Махсус кабинеттар кәрәк03.10.2014
Мәктәп программаһында физкультура дәрестә­ренең күбәйеүе – шатлыҡлы күренеш. Уға аҙнаға өс сәғәт бүленгән.

Спорт йәш быуындың һаулығына, белем алыу сифатына ыңғай тәьҫир итә. Шул уҡ ваҡытта балалар араһында сәләмәтлегенә айырыуса иғтибар талап ителгәндәр ҙә барлығын иҫәпкә алғанда, мәктәптәргә махсус йыһазландырылған физкульту­ра-һауыҡтырыу кабинеттары ла мотлаҡ кәрәк, тип уйлайым. Башҡортостан Мәғариф министрлығының ошо йүнәлеш буйынса ниндәйҙер пландары юҡмы икән?
Айбулат ЮНЫСОВ,
Аҡъярҙың 1-се мәктәбе директоры.




Вернуться назад