Ҡаҙнаның сығымдары күберәк03.10.2014
Киләһе йыл республика бюджетының килеме — яҡынса 114,9 миллиард һум, сығымы 128,9 миллиард һум тәшкил итәсәк тип күҙаллана.


Ҡаҙна дефициты 14 миллиард һум булмаҡсы. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға индерелгән “2015 йылға һәм 2016, 2017 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы республика законы проектына ошондай күрһәткестәр һалынған. Төбәк бюджеты дефициты 2016 йылда — 11 миллиард, 2017 йылда 10 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Башҡортостандың йыйылма бюджеты проекты киләһе йылға — 15,1, 2016 йылға — 11,6, 2017 йылға 10,4 миллиард һумлыҡ дефицит менән төҙөлгән.
Республиканың Финанс министрлығындағы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡаҙнаның нигеҙенә Хөкүмәт тарафынан раҫланған 24 дәүләт программаһы һалынған. Сығымдарҙың 90 проценты тиерлек ошо программаларҙы финанслауға йүнәлтелә.




Вернуться назад