Күнекмә уҙғарыла03.10.2014
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығы 4 октябрҙә граждандар оборонаһы буйынса Бөтә Рәсәй күнекмәһе үткәрелеүе хаҡында хәбәр итә.


Күнекмә барышында иртәнге сәғәт 11-ҙән алып 12-се яртыға тиклем халыҡҡа ашығыс хәбәр ебәреүҙең комплекслы системалары, граждандар оборонаһының үҙәкләштерелгән иҫкәртеү (электр сиренаһын ҡабыҙмайынса) һәм радио, телевидение каналдарындағы тапшырыуҙарҙың автоматлаштырылған системаһы практик йәһәттән тикшерелә. Радио һәм телевидение аша түбәндәге белдереү сығарыла: “Барығыҙҙың да иғтибарына! Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы халҡы һәм ҡунаҡтары! Рәсәй Федерацияһында граждандар оборонаһы ойошторолоуҙың 82 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй күнекмәһен үткәреүгә ярашлы граждандар оборонаһының хәбәр итеү системаһына техник тикшереү уҙғарыла! Тәртип һәм тыныслыҡ һаҡлауҙы һорайбыҙ!”


Вернуться назад