Аға шишмә сылтыр-сылтыр...01.10.2014
Аға шишмә  сылтыр-сылтыр...
Һыу – тормош сығанағы. Уның йәшәү көсө тураһында элек-электән ата-бабаларыбыҙ төрлө легендалар ижад иткән. Бына алтынсы йыл инде Илеш районында шишмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Был сараларға ауыл хакимиәте генә түгел, халыҡ та ҙур теләк менән ҡушыла.

Бөгөн төбәктә 19 шишмә һәм ҡоҙоҡ төҙөкләндерелгән, киләсәктә был эште дауам итеү планлаштырыла. Аҡкүҙ, Андреевка, Бишҡурай, Дөмәй, Исәмәт, Ҡәҙер, Рсай, Сүлте, Ябалаҡ ауылдары халҡы айырыуса ҙур әүҙемлек күрһәтә. Хәҙер был шишмәләр үҙенә күрә мәҙәни үҙәккә әйләнде, уларҙың янында класташтар, ауылдаштар осрашыуы, туйҙар, киске уйындар, әрмегә оҙатыу саралары үткәрелә. Мәсьәләләрҙең барыһы ла ауыл йыйылыштарында хәл ителә һәм старосталар, депутаттар ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Шишмә – ер ҡуйынынан урғылып сыҡҡан илаһи бер мөғжизә, йылдың һәр миҙгелендә үҙенсәлекле матур тауыш менән тирә-йүнгә сафлыҡ бөркөп сылтыр-сылтыр аға. Уның шифалы һыуы тәнгә көс, йөрәккә шифа, йәнгә тыныслыҡ бирә. Борон-борондан һыу бәреп сыҡҡан ер изге урын һаналған.
Илеш районы ла изге ерҙә урынлашҡан, сөнки был төбәктә кешеләр ҡуллана торған 200-гә яҡын шишмә һәм ҡоҙоҡ бар. Уларҙы һәр саҡ ҡарап, таҙартып торғандар. Был күркәм йоланы ҡабаттан тергеҙеү маҡсатында районда “Иң төҙөк шишмә-2014” конкурсы үтте. Ауыл биләмәһе башлыҡтары, бөтә халыҡ был эштең кәрәклеген аңлап, күңел биреп башҡарҙы. Бәйге йомғаҡтары буйынса беренсе урынды – Үрнәк ауылының Зәмзәм шишмәһе, икенсене Бишҡурай ауылындағы Тарлау шишмәһе алһа, Йәйләү ауылының Мөхәббәт ҡойоһо өсөнсө булды. Шулай уҡ дүртенсе урынға Ҡәҙер ауылындағы Сәйеп Саттар шишмәһе лайыҡ булды. Уларға шул тәртиптә 55, 45, 35, 25 мең һум аҡса тапшырылды, бөтә ҡатнашыусыларға ла 10-ар мең һум бирелде. Шуныһы ҡыуаныслы: бәйгелә ҡатнаш­ҡандар һаны йылдан-йыл арта.
Үр соҡорҙан сыҡҡан Аҡ шишмәнең
Аҡҡан ғүмере күпме йылдыр ул.
Күпме йылдар күпме кешеләрҙе
Аҡ күңелле иткән һыуҙыр ул.
Шағирҙың һүҙҙәре менән тулыһынса килешәм. Ә бит ҡайһы саҡ һыуҙың ҡәҙерен белмәгән, хатта юл буйында махсус йыһазландырылған ял урындарын емереп киткән кешеләр ҙә осрай. Быныһы инде — вәхшилек, тәрбиәһеҙлек.
Бөгөн күп шишмәләргә тейешле иғтибар бүленмәй. Беседка, ихаталарҙың тирә-яғы сүп-сар, төрлө шешә, ҡағыҙ киҫәктәре менән тулған. Тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял иткән өсөн рәхмәт һүҙе ошомо икән? Беҙ эсер һыуһыҙ бер көн дә йәшәй алмайбыҙ. Ул тәнде лә, йәнде лә таҙарта, көс бирә.
Районда үткәрелгән “Иң төҙөк шишмә-2014” конкурсы – ата-бабанан ҡалған тарихи мираҫты тергеҙеү, киләсәк быуынға еткереү, уны ҡәҙерләп һаҡлау маҡсатында башҡарылған изге эш. Ауылдарҙың ҡото, йәме артты, халыҡҡа һыу алырға мөмкинлек, ял итергә урын булдырылды. Шишмәләрҙе төҙөкләндергән изге күңелле кешеләргә оло рәхмәтемде белдерәм.


Вернуться назад