Йәш уҡытыусылар грант аласаҡ03.10.2014
Уҡытыусылар көнө алдынан республикабыҙҙағы 25 йәш педагогка Башҡортостан Президенты гранты тапшырыла.


40 мең һумлыҡ гранттар конкурс нигеҙендә 2 йылға бер тапҡыр бирелә. Уға 2 – 5 йыллыҡ стажы булған 30 йәшкә тиклемге уҡытыусылар дәғүә итә ала. Эш башлаған талантлы педагогтарға дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтелгән дәртләндереү сараһын алыусылар исемлеге Башҡортостандың Интернет селтәрендәге хоҡуҡи-мәғлүмәт порталында баҫылған.



Вернуться назад