Рәсәйҙең Федерация Советында төбәктәр палатаһының көҙгө сессияһындағы тәүге ултырыш үтте. Уның барышында ҡайһы бер мөһим мәсьәләләр ҡаралды, Федерация Советының яңыртылған составы раҫланды, палата һәм комитеттар етәкселәре һайланды.
Петербургтан сенатор Валентина Матвиенко артабан да Федерация Советы рәйесе вазифаһын үтәйәсәк. Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп бер тауыштан Лилиә Ғүмәрованы һайланылар. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының элекке урынбаҫары Л.С. Ғүмәрова хәҙер Рәсәй парламентының юғары палатаһында республиканың башҡарма власын сағылдыра. Ул — Башҡортостандан сенатор булған тәүге ҡатын-ҡыҙ.
Лилиә Салауат ҡыҙы, ошондай мөһим һәм яуаплы вазифаға һайланыуына аңлатма биреп, мәғариф, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә Башҡортостанға ғорурланырлыҡ нигеҙ бар, шул уҡ ваҡытта эште әүҙемләштерерлек стратегик йүнәлештәр ҙә байтаҡ, тип билдәләне.
— Башҡортостандан сенатор булараҡ, ошо эштә тулыһынса ҡатнашырға, республика менән Федераль үҙәк араһындағы мөнәсәбәттәрҙең аныҡ уйланылған системаһын төҙөү йәһәтенән төбәккә ярҙам итергә әҙермен, — тине ул.