Өйө барҙың көйө бармы?03.10.2014
Өйө барҙың көйө бармы?
Ҡасандыр “их, өйөм булһын ине” тип теләгәнем хәтерҙә ҡалған. Ысынлап та, әҙәм балаһының уй-хыялдарының береһе үҙ ҡыуышын ҡороуҙыр ул. Һүҙ ҙә юҡ, йортоңдоң ишеген тәү асып ингән мәл – иң шатлыҡлы ваҡиғаларҙың береһе. Әммә бының менән генә мәшәҡәт бөтмәй шул. Хатта, киреһенсә, башлана ғыналыр әле.


Бөгөн торлаҡлы булыу еңелдән түгел. Элек рәхәт ине: йәш белгес уҡып бөтөп эшкә урынлашыуына дөйөм ятаҡтан урын бирәләр, бер аҙ хеҙмәт юлын үтеүгә, ғаилә лә ҡороп ебәрһә, айырым бүлмә йә фатир асҡысы тотторалар. Ҡыуанып, балалар үҫтереп йәшә генә. Хәҙер инде ауылда өйлөк ағас ала алмай йонсойҙар, ә ҡалала хаҡтар ҡот осмалы ҡиммәт. Заманы ла үҙгәрҙе: йәштәр боронғоса ата-әсәһе менән бергә көн итергә атлығып тормай. Шуға күрә йышыраҡ торлаҡты ҡуртымға алырға мәжбүрҙәр.
Өфөлә тормош ҡыйбат. Яңы ғына, Көнбайыш санкцияларының хикмәтелер инде, айына алты мең һум торған бүл­мә­гә аренда хаҡы туғыҙ меңгә менде. Бер бүлмәле фатир иһә 12-14, ике бүл­мә­ле­ләре 16 мең һумдан юғары тора. Үҙ мөйөшөн­ булдырам тигәндәргә лә был анһатҡа төшмәй. Мәҫәлән, 2 миллион 900 мең һумға ике бүлмәле торлаҡ өсөн бер танышым 20 йыл буйына айына 23 мең һум ипотека кредиты түләйәсәк. Тимәк, хаҡлы ялға киткәнсе тиерлек банктың ҡоло буласаҡ. Ә бит тормошта бынан башҡа ла сығымдар тыуып тора. Ай-һай, ауыр хәл...
Шулай ҙа Хоҙай күтәрә алмаҫлыҡ ҡы­йын­лыҡтар ебәрмәй. Бары кешенең үҙе-нә тырышырға, мәсьәләнең сиселешен эҙләргә кәрәк. “Алма беш, ауыҙыма төш” тигән әйтем иҫкерҙе хәҙер. Йәштән үк, хеҙмәт юлыңды башлағас та, үҙ мө­йө­шөң­дө хәстәрләүҙе уйлау зарур. Ҡы­бырламаһаң, берәү ҙә әҙерҙе килтереп тоттормаясағын күптән аңларға ваҡыт.
Бөгөн торлаҡ өлкәһендә төрлө дәүләт программалары бар. Йәш, аҙ килемле, күп балалы ғаиләләр, ауылда йәшәгәндәр өсөн... Әммә быларҙың береһенә эләгеү өсөн иң беренсе кәрәкле документтарҙы туплап, район хакимиәтенең торлаҡ бү­ле­генә барыу һәм ғариза яҙыу мотлаҡ. Шу­нан ваҡыт-ваҡыт рәсми ҡағыҙҙарыңды яңыртып, сиратыңды белешеп торорға ҡала. Ә беҙҙең арала, мохтаж булып та, һаман хакимиәт тупһаһын аша атламаған ғаиләләр бар. Улар кемдән нимә көтә һуң?..
Быйыл республикабыҙҙа тағы бер торлаҡ программаһы эшләй башланы. “Башҡортостан Республикаһында төҙө­лөш һаҡлыҡ кассаһы” тип атала ул. Был хаҡта “Башҡортостан” гәзите февраль һәм апрель айҙарында яҙып та сыҡты. Мәғәнәһе шунан ғибәрәт: кеше Һаҡлыҡ банкына барып, программаға алыуҙы һорап ғариза яҙа. Ыңғай яуап бирелһә, унда “Торлаҡ” һаҡламы асып, дүрт-алты йыл буйына ай һайын өс-ун мең һум аҡса һалып бара. Шул суммаға хөкүмәт 30 процент субсидия өҫтәй. Артабан рес­пуб­ликаның теләһә ниндәй төбәгендә кү­ңе­леңә ятҡан ер участкаһы, шәхси йорт, фатир табаһың да, иҫәптәге аҡсаңа ҡу­шып, ипотека кредиты юллайһың. Әле ул 12 процент менән бирелһә, был програм­ма буйынса алты-ете процент ҡына буласаҡ. Алты йыл буйы айына ун мең һумыңды һалып барһаң, 720 мең тупла­насаҡ. Дәүләт быға 216 меңде ҡуша, банк та бер аҙ процент өҫтәй. Йәмғеһе миллион һумға яҡын сумма йыйыласаҡ. Мә­ҫәлән, баш ҡала ситендә төҙөлөп ятҡан йорттан бер бүлмәле фатир алмаҡ­сыһың, ти. Хаҡы миллион ярым һум торһон. Ҡалған 500 меңен ташламалы процент менән кредитҡа алаһың. Әгәр ҙә, бер-бер хәл булып, аҡса кәрәкһә, һаҡла­мыңды теләһә ниндәй мәлдә кире ҡай­та­рырға мөмкин, был осраҡта суб­си­дия­ны ғына юғалтаһың.
Мин, үҙ фатирым булһа ла, ошо программаға индем. Кәрәге тейер әле: балаларым үҫеп килә, киләсәктә пенсия аҡсаһына ғына йәшәү ҙә мөмкин тү­гел­леге көн кеүек асыҡ. Туғандарыма, таныштарыма ла шул хаҡта һөйләп йө­рө­йөм. Әммә әле берәүҙең дә өлгөмә эйәргәне юҡ. Ә бит программаға инеү быйыл ғына ирекле. Киләсәктә уға бөтәһе лә түгел, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар ғына ҡабул ителәсәк. Ул сағында, мәҫәлән, мин дә исемлеккә эләкмәйәсәкмен.
* * *
Өйө барҙың көйө бармы?Мәсьәләне үҙаллы хәл итәм тиһәң, тәүҙә бүлмә һатып алыу отошло. Ә тор­лаҡ хаҡының әленән-әле артҡанын иҫәп­кә алһаң, бер нисә йылдан бүлмәңде һатып, айырым фатир алырһың, тағы бер аҙ ваҡыттан – иркенерәген. Шул арала етерлек өҫтәмә аҡса ла йыйып өл­гө­рөрһөң. Әлбиттә, беҙҙең халыҡҡа тиҙ, хәҙер үк булһын. Банктар кредит ал тип тора, тирә-йүндә кеҫәңде йоҡартырға әҙер ымһындырғыс нәмәләр күп – ниңә ыҙаларға? Шуға күрә лә күптәр “инфляция туплағаныңды ашап бөтөрә бит ул”, “йыйып барырға ихтыяр көсөм етмәй”, “үҙ-үҙемде сикләргә яратмайым, ә кредитты түләргә мәжбүр булаһың” тигән һылтау менән тапҡан-таянғанын туҙ­ҙы­рырға өйрәнеп алған. Кредит тигәндән, Рәсәй халҡының финанс учреждениеларына кире ҡайтара алмаған бурысы, йылдан-йыл артып, 10 триллионға еткән дә. Ошондай хәүеф арҡаһында кредит ставкалары ла һаман юғары ҡала килә. Йәғни бер ышанысһыҙ клиент өсөн икенсеһе түләй.
Тормош булғас, төрлөһө сыға. 15 – 20 йылға шулай ипотека кредиты алырһың да, ти. Бәлки, эшһеҙ ҡалырһың йәки ҡаты сирләп китерһең. Шунан ни ҡылырһың? Банк бурысыңды ғәфү итеп ҡуймаҫ бит инде. Уны фатирыңды һаттырып булһа ла түләттерәсәк, сөнки әле беҙҙең илдә шәхси банкротлыҡ тураһында закон ҡа­бул ителмәгән. Ә ғаиләң урамда ҡала­саҡ...
Ҡыйбатсылыҡ заманында башҡаса булмай тиергә ашыҡмағыҙ. Өфө һынлы Өфөлә кредитһыҙ-ниһеҙ торлаҡ алған кешеләр бар. Юҡ, байҙар түгел, ябай бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре. Мәҫәлән, бер ғаилә ҡатындың декрет ялы аҡса­һына баш ҡалала тәүҙә ер участкаһы һатып алды. Ата-әсәләре ағас алып биреште, бура бурашты. Уны килтереп, өй күтәрҙеләр, ҡыйығын яптылар. Өс йылдан ғаилә башлығы вафат булғас, ҡатыны түбәһен һалдырып бөтөрҙө, ишек-тәҙрә ҡуйҙыртты, соланын эшләтте лә йортто һатып ебәрҙе. 240 мең һумға төшкән төҙөлөш 750 меңлек килешеүгә әйләнде. Килем ике-өс өлөшкә бүленеп, ҙур процент вәғәҙә иткән, һаҡламдары страховкаланған төрлө коммерция банктарына илтеп һалынды, сөнки ул саҡта аҡсаң янған осраҡта дәүләт 400 меңде кире ҡайтара ине. Ике йыл эсендә дөйөм сумма сүпрә кеүек ҡабарып үҫте, уға ваҡыт-ваҡыт ғаиләнән артҡан аҡса ла өҫтәлеп барҙы. Ләкин һаман да айырым фатир алырға етмәне.
Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына тигәндәй, башта – донъяла, 2008 йыл аҙағында Рәсәйҙә лә көрсөк башланды. Күптәр ҡыҫҡартыуға эләгеп, эш­һеҙ ҡалды, табыш, килем кәмене. Фа­тир­ҙарға хаҡ та төштө. Шул саҡта ҡатындың банктағы һаҡламы бер бүл­мәле бәләкәй генә фатир алырға етте. Ҡыҫҡаһы, торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә тотоноуға алты йыл тигәндә ғаилә мө­йөшлө булды. Банктан бер тин дә бу­рысҡа алмайынса!
Дүрт йыл шунда йәшәгән арала торлаҡ баҙарында йәнә хаҡ артты. Бер бүлмәле фатирҙарын 600 меңгә ҡыйбатыраҡҡа һатып, йыйған аҡсаһын өҫтәп, ғаилә иркенерәк ике бүлмәле фатирға күсте. Был юлы ла кредит юлламайынса! Әкиәт кеүек күренгән хәбәргә ышанырға телә­мәгәндәргә шуны ғына өҫтәйем: һөйләгән­дәрем – үҙемдең тормошомдан кил­терел­гән миҫал.
Ғөмүмән, торлаҡ өлкәһендә уйлап эш итергә кәрәк. Киләһе йылдың мартында Рәсәйҙә уны хосусилаштырыу тамамла­на. Әлбиттә, бындай йортта ғүмер буйы йәшәүгә хоҡуҡ ҡала, әммә уны һатып булмаясаҡ. Әле был ғәмәлде башҡар­маған кешеләр ҙә бар. Бер танышым егерме йыл тиерлек бергә йәшәгән ире менән айырылышты. Ике бүлмәле фа­тирҙары хосусилаштырылмаған булып сыҡты. Һөҙөмтәлә ул, бәлиғ булмаған балаларынан айырмалы, өлөшһөҙ ҡалды.
* * *
Элек һуғыш тоҡаныуҙан шөрләй тор­ғайныҡ, хәҙер кеше кредит түләр көндө һәм коммуналь хужалыҡтан квитанция килгән мәлде ҡурҡып көтә. Быйыл июль айында ғына һыуға, газға, электр энер­гияһына хаҡты күтәрһәләр, сентябрҙә әле фатирҙарға килеп тә етмәгән йылылыҡ өсөн тариф артты. Ә октябрҙән капиталь ремонт өсөн дә икеләтә күберәк түләй башлаясаҡбыҙ. Һуңғы тапҡыр миңә ике мең өс йөҙ һумлыҡ квитанция килде. Түҙерлек, ярай әле һыуым да туҡтауһыҙ ағып тормай, утым да бушҡа янмай. Ҡыҙыҡ өсөн таныштарымдыҡын беле­шәм. 60-70 квадрат метр майҙанлы торлаҡҡа – биш меңлек, 100 метрлыһына һигеҙ мең һумлыҡ түләм тейеш икән! Алтын фатирҙар булып сыға түгелме һуң?! Ауылда ла түләм күтәргеһеҙ. Ете мең һум пенсия алғандарҙың ике-өс меңе газ менән электр уты өсөн китә.
Ә бит тиҙҙән милеккә һалым да үҙ­гәрәсәк. Бындай һалымды иҫәпләү өсөн артабан торлаҡтың кадастр хаҡы алы­насаҡ. Сентябрь аҙағында Рәсәйҙең Дәү­ләт Думаһы депутаттары уны икенсе уҡыуҙа ҡабул итте лә инде. Әлбиттә, Ҡаҙна һәм һалымдар буйынса комитет рәйесе Андрей Макаров әйтеүенсә, һа­лым базаһы 2 проценттан 0,1-гәсә кәме­теләсәк, шулай уҡ айырым фатир майҙа­нының – 20, бүлмәнең – 10, шәхси йорттоң 50 квадрат метры һалым тү­ләүҙән азат ителәсәк. Әммә, белеүе­беҙ­сә, гел тәүҙә ташламалар вәғәҙә ите­лә, аҙаҡтан хаҡ барыбер арта. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек, иҫәпләү приборҙары ҡуйҙырһағыҙ, түләм байтаҡҡа аҙыраҡ буласаҡ, тип өгөтләнеләр. Ысынлап та, норматив буйынса һанаһалар, һыуға ҙур сумма килеп сыға ине. Күптәр махсус ҡорамал ҡуйҙырып бөтөүгә, түләм дә үҙгәрҙе: хәҙер квитанцияла һыуға ғына һигеҙ позиция яҙыла, сумма барыбер шаҡтай йыйыла. Был аппараттарҙы ла бер нисә йыл һайын алмаштырып то-рорға кәрәк. Тимәк, хужаға йәнә сығым өҫтәлә. Әле килеп иҫәпләү приборы ҡуйҙыртырға ҡабалан­мағандарҙы ла ҡыҫымға алмаҡсылар. Яңы йылдан ундай фатирҙар өсөн (дөйөм һандың 30 проценты) квартал һайын хаҡ 30 процентҡа артып барасаҡ.
Коммуналь хеҙмәткә түләүҙе кәметеү юлдары ла бар. Әгәр ул айлыҡ киле­ме­геҙҙең 20 процентынан күберәкте тәшкил итһә, субсидия юлларға мөмкин. Бынан тыш адреслы социаль түләм дә ҡа­ралған. Ул хужа кешенең бер генә фатирына, унда теркәлһә һәм бурысы булмаһа ғына бирелә. Яңыраҡ телеви­зорҙан яңылыҡтар тапшырыуында тап ошо социаль түләм тураһында һөйләне­ләр. Хәбәрсенең уны юллауҙың бик отошло булыуын әйтеп: “Ҡайһы бер осраҡта ул квитанциялағы дөйөм сумманың яртыһын тәшкил итә”, – тигәненә көлгөм дә, илағым да килде. Ниндәй түрәнең һөйләгән әкиәтен ҡабатланы икән ул? Йыл башында Берҙәм иҫәп-касса үҙәгенә инеп, адреслы социаль түләмде юллап сыҡҡайным (ә күптәр бының менән булышмай ҙа, сөнки өс тинлек ташлама өсөн документтар йыйыу ваҡытты ала, былтыр бөтәһенә лә автоматик рәүештә бирелгән ярҙамды быйыл, бәлки, шуға иҫәп тотоп та ғәмәлдән сығарғандарҙыр). Ғинуарҙа банк картаһына – 162, фев­ралдә – 293, мартта – 254, апрель – июндә 226-шар һум күсерһәләр, июль өсөн көттөрөп кенә сентябрь аҙағында 92 һум килде. Бына һиңә мә – хаҡ артты, ә түләм кәмене! Күҙ буяу өсөн генәлер ул бындай ташлама...
Әлбиттә, рәсәйҙәр Европа халҡына ҡарағанда сығанаҡтарҙы ике-өс тапҡырға күберәк тотона, әрәм-шәрәм итә, тиҙәр. Көндәр буйы ут янып, тамсылап һыу ағып торғаны ла осрай. Шулай ҙа кешеләр ресурстарға көндән-көн һаҡсылыраҡ ҡарай башланы. Тик барыбер коммуналь хеҙмәткә түләү төпһөҙ упҡынға киткән кеүек тойола. Өйҙәр нисәмә йыл буйы ремонт күрмәй, подъездар бысраҡ, йорт милке ватыҡ... Фатир һатып алғанда, ихатала беҙҙең өйҙөң генә капиталь ремонт үткәненә, төҙөк, таҙа булғанына иғтибар иткәйнем. Күршеләр бының серен асты: беренсе подъезда депутат йәшәй икән! Баҡһаң, беҙҙең илдә лайыҡлы тормошҡа хоҡуғыңды даулар өсөн йә олигарх, йә депутат булырға тейешһең. Уларҙы һәр бер йортҡа беркетеп ҡуйыу мөмкин түгел дә баһа!
Өҫтәүенә инженер селтәрҙәренең иҫ­кер­гәненә, бурыстарҙың күплегенә һыл­таналар. Ә бит дәүләт ошо коммуналь ху­жалыҡ реформаһына тип йыл да миллиард-миллиард һум аҡса бүлә. Ниңә шуны ҡорамалдарҙы алмаштырыуға то­тон­майҙар, ҡайҙа итәләр? Бурыс күпле­генә­ кил­гәндә, был мәсьәлә тикшерелде. Ябай халыҡ өлөшөнә дөйөм сумманың биш процент тирәһе генә тура килә, башҡаһы – ойошмалар, предприя­тие­ларҙың тү­ләме. Ә ниңә йылдың-йылы бының өсөн айырым кешеләр яфа сигә һуң? Ахыр сиктә бахырҙар квитанцияларын тотоп Берҙәм иҫәп-касса үҙәгенә йә Торлаҡ-эксплуатация идаралығына йүнә­лә. Бар асыуҙарын ундағы хеҙмәткәр­ҙәргә төшөрәләр. Ысынында иһә түләм­дәр­ҙе улар һанап сығарып яҙып ултырмай.
Шуның өсөн бергәләп идарасы компа­нияға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Талап бу­йын­са унда бөтә иҫәпләүҙәрҙе лә аңла­тып бирергә тейештәр. Күп осраҡта квитанция­ла­ғы яҙыуҙарҙың нимәнән ғибәрәт бул­ғанына аҡыллы баш та төшөнә алмай. Әммә яуап ишеткәндән дә еңеләйеп китмәҫе көн кеүек асыҡ. Кемдеңдер иһә сетерекле мәсьәлә менән булышырға ваҡыты юҡ, кемдеңдер теләге һүнгән, сөнки был тармаҡ күптән осһоҙ-ҡырый­һыҙ лабиринт рәүешен алған инде. Ҡасан һәм кем унан сығыу юлын күрһәтер?


Вернуться назад