Ауылдар төҙөкләндерелә03.10.2014
Республиканың төньяҡ-көнбайышындағы дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә.


Әле 400 йорттоң ҡыйығы йүнәтелгән. Яңауыл һәм Краснокама райондарында йәмғеһе 420 өйҙө төҙөкләндереү бурысы ҡуйылған. Тулыһынса емерелгән 44 йорттоң 37-һендә ҡыйыҡ ябыу тамамланған. Тәүге яңы йорт Яңауыл районында бер аҙна элек файҙаланыуға тапшырылғайны.


Вернуться назад