Минималь күләм — 6 900 һум03.10.2014
Республикала иҡтисадтың бюджеттан тыш секторы ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн эш хаҡының минималь күләме 1 октябрҙән 6 900 һум тәшкил итә.


Был күләмгә махсус климат шарттарында эшләгән өсөн компенсация ла инә. 1 сентябрҙә Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһы ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте, эш биреүселәр берекмәһе, Профсоюздар федерацияһы ошондай килешеү төҙөнө.
—Һуңғы айҙарҙа эш хаҡы тураһында күп һөйләнек, — тигәйне республика башлығы Рөстәм Хәмитов ултырышта. — Был йәһәттән хәлдең шәптән булмауын аңлайбыҙ. Ҡулланыусылар баҙарында ресурстар, аҡса бик күп. Һатып алыу һәләте буйынса ла төбәктең Рәсәйҙә беренселәр рәтендә булыуын күрәбеҙ. Уртаса эш хаҡы буйынса иһә алдынғыларҙан байтаҡҡа ҡалышабыҙ, исемлектең уртаһында барабыҙ.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, бының сәбәбен һуңғы йылдарҙа минималь эш хаҡын арттырмауҙан эҙләргә кәрәк. 5 500 һум — 2010-2011 йылдарҙа ҡабул ителгәйне. Һуңғы йылдарҙа ул ҡайтанан ҡаралманы. Эш хаҡын алып еткермәү, уның түбән күләме кешеләрҙең килеменә һалым һалыу мөмкинлеген дә сикләй. Быйылғы йомғаҡтарға ҡарағанда, өҫтәмә һалымдан былтырғы күрһәткескә ҡарата 10 процент кимәлендә керем алыу күҙаллана ине, әле лә ул ни бары 4,4 процент тәшкил итә.
1 сентябрҙә ҡул ҡуйылған килешеү өс йыл дауамында ғәмәлдә ҡала.



Вернуться назад