Беҙҙең ғаилә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылынан. Ауылдан йыраҡ түгел урман булһа ла, йылға-күл юҡ тиерлек. Булғандары ла һайығып, кибеп бөткән. Атайым балыҡ ҡармаҡларға, һунарға йөрөргә ярата ине. Йәнлек аулау, балыҡ тотоу – башҡорттоң ҡанында, шул шөғөлгә әүәҫлеге 1959 йылда Архангел районының Абҙан ауылына күсеп килеүебеҙгә сәбәпсе булды ла инде.
Бала саҡта ни өсөн күсеп китеү мине бик уйландырманы, әлбиттә, ә бына тәбиғәттең хозурлығы, Инйәр йылғаһының матурлығы, шаулап-гөрләп аҡҡан һыуының таҙалығы, сафлығы хайран ҡалдырҙы. Барлыҡ яҡты хәтирәләрем йылға, урман менән бәйле тиһәм дә, һис яңылыш булмаҫ. Йәйге йәмле көндәрҙә һыу инеү, ҡомда ҡыҙыныу, кәмәнән һыу төбөндә йөҙгән балыҡтарҙы күҙәтеү, ҡояшта уттай ҡыҙған таштарҙан аяҡтарҙы бешерә-бешерә йүгереү, кемуҙарҙан ярышып бейек һыуға сөңкөү тиһеңме!.. Яҙ башы менән ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы, ҡуян тубығы, кәзә һаҡалы ашарға ауылды уратып алған урманға йөрөйһөң. Еләк-емеш бешкән мәлдә һәр ағас, һәр ҡыуаҡ һиңә һый әҙерләп тора. Ҡайын, ер еләктәре, муйыл, ҡара, ҡыҙыл бөрлөгән, балан — йәнең нимә теләй, барыһы ла бар.
Ә сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ! Аҡланға барып сыҡһаң, хуш еҫтән, илаһи матурлыҡтан баш әйләнә, күңелгә яҡты хистәр тула. Ә таң алдынан йылға өҫтөнән күтәрелгән томан һине сихри әкиәт донъяһына алып киткәндәй була. Был ваҡытта ул ғашиҡтарҙың иң яратҡан урынына әйләнә. Күпме йөрәктәр ҡушылған, күпме һөйөү һүҙҙәре әйтелгән Инйәр буйҙарында!
Атайым үҙ шөғөлөнә башкөллө сумды. Йәй йылға буйынан ҡайтып инмәй, ҡыш булһа — урмандан. Ҙур-ҙур балыҡтар тота ине! Ғаиләбеҙ генә түгел, бөтә күрше-тирә балыҡҡа туйҙы. Һуңыраҡ ҡыш көнө лә балыҡ тоторға әүәҫләнеп алды. Йәнлек аулауҙа уға тиң һунарсы булмағандыр, моғайын. Әсәйемдең ҡуян итенән бешергән бәлештәренең тәме әле булһа онотолмай.
Хәҙер атайым да, әсәйем дә юҡ. Улар икеһе лә оло йәшкә етеп, балаларының, ауылдаштарының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәп баҡыйлыҡҡа күсте. Шулай булһа ла тыуған нигеҙҙе һыуытмайбыҙ. Ләкин ауылға ҡайтҡан һайын күңелгә ауыр, борсоулы уйҙар тула. Тәбиғәттең элекке матурлығы, хозурлығы, байлығы көндән-көн кәмей, юғала бара. Ҡасандыр ярҙарына һыймай ташып, шаулап аҡҡан Инйәр йылғаһы һайыға. Элек йөҙөп тә сыға алмаған урындары тауыҡ кисерлек. Йылға төбөн ләм баҫа. Балыҡ юҡ тиерлек. Ауыл тирәһендәге урман-ҡыуаҡты, һаҙлыҡтарҙы киптерәбеҙ тип, ҡыйратып бөтөрҙөләр. Йылға буйында хәҙер йүнләп үлән дә үҫмәй, сөнки унда ҡаланан килгән ял итеүселәр тулған, хатта ултырырға ла урын юҡ.
Белорет районының Асы ауылынан йыраҡ түгел бәләкәй генә шарлама бар. Уның тирәһендә, әйтерһең дә, ҡырмыҫҡа иләүе. Тиҫтәләрсә машина, төрлө төҫтәге сатырҙар...
Хәҙерге заман кешеләре, үҙемдең балаларым, ейәндәрем миңә ысын күңелдән йәл, сөнки улар элекке матурлыҡты күрмәй һәм күрмәйәсәк тә. Тәбиғәттең әлеге булмышынан ҡәнәғәттәр. Ә киләсәк быуынға уныһы ла ҡалмаясаҡ. Бына шуныһы бигерәк аяныслы.
Тәбиғәттең фәҡирләнеүендә ял иткән кешеләрҙе генә ғәйепләү дөрөҫ түгел. Әммә сәбәп ниндәй генә булмаһын, ул кеше тарафынан килеп сыға. Һаҡлау эше дәүләт кимәлендә башҡарылырға тейеш, ләкин һәр кеше тәбиғәт алдында үҙ бурысын онотмаһын ине.
Р. БАТТАЛОВА,
82-се һөнәрселек лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы.