(Кәримә Усманова, “Ауыл өсөн йәнә һынау”,2014 йыл, 2 август)
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мал һуйыу тураһындағы борсоулы хәлгә былай тип аңлатма бирҙе:
“2014 йылдың 1 майынан башлап Таможня союзының “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тураһында”ғы техник регламенты үҙ көсөнә инде. Уның шарттары буйынса, һатыуға сығарыласаҡ малды тик дәүләт теркәүен үткән, махсус йыһазландырылған етештереү объекттарында ғына һуйыу мөмкинлеге бирелә”.
Хат юлы үҙидараға илтә...(Ғ. Әғзәмов, “Күрмәмеш тә белмәмеш...”,
2014 йыл, 20 август)
Йөк машиналарының ауырлығын тикшереү пунктын урап үтеп, баҡсалар янындағы таш юлдан ҡасып-боҫоп йөрөүсе водителдәрҙән күргән ыҙаһы хаҡында яҙған ине уҡыусыбыҙ. Был мәсьәләгә ҡарата республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты түбәндәгесә яуап яҙып ебәрҙе:
“2003 йылдың 6 ноябрендә ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 131-се һәм 2007 йылдың 8 ноябрендә ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһының автомобиль юлдары һәм юл эшмәкәрлеге тураһында айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” 257-се федераль закондарға ярашлы, урындағы автомобиль, район, биләмә сиктәре юлдары урындағы үҙидара ҡарамағына инә.
2006 йылдың 2 майында ҡабул ителгән “Рәсәй граждандарының мөрәжәғәт итеү тәртибе тураһында”ғы 59-сы Федераль законға ярашлы юл сифаты буйынса борсоулы яҙма сара күреү өсөн Өфө ҡалаһы хакимиәтенә һәм Федераль юл агентлығының “Һамар – Өфө – Силәбе” автомагистрале идаралығына ебәрелде”.
Малды ҡайҙа аҫрайыҡ?Ни өсөн күп балалы ғаиләләргә шәхси йорт төҙөү өсөн ун сутый ғына ер бүләләр икән? Беҙ ҡайҙа мал, ҡош-ҡорт көтөргә, баҡса үҫтерергә тейеш?!
Вәғизә ҠУЖАГИЛДИНА.
Хәйбулла районы,
Аҡъяр ауылы.
Автобус көтә ҡарттар...Бишенсе йыл инде туғыҙ ауылды хеҙмәтләндерергә тейешле автобус йөрөмәй. Аҡсәйет менән Тәтешле араһы – 25 саҡрым. Беҙгә, йәғни ҡарттарға, инвалидтарға, ауырға төшә, сөнки үҙебеҙҙең машина юҡ...
Мөстәҡим ФӘЙЗИЕВ.
Тәтешле районы,
Аҡсәйет ауылы.
Туҡталҡа
кәрәкБаймаҡ районының Иҫән ауылында туҡталыш урыны юҡ. Автобус көткән халыҡҡа һыуыҡта, ел-ямғыр аҫтында торорға тура килә. Ошо мәсьәләне күтәреп сыҡһағыҙ ине.
Иҫән ауылы халҡы.