Сәхнә ханы03.10.2014
Сәхнә ханы
Мәжит Ғафури исе­мендәге Башҡорт дәү­ләт академия дра­ма театрының худо­жест­во етәк­сеһе Олег За­кир улы Ха­нов һуңғы йылдарҙа баш­ҡарған ролдәре өсөн Станиславский исемен­дә­ге халыҡ-ара премия­ға ла­йыҡ булды.


Олег Ханов 1973 йылда Өфө дәү­ләт сәнғәт институтын (хәҙерге З. Ис­мә­ғилев исемен­дәге Өфө сәнғәт ака­демияһы) тамамлаған. Уның иңен­дә ҙур актерлыҡ тәжрибәһе, режис­сер­лыҡ ижады, административ һәм художество етәкселек эшмәкәрлеге ята.
Ижад юлын Мәжит Ғафури исе­мен­дәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай. Сәхнәләге тәүге ро­ле – Мостай Кәримдең «Айгөл иле» драма­һындағы Ричард Галин. Арта­бан­ғы йыл­дарҙа ла Олег Ханов Мостай Кәрим пьесалары буйынса спектакл­дәр­ҙә йыш уйнай: Кендек («Яҙ­мыштарҙан уҙмыш бар», был роль өсөн артист республи­кабыҙҙың Салауат Юлаев исе­мендәге дәүләт премияһына лайыҡ бу­ла), Дәрүиш («Ай тотолған төндә»), Әҙәмшаһ («Ташлама утты, Прометей!»), Шөкөр («Ҡыҙ урлау»), Мәхмүт («Йәйәү­ле Мәхмүт»).
Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Олег Ха­нов милли, рус һәм сит ил, классик авторҙар әҫәрҙә­рендә таныла: А.Вампиловтың «Өл­кән улым» пьесаһында Сарафанов, Ф. Кромме­линк­тың «Иҫ китмәле мө­гөҙлө шәп ир» әҫә­рендә Бруно, Ф. Бү­ләковтың «Бибинур, ах, Бибинур!» пьеса­һында Абдрахман (был спектакль өсөн пьеса авторы Флорид Бүләков, режиссер Рифҡәт Исрафилов, рәссам Таң Еникеев һәм Олег Ханов Рәсәй Дәүләт премияһына ла­йыҡ була) һәм башҡа ролдәр башҡара.
Талантлы сәхнә әһелен оло еңеүе менән ихлас тәбрик­ләйбеҙ!


Вернуться назад