Байрамды ниндәй кәйеф менән ҡаршылайһығыҙ?03.10.2014
“Уҡытыусының күңеле баланыҡылай саф, йомшаҡ, шуға ла Белем көнөн, һөнәри байрамын, һуңғы ҡыңғырау тантанаһын ул шатланып, тулҡынланып көтөп ала” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Ысынлап та шулаймы, педагогтарға хас һыҙаттар үҙгәреп китмәгәнме? Улар һөнәри байрамын ниндәй кәйеф менән ҡаршылай?

Рәмзә ЯМАЛОВ, Илеш районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе:
– Һәр байрам үҙенсә матур, шулай ҙа минең өсөн Уҡытыусылар көнө айырыуса ҡәҙерле. Ғөмүмән, балаға хәреф менән бергә донъяны танырға өйрәткән, йәмғиәтте формалаштырған педагогтар­ҙың тантаналы мәле бер кемде лә тулҡынландырмай ҡалмайҙыр.
Илеш уҡытыусылары байрамды күтәренке кәйеф­тә ҡаршылай. Һәр мәктәптә белем алыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, йылы, яҡты, уҡыусылар етер­лек. Шуныһына айырыуса ҡыуаныс кисерҙек: район буйынса I класҡа былтырғыға ҡарағанда 68-гә күберәк, дөйөм алғанда, 440 бала килде!
Уҡытыусылар көнөн, ғәҙәттәгесә, киң билдәләргә ниәтләйбеҙ. Уны данлыҡлы яҡташыбыҙ Суфиян Пова­рисовтың 90 йәшлек юбилейы менән бергә үткәр­мәксебеҙ. Тимәк, рухиәтебеҙҙең һағында торған һөнәр эйәләрен туплаған күркәм байрам буласаҡ.

Роза ҒҮМӘРОВА, Бөрйән районы хакимиәте мәғариф идаралығының бүлек мөдире:
– Әле Уҡытыусылар көнөн үткәреүгә тулы әҙерлек бара. Байрам Байназар урта мәктәбендә уҙасаҡ, унда райондың алдынғы эшмәкәрлек алып барған, төрлө наградаға лайыҡ булған педагогтары, хеҙмәт ветерандары саҡырылған. Беҙҙә рейтинг системаһы ҡоролған, йәғни белем усаҡтары араһында төрлө йәһәттән ярыш бара. Ошо сара йомғаҡтарына ҡарап, бүләкләү тантанаһы буласаҡ. “Иң яҡшы директор”, “Иң яҡшы башланғыс класс уҡытыусыһы”, “Иң яҡшы социаль педагог” һәм башҡа номинацияларҙа еңеүсе­ләр билдәләнәсәк.
Байрамды йыл да көтөп алабыҙ, кәйеф күтәренке. Мәктәптәребеҙҙә шарттар һәйбәт, уҡытыусылар ҙа, балалар ҙа етерлек. Районға быйыл йәш педагог­тарҙың әҙерәк килеүе генә ауыр уйҙарға һалып ҡуя. Шулай ҙа алға ҙур ышаныс менән йәшәйбеҙ, туған Бөрйәнебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн арымай-талмай эшләйбеҙ.

Гөлшат ЙОМАҒУЖИНА, Белорет районының Абҙаҡ мәктәбе директоры:
– Уҡытыусылар көнөн шатлыҡлы ваҡиғалар менән ҡаршылайбыҙ. Мәҫәлән, яңыраҡ белем усағының 100 йыллығын билдәләнек. Байрамға мәктәпте төрлө йылда тамамлаған 400-ҙән ашыу сығарылыш уҡыу­сыһы килде. Һағынып күрешеүҙәр, остаздарға әйтел­гән йылы һүҙҙәр, хәтирәләр, сәскәләр, күҙ йәштәре... Ғөмүмән, осрашыу бик матур уҙҙы.
Республиканың дөйөм белем биреү учреждениелары араһында электрон белем биреү буйынса мониторинг үткәрелгәйне. Юғары ҡаҙаныш яулағандар араһында Белорет районының һигеҙ уҡыу йорто, шул иҫәптән Абҙаҡ мәктәбе лә бар. Һөҙөмтәлә “Электрон мәктәп” республика форумының икенсе турында ҡатнашасаҡбыҙ.
Мәктәбебеҙ ике ҡатлы, йылы, яҡты. Унда 40-ҡа яҡын уҡытыусы эшләй, 300-ҙән ашыу бала белем ала. Мөхәмәт ауылында филиалыбыҙ ҙа бар. Дөйөм алғанда, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайбыҙ, заман менән бергә атларға тырышабыҙ.

Венера ХӘБИРОВА, Мәләүез ҡалаһындағы 4-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы:
– Байрамды йыл да тулҡынланып көтөп алам. Хеҙмәт юлын башлаған йәш саҡтар, тәүге дәрестә­рем, уҡыусыларым иҫкә төшә. Ике тиҫтә йылдан ашыу эшмәкәрлегемдә мәғариф тармағы күпме яңы­лыҡ, үҙгәреш кисергән! Бына шундай етеҙ, ышаныслы аҙымдар менән алға барабыҙ. Рефор­маларҙы хуплайым, улар заман менән бергә атлау, йәш быуынды конкуренцияға һәләтле итеп тәрбиәләү мөмкинлеген бирә. Мәктәбебеҙҙә башҡорт теле дәүләт статусында закон талаптарына ярашлы уҡытыла, кластар төркөмдәргә бүленә.
Уҡытыусылар көнөндә, йылдағыса, ҡаланың педагогик йәмғиәтен мәҙәниәт һарайында тәбрикләйә­сәктәр, мәктәптә тантаналы линейка, концерт булы­уы көтөлә. Форсаттан файҙаланып, барлыҡ хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап йәшәйек!

Ришат ӘСЛӘМОВ, Борайҙағы 2-се гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
– Ғәҙәттәгесә, һөнәри байрамды яратҡан эшемдә үткәрәм. Уҡыусыларыбыҙ ишек төбөндә сәскәләр менән ҡаршылаясаҡ, изге теләктәрен еткерәсәк. Аҙаҡ тамаша залында тантаналы сара, концерт була. Педагогик коллектив эш һөҙөмтәләрен барлаясаҡ, алдынғы уҡытыусыларҙы грамоталар, рәхмәт хаттары көтә.
Һөнәремде ныҡ яратам. Был һөйөү өләсәйемдән күскәндер, тим: ул ғүмер буйы башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытты. Бөгөнгө педагогка иғтибар айырыуса ҙур. Хеҙмәт хаҡын да теүәл, ваҡытында биреп торалар. Ғөмүмән, эшләгән кешене баһалайҙар.


Вернуться назад