Һуңғы йылдарҙа мәғариф тармағын үҫтереү, заманса алымдар ҡулланыу мөһимлеге тураһында күп һөйләйбеҙ. Яңылыҡҡа ынтылышты ҙур хуплау менән ҡабул итәм.
Үҙгәрештәрҙең ыңғай яҡтары бихисап. Мәҫәлән, Берҙәм дәүләт имтиханын ғына алайыҡ. Был дәүләт һынауы йәмғиәт тарафынан үҙе бик ҙур “һынау” үтә: уға ҡарата дәғүә белдереүҙәр һаман да дауам итә. Әммә мәсьәлә бит ике яҡлы. Әйтәйек, ошо имтихан булмаһа, ябай ауыл балалары, шул иҫәптән беҙҙең йәш мишкәләрҙең байтағы, илебеҙҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарында белем алыу мөмкинлегенә эйә булыр инеме? Элек бит был хаҡта уйламай ҙа инек.
Мәғарифтың ошондай яңырыу кисергән мәлендә күңелде борсоп торған мәсьәләләр ҙә етерлек. Мәғлүм булыуынса, уҡытыусыға юғары белем алыу мөһим. Әммә бындай талап ҡайһы бер мәктәптәрҙә үтәлмәй, һөҙөмтәлә училище, техникум тамамлаған белгестәр эшләп йөрөй. Ни өсөн быға юл ҡуйыла? Ундай уҡытыусыларҙан юғары белем алдырыу буйынса контроль бармы икән? Балаларға ҡалала ла, ауылда ла заманға ярашлы төплө ғилем бирелергә тейеш бит.