“Алға ҡарап йәшәгәндәргә уңыш юлдаш”03.10.2014
“Алға ҡарап йәшәгәндәргә уңыш юлдаш”
Йәрмәкәй урта мәктәбе – районда иң алдынғы белем усаҡтарының береһе. Уның уҡыусылары республика кимәлендәге төрлө конкурс һәм олимпиадаларҙан йыш ҡына призлы урындар алып ҡайта, күбеһе белем алыуын юғары уҡыу йортонда дауам итә.

– Алға ҡарап йәшәгәндә, киләсәк тура­һында уйланғанда ғына уңыш­ҡа өлгә­шергә мөмкин, – ти мәктәп­тең баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыу­сыһы, район­дың методик бер­ләшмә­һе етәксеһе Гөлназ Шәм­силу­нова. – Һәр балаға айырым иғтибар булдырыуҙы маҡсат иткән­беҙ. Уҡыу­сылар – мәктәптең йөҙө. Уҡытыусы үҙенең өҫтөндә даими шөғөл­ләнергә тейеш, юғиһә унда үҫеш булмая­саҡ тигән хәҡиҡәтте онотмай­быҙ.
Тағы ла бер үҙенсәлек менән та­ныштыҡ: белем биреү учреждение­һы матбуғатҡа яҙылыу буйынса исем­лек­тең башында тора. Уҡытыусы­лар­ҙың байтағы гәзит-журналды өйө­нә лә алдыра. “Баш­ҡортостан” гәзитендә ба­ҫылған мәҡәлә­ләрҙе улар дәрес­тә йәки класс сәғә­тендә файҙалана, бер һанын да ташламай йыйып бара.
Ғөмүмән, бында тәжрибәле педагогтар бихисап. Мәҫәлән, башлан­ғыс кластар уҡытыусыһы, Рәсәй Мә­ғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән бүләклән­гән Айгөл Тажиева – уҡытыу­сылар династия­һынан. Атаһы Фәүзән Имән­ғолов, әсәһе Фәнүзә Иҙрис ҡыҙы ғүмер буйы балалар күңеленә белем һәм тәрбиә орлоҡтарын сәс­кән. Шулай уҡ туғандарының күбеһе тормошон уҡытыу­сылыҡ эшенә бағышлаған. Айгөл Фәүзән ҡыҙы билдәләүенсә, эшкә тоғролоҡ – ата-әсә тәрбиәһенән, бүтән урынға күсеүҙе, һөнәр алмаштырыуҙы ул күҙ алдына ла килтерә алмай, бындай аҙымды хыянатҡа тиңләй. Әңгәмәсемдең яратҡан уҡыусы­ла­ры бик күп икән. Ундайҙар мөғәлли­мәнең күңелен үҙе­ң алсаҡлығы, ҡыҙыҡһы­ныусан­лығы, хатта әрһеҙ­леге менән арбаусан.
Ә бына балаларҙа туған теле­беҙгә һөйөү тәрбиәләгән Гөләйшә Хантиме­рованың эш стажы – 32 йыл.
– Әсәйем дә, атайым да уҡый ал­ма­һалар ҙа, беҙҙе, ғәзиздәрен, кеше итеү өсөн ныҡ тырыштылар. Белемле, илебеҙ­гә кәрәкле белгес булығыҙ тигән һүҙҙәре һаман да хәтерҙә. Ғаиләлә 10 бала үҫтек, был тормошта һәр беребеҙ үҙ урынын тапты, – тип һөйләй ул.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетынан сығыуға, тәнәфесте белдереп, ҡың­ғырау яңғыраны. Бала-саға шау-гөр килеп коридорға сыҡты. Ә уҡытыу­сылар, ғәҙәт­тәгесә, киләһе дәрескә әҙерләнә башланы, гәзит-журнал менән танышыуға ла ваҡыт бүлде. Әйткәндәй, Йәрмәкәй урта мәктәбе коллектив менән “Башҡорт­остан”ға яҙылып ҡуйған да инде.






Вернуться назад