“Берҙәм Рәсәй” партияһы Рәйесе Дмитрий Медведевтың Өфөләге йәмәғәт башланғысында ҡабул итеү бүлмәһендә баш ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе урынбаҫары Гүзәл Исламғәлиева халыҡ менән аралашты. Унда мәғариф өлкәһе, уны үҫтереү, мәктәптә туҡланыу сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре ҡаралды.
—Ҡайһы бер мәктәптәрҙәге туҡланыу сифаты беҙҙе лә, ҡала хакимиәтендәге сауҙа идаралығын да борсоуға һала, — тине Гүзәл Исламғәлиева. — Шуға күрә беҙ әле Өфөнөң Совет районындағы 110-сы мәктәптә яңы проектты тормошҡа ашыра башланыҡ. Унда уҡыусыларға тиҫтәгә яҡын ашамлыҡтан торған меню тәҡдим ителә. Бала үҙе теләгән ризыҡты һайлап ала. Туҡланыу сифатына йоғонто яһаған тағы ла бер сәбәп бар: Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта балаларҙы ашатыу менән шөғөлләнгән предприятиелар бик күп, ә Өфөлә ундайҙар ни бары өсәү-дүртәү. Конкуренция булмау арҡаһында сифатҡа зыян килә.
Ҡабул итеү барышында мәктәпкәсә белем биреү мәсьәләләре лә ҡаралды. Мәҫәлән, 1 сентябргә баш ҡалала 400 урынлыҡ ике балалар баҡсаһы асылған.
— Республика етәкселеге киләһе йыл аҙағына тиклем 3 – 7 йәшлек балаларҙы баҡсаларҙа урындар менән тулыһынса тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы, — тине идаралыҡ начальнигы урынбаҫары. — Бөгөн 4 меңдән ашыу кеше мәктәпкәсә учреждениеға сиратта тора. Мәсьәләне бындай ойошмалар селтәрен киңәйтеү, төрлө алымдарҙы, дәүләт-шәхси партнерлығын үҫтереү аша хәл итәбеҙ.