хайран ҡалдырҙы. Ошо күркәм сифаттары, ойоштороу һәләте аша Гүзәл Риф ҡыҙы мәктәптә генә түгел, ә барлыҡ районда танылыу яуланы. Үрге Йәркәй мәҙәниәт һарайындағы бер сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй башланы, уҡыусылар ҙа төрлө конкурстарҙа тәүге урындарҙы яуланы.
Артабан Гүзәл Риф ҡыҙы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын ситтән тороп тамамлап, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып китте. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы, дәресендә яңы технологиялар, методик алымдар ҡулланып, заманса уҡытыуға ең һыҙғанып тотондо. Нәҡ башланғыс кластарҙа көсөңдө йәлләмәй фиҙакәр эшләүҙең тейешле һөҙөмтәгә килтеререн ныҡлы аңлай ине ул.
Гүзәл Риф ҡыҙының уҡыусылары төрлө тармаҡта лайыҡлы хеҙмәт итә. Педагог улар менән хаҡлы ғорурлана. “Һәр кемдең юғары белем алыуы мөһим түгел, ә кеше булып ҡалыу, тормошта үҙ урыныңды табыу зарур”, – ти ул.
Гүзәл Сәлихова былтыр башланғыс класс уҡытыусыларының “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында еңеү яуланы. Был ҡаҙанышы туған коллективы, ата-әсәләр, балалар өсөн ҙур шатлыҡ булды.
Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ, оҙаҡ йылдар мәктәптең профсоюз ойошмаһына етәкселек иткән Гүзәл Риф ҡыҙы ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй.