Уның менән донъя ырыҫлы03.10.2014
Уның менән донъя ырыҫлы «Моңдарымдың шишмә башы һиндә,
Тыуған ауылым, тыуған төйәгем.
Мин бит һинһеҙ телһеҙ ҡалған гармун
Һәм ярылған ҡурай кеүекмен».

Ҡол-Дәүләт.

Ауылыма кем, ҡасан нигеҙ һалған? Бында нисек килеп урынлашҡандар, нимә менән шөғөлләнгәндәр? Тағы ла кемдәр йәшәгән? Әлбиттә, был һорауҙар һәр ауылдашымды ҡыҙыҡһындыра.


Ҡайынлыҡ ауылына 1940 йылдарҙа нигеҙ һалынған. Кешеләрҙе бында тирә-яҡтағы ҡа­йын урманы, йәйрәп ятҡан яландар, шулай уҡ Йәркәй – Өфө, Йәркәй – Саҡмағош – Бүздәк автомобиль юлдарының яҡын булыуы йәлеп иткән. Райондың колхоздарынан, айырым ху­жалыҡтарынан йыйып алынған малды дәүләт­кә тапшырыу өсөн аҡланда һуғымға әҙерләү базаһы ойошторолған. Бер ни ҡәҙәр ашатып, һимерткәндән һуң, 200 – 250-ләгән һыйырҙы Өфө, Бөрө, Туймазы ит комбинаттарына йәйәүләп ҡыуып алып барғандар, хатта Сверд­ловскиға тиклем икешәр ай барған осраҡ­тар ҙа булған.
Иң беренселәрҙән булып бында Миңлет­дин Әхмәҙуллин ҡыҙы Рәйхана менән эшкә юлланған, тағы ла Аҡкүҙ ауылынан Ғәбделхаҡ Ялалов, Рсайҙан Ғариф Ахунйәнов, Бишҡу­райҙан Вәғиз Ҡадировтың ауылға күсеп кил­гәне билдәле. Тәүге йылдарҙа кешеләр ситән менән уратып алынған, соҡоп яһалған ер өйҙә йәшәгән. Тирә-яҡта ҡайын урманы булһа ла, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу, уны файҙаланыу ҡәт­ғи тыйылған. Ул ваҡытта закондар ҡаты булған.
Йылдар үтеү менән база биләмәһендә ағастан өс фатирлы барак-йорттар төҙөүгә тотонғандар. 1945 йылда бында бик күп ғаилә килеп урынлаша башлаған. Мал ҡараусылар хеҙмәт хаҡын аҡсалата алған. Хужалыҡ етәк­селеге фатирҙар төҙөүҙе дауам иткән, айырым эшселәр үҙҙәре үк ҡарағай, ҡайындан иркен, матур йорт һалған.
1959 йылдан алып хужалыҡ мөдире вази­фаһын Тәлғәт Закиров башҡарған. Бөгөн дә ул, лайыҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бер туҡтауһыҙ эш менән мәшғүл. Быйыл октябрҙә хеҙмәт эшмәкәрлеген башлауына 55 йыл тула. Ул эшләгән йылдарҙа күләмле төҙөлөш алып барыла, йорттар, мал һарайҙары, келәт биналары ҡалҡып сыға. Ауыл халҡы ара­һында оло ихтирам яулай Тәлғәт Нәжип улы. Тырыш хеҙмәте өсөн бик күп маҡтау гра­мо­таһы, наградалар менән бүләкләнгән.
Идара итеүсе вазифаһын Әхмәт Фәйзрах­манов башҡарған осорҙа дүрт фин йорто һәм өс фатирлы өй һалына. Шулай итеп, алға китеш күҙәтелә башлай, бәләкәйерәк булһа ла, айырым урамдар барлыҡҡа килә. Ауылға «Заготскот ҡасабаһы» тигән исем бирәләр.
Уның менән донъя ырыҫлыҠайынлыҡ ауылы иҫ китмәле матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Йәй көнө емеш-елә­ген, бәшмәген йыйып бөтөрлөк түгел. Ауыл халҡы балан, муйыл, миләш, алма, ҡурай елә­ге, ҡарағаттан ҡышҡылыҡҡа тәм-том әҙерләй. Заманында мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб, магазин, хакимиәт йорто, шулай уҡ яғыулыҡ менән тәьмин итеү үҙәге эшләгән, гөрләп торған төйәк булған ул. Эшселәргә бында фатир биргәндәр. Тирә-яҡ ауылдарҙан яңы өйләнешкән парҙар килеп йәшәй башлаған. Ә бына аныҡ ҡына исеме булмаған, “Совхоз”, “Илеш Заготскот” тип тә йөрөткәндәр. Хәҙер Ҡайынлыҡ тип исем биргәндәренә сирек быуат ваҡыт үтте. Өс урамдан тора, әммә бөгөн уларҙа ни бары ун алты ғаилә йәшәй.
Ауылымда проблемалар ҙа юҡ түгел. Зыярат булмағанлыҡтан, мәрхүмдәрҙе тыуған ауылдарына йә башҡа төйәккә алып барып ерләйҙәр.
Бер көн ауыл ситендә ниндәйҙер төҙөлөш барғанын күреп, шунда ашыҡтым. Мине мөлә­йем генә бер ханым ҡаршы алды. 33 йыл район үҙәк дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләгән Хафаса Әсфәндийәрова булып сыҡты ул. Һөй­лә­үенсә, әлеге бинала тире иләү, билмән эшләү цехы, 20 тонна ит һыйҙырышлы һыуыт­ҡыс урынлашҡан. Киләсәктә әңгәмәсем бында колбаса цехы һәм ял базаһы асыу тураһында хыяллана.
– Бында бит ожмах мөйөшө, әллә күпме эш атҡарырға була. Башлағанымды дауам итерлек ике улым, ейән-ейәнсәрҙәрем дә бар бит әле. Әгәр газ да үткәрһәләр, ҙур-ҙур коттедж­дар ҡал­ҡып сығыр ине, – тине Хафаса Фарсый ҡыҙы.
Ысынлап та, күңелдә ниндәйҙер өмөт уянғандай булды. Ауылдаштарыма эш урыны буласаҡ, тип ҡыуандым.
Һәр ғаилә – илебеҙҙең ныҡлы бер институты. Шулай булғас, һәр береһенең уңышы – илебеҙ уңышы. Беҙҙең ғаиләнең дә дәүлә­тебеҙ үҫешенә индергән өлөшө бар тигән һүҙ. Күрше Йөннө ауылында тыуып үҫкән атайым Рәфит менән әсәйем Йәмилә өйләнешкәс тә ошо ауылға күсеп килгән. Бер эштән дә ҡурҡып тормай бында төпләнеп, өс балаһын, йәғни беҙҙе, үҫтергән. Һарай тулы мал, ҡош-ҡорт, ҙур баҡса – быларҙың барыһы ла Батырхановтарҙың килем сығанағы. Әсәйем, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, хужа­лыҡ­тың фермаһында бөгөн дә һыйыр һауыуын дауам итә.
– Ауыл ерендә йәшәйем тигән кешегә рәхәтләнеп донъя көтөргә була. Тырыштарға уңыш үҙе юлдаш, тик һаулыҡ ҡына кәрәк, – ти әсәйем.
Бөгөн 86-сы һөнәрселек лицейының уҡытыу-тәрбиә хужалығында 244 баш һыйыр малы аҫрала. Айына уртаса 983 центнер һөт етештерелә, шуларҙың 630 центнеры һатыуға сығарыла. Ҡалғаны уҡыусыларҙы туҡландырыу өсөн файҙаланыла. Бынан тыш, 20 баш йылҡы тоталар, 40 быҙау үҫтерәләр. Ҡышҡа 170 тонна бесән, 900 тонна сенаж әҙерләнә. Һәр шартлы бер баш малға 21 центнер аҙыҡ берәмеге төшә. Ҙур тырышлыҡ, көс һалып үҫтерелгән игенде йыйып алыу өсөн иртә таңдан ҡараңғыға тиклем баҫыу киңлектәрен­дә эш ҡайнай. Игенселәр урып йыйыу техни­каһына эшһеҙ торорға ирек бирмәй, ураҡта һәр минут ҡәҙерле. Ҡайтарылған ашлыҡ ке­ләт­тәргә һалына. Был йәһәттән ырҙын табағы мөдире Алберт Закиров, машинист Рәсим Шәйәхмәтов, водитель Әнүәр Шәйәх­мәтов, электрик Илдар Шафиҡов ҙур тырышлыҡ күрһәтә.
Эйе, берҙәм көскә эш ҡарышмай. Уңған һауынсы Йәмилә Батырханова, быҙау ҡарау­сы Нәфисә Гәрәева, идарасы Фәнил Ғиндул­линдың да хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Ғөмүмән, етештереү күләменең һәм хеҙмәт хаҡының тотороҡло булыуы халыҡтың матур йәшәүен күрһәтә. Бында Наил Мәдхәт улы Агадуллин­дың тырыш хеҙмәте хаҡында ла әйтмәү мөмкин түгел. Заманында мәктәп директоры, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире вазифаларын башҡарған, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булған уҙаман әлеге ваҡытта лицей директоры булып эшләй.
Һәр ауылдың үҙ тормошо, үҙ яҙмышы була. Ҡайынлыҡта байтаҡ матур йорт буш тора. Йәштәрҙең күбеһе ҡалаға күсеп китә, ауыл ҡартая. Бында йәшәгән халыҡ мал, ҡош-ҡорт аҫрай, бал ҡорто тота. Шулай ҙа мал тотҡан кешеләр йылдан-йыл кәмей. Йән асыр­ғанып мал ҡарауҙың да файҙаһы юҡ. Сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек алыуҙы туҡтатыуҙары беҙҙең файҙаға булыр, тип ҡыуана ауыл халҡы.
Ауылдар ни өсөн юҡҡа сыға? Бер быуат эсендә Рәсәйҙең нисәмә төйәге Ер йөҙөнән юғалған! Был бәлә беҙҙең районды ла ситләп үтмәгән. Чеверев, Марс, Лучевский, Азат-Үрмәт ҡасабалары, Вет-Яңы Ҡырғыҙ, Татар-Яңы Ҡырғыҙ, Красновка, Янсум ауылдары, Мәссәҙе, Нәжәҙе, Гапановка, Ивановка, Яңы Татыш, Төбәк, Крещенка, Ирмәш, Бүләр ауылдары юҡҡа сыҡҡан. Әле лә бер нисә генә кеше йәшәгән ауылдар бар, уларға йәй генә йәм кереп ҡала.
Ни өсөн әле быуаттар буйына йәшәгән төйәктәр бөгөн, йәшәйештең барлыҡ уңайлыҡ­тарын тоя башлағас ҡына, тарала, бөтә башланы һуң? Бының сәбәптәре төрлө. Бе­рен­се­нән, ауылды туплап, бер бөтөн итеп йәшәткән кол­хоздарҙың бөтөрөлөүе, шунлыҡтан эш­һеҙлек тә башланған. Ҡасандыр балҡып торған мәҙә­ниәт усаҡтарының бөгөн быҫҡып ҡына яныуын, халыҡтың рухи донъяһын байытҡан, аң-белемен үҫтергән китапхана, мәктәптәрҙең ябылыуын аңлатыуы бик ауыр. Күп кеше уңай­лыҡтар, рәхәт тормош артынан ҡалаға юллана. Күп осраҡта барлыҡ пробле­ма­ларҙы иҡтисадҡа, донъяуи көрсөккә япһа­рырға тыры­шабыҙ. Заманыбыҙ ниндәй генә ауырлыҡтар кисертмәһен, быуаттар буйы халыҡты ашат­ҡан, туйындырған ер кешеләре. Улар беҙҙе һәр ваҡыт икмәкле иткән. Колхоз, совхоздар ойош­торолғанға тиклем дә ауылдар йәшәгән бит.
Минеңсә, эштән ҡурҡмаҫҡа, кемгәлер өмөт­ләнеп түгел, ә тик үҙеңә генә ышанып, тырышып донъя көтөргә кәрәк. Теләге булған кеше юлын таба. Күптән түгел Белорет юлы буйлап үтергә тура килде. Унда, ысынлап та, үҙҙәренә генә ышанған кешеләр йәшәйҙер, тип уйланым. Ауыл халҡына юл буйында миндеген, мәтрүшкәһен, еләк-емешен, бәшмәген һәм башҡа төрлө дарыу үләнен һатырға мөмкин бит. Ни өсөндөр Ҡайынлыҡта уның менән шөғөлләнгән кеше юҡ. Заманында ҙур ауыл­дарҙа аҙна дауамында баҙар ҡайнап торған. Бөгөн дә ошо эште яңыртҡанда бик отошло булыр ине.
“Ауыл менән донъя ырыҫлы, шуға күрә уға бөтәбеҙ ҙә бурыслы”, – тип яҙа шағир Хәсән Назар. Ысынлап та, ауыл яҙмышы – ил яҙмы­шы. Атай-олатайҙарҙан мираҫ булып ҡалған тыуған тупрағыбыҙҙы һаҡлайыҡ, ауылдары­быҙҙың киләсәге хәйерле, өмөтлө булһын өсөн бергәләп көс һалайыҡ.


Вернуться назад